28.02.2014 «Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»
1939 йылдың йәйендә Шакирйәнде өй эсебеҙҙән урам буйында күреп ҡалдым. Ул Зиннәт ағай менән һөйләшеп тора ине: тулы, ыҫпай кәүҙәле матур егеткә әйләнгән, башында бескозырка, өҫтөндә матрос тельняшкаһы, еңдәрен һыҙғанған, беләгенә ниндәйҙер кейем һалып, күкрәгенә ҡыҫып тотҡан. Мин ҡапҡа асып сығыуға ул китеп тә өлгөргән.
– Зиннәт ағай, Шакирйән булдымы ул? – тип ҡысҡырҙым.
– Эйе, Шакирйән, Юныс малайы. Ҡара һин уны, ҡалай шәбәйеп ҡайтҡан, урыҫ булып бөткән.
– Эй-й, һөйләшә лә алмай ҡалдым бит, – тигәс, Зиннәт ағай көлөп ебәрҙе:
– һөйләшерһең, ул бит урыҫҡа әйләнгән, үҙен Сашка тип ебәргән була. Юныс ҡарт кеүек шыттырып ҡына һөйләй хәбәрҙе, был хәтле атаһы булмаҫ...
Йылдар үтә торҙо. Һуғыш, уның шауҡымдары ла үтеп китте. Шакирйән ҡайтманы, уны 1939 йылдың йәйендә күреп кенә ҡалыуҙан һуң башҡаса осратманым.
Ҡәүи БАҠЫЕВ: Силәбе өлкәһендә торһам да, Ҡунаҡбайҙа тыуып үҫтем. Шакирйәндең 1939 йылда ҡайтып киткәнен яҡшы иҫләйем. Йылға буйында һыу ингән урында осраттым уны. Ғәзнәүи менән бер-береһенә Саша, Гриша тип өндәшәләр, русса һөйләшәләр ине. Оҙаҡ торманылар, киттеләр. Күгәрсен тотоп төшкән фотоһын күреү менән таныным. Матросовтың бала сағы асыҡланырға, тарихи дөрөҫлөк еңеп сығырға тейеш.
Сания ҒИРФАНОВА, элекке уҡытыусы: Шакирйән менән, 1931 – 1932 йылдарҙа, буғай, балалар майҙансығына йөрөнөк. Ҡыҙыу холоҡло, бик үткер ине. Сашаның күгәрсен тотоп төшкән фотоһы – беҙҙең Шакирйән. 1939 йылда Ғәзнәүи килде, Шурик менән килдек, тине. Һуғыш йылдарында аслыҡтан күптәр ҡырылды. Юныс бабайҙың туғандары ла ҡалманы. Халыҡ 50-се йылдарҙа Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов мәсьәләһен ҡуҙғатты. Әммә ул саҡта хатта мин дә: «Юлламағыҙ – Матросов – рус кешеһелер», – тип ауылдаштарҙы тынысландырҙым. Бер ваҡыт Чернеков Григорий үҙенең Ғәзнәүи икәнен раҫлатырға атай-әсәйемде һәм башҡа оло быуын кешеләрен ауыл советына алып барып йөрөнө, йәшәгән яғына Ирғәлин Ғәзнәүи булып ҡайтып китте. Йәнә бер иғтибарға лайыҡ дәлил иҫемдә. Атайыма Юныс бабай: «Шакирйәнемдән хат килде, яуапты Александр Матросов исеменә яҙырға ҡушҡан», – тигән. Был һөйләшеү 1940 йылда, мин 8-се класта уҡып йөрөгән саҡта, булды.
Зәки ИРҒӘЛИН: Хәҙер Силәбе өлкәһендә «Ҡарағайлы» совхозында йәшәйем. Шакирйән менән Ғәзнәүи бер ҡайтҡандарында ай-вайыма ҡуймай мине лә балалар йортона алып сығып китте. Мейәскә ҡарай юлландыҡ. Бына Учалы районының Ильинка ауылына барып еттек. Бер урыҫҡа фатирға төштөк. Стенала гитара элеүле тора ине. Шакирйән, рөхсәт һорап, гитарала бер нисә көй уйнаны (Александр Матросовтың да гитарала уйнап төшкән фотоһы бар. – С. Б.). Шунан алтын приискыһы ашханаһына киттек. Ғәзнәүи: «Шакирйән», – тип өндәшкәйне. Ул: «Улай тип әйтмә, мин Александр, Александр», – тине. Сашка менән Гришкаға мин тәмәке килтереп бирҙем. Тегеләрҙең күҙҙәре лә, ҡулдары ла уйнап тора. Ҡурҡа төштөм быларҙан. Артабан алтын приискыһы машинаһына ултырып китергә тейешбеҙ. Бәҙрәфкә барам, тинем дә һыпырттым, Сәфәр ауылына килеп ҡундым. Был ваҡытта ун йәштәрҙә инем, 1928 йылғымын. Хәҙер урыҫ ауылыңда торам, Зәки түгел – Захармын.
Мирғәзим КӘРИМОВ, механизатор: Мин дә уның һуғыш алдынан ауылға ҡайтҡанын иҫләйем. Тельняшка, ҡара салбар кейгәйне, сәсе алдырылғайны, буйға ҙур түгел ине. Йылға буйында осраштыҡ. Егеттәр:
– О-о, Шакирйән ҡайтҡан икән, – тине.
– Юҡ, минең исемем Саша, – тип яуапланы уларға Шакирйән. Украинала йөрөгәнен дә әйтте. Шунан, фокус күрһәтәм, тип малайҙарға өндәште. Һыу ингән урында кеҫәләрҙән әйберҙәрҙе алып бөткән, һуңынан клубта бейегәнен ишеттем. «Цыганочка», «Яблочко» көйҙәрен уйнаған.
Ғәлиә ФӘТҠУЛЛИНА, элекке уҡытыусы: Юныс бабай ҙа, Шакирйән дә миңә бик таныш, беҙ күрше йәшәнек. Юныс бабай хыялланырға яратты, күп һөйләр ине. Үҙе лә зәғиф, икенсе ҡатыны ла зәғиф, уларҙы алтмыш йәштән үткән ауылдаштарым барыһы ла белә. Шакирйән күҙе уйнап торған малай ине. Аҙаҡ күрше-күлән: «Юныс бабайҙың балаһы кеше булып ҡайтҡан», – тип һөйләне. Һуғыш йылдарында Фәхриямал әбей идара йортон ҡараны. Тиҙҙән әбей үҙе лә, Мортазанан бәләкәйе лә астан үлде. Юныс бабай: «Шакирйән ҡайтһа, арыуыраҡ йәшәр инек. Мин дә китәм инде, Мортазам йәл ҡала», – ти торғайны. Ә бер ваҡыт: «Улым герой булып үлгән, беләһегеҙме, герой булып үлгән», – тине. Ҡайҙан алып әйткәндер, был миңә әлегә ҡәҙәр сер. Юныс бабай ҙа астан үлде. Мортазаны балалар йортона тапшырҙылар.
Мәрхәбә ӘХМӘТШИНА, Өргөн ауылы: Юныс бабайҙар беҙгә ике өй аша ғына торҙолар. Көн аша тигәндәй кистәрен Шакирйән менән етәкләшеп беҙгә килерҙәр, буҙа эсерҙәр ине. Шакирйән бик үткер, етеҙ малай булды. Әсәһе Мөслимә еңгәй: «Үҫеп етһә, йә бик шәп кеше сығыр, йә бур булыр», – ти торғайны. Ысынлап та, Шакирйәндең күҙҙәре уйнап тора ине, йәшелсә баҡсабыҙға ла төшкөләне. Күрше-күлән хәлдәренән килгәнсә был мохтажлыҡ кисергән ғаиләгә ярҙамлаша, атайым утын ярыша ине.
Мин тормошҡа сығып, Өргөнгә киттем. Беҙгә инәйем килгәйне. «Шакирйән ҡайтҡан, урыҫ булып бөткән», – тип хәбәр һалды. Ә инде уның күгәрсен тотоп төшкән фотоһын күргәс, Шакирйәнде яңынан күргәндәй булдым.
Сәхи АБДРАХМАНОВ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: Эйе, беҙҙең бала сағыбыҙ Шакирйән менән бергә үтте. Бик йылғыр малай ине. Умартаға бәрә лә ҡаса, беҙ сағылабыҙ. Ырҙын табағында иген һуҡҡанда бергәләп төшкән карточкабыҙ ҙа һаҡланған. Ул да Шакирйәндең Саша икәнен раҫлаусы дәлил була ала. Ғәзнәүи ҙә уның Матросов булыуын беҙгә ҡат-ҡат әйтте. Ҡунаҡбай ауылы икәнен күптән беләбеҙ, әммә оҙаҡ йылдар дөрөҫлөктөң өҫкә сығыуына өлгәшә алмайбыҙ.
Ғабдрахман ЗАМАНОВ, колхозсы: Шакирйәнде шунан беләм, атайымды еҙнә тип йөрөттөләр. Ул армиянан ҡайтҡанда моряк кейемендә ине. Атайым кирбес һуҡты, Шакирйән шунда килде. Күрештеләр, Шакирйән русса һөйләште. Йылға буйында йөрөп килгәс, кирбес ташышты, 5 – 6-һын бергә күтәреп индерҙе. Ҡара сәсле ине. Йәнә Юныс бабайҙарға бәрәңге биреп торғаныбыҙ хәтеремдә.
Миңлейәр ҒАЙСАРОВ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: Ғәзнәүи – ағайымдың ҡайнағаһы. Һуғыш бөткәс тә ул Шакирйәндең Матросов булыуы тураһында әйтте. Һуңынан Ҡунаҡбайға килгән сағында ла, яҙған хаттарында ла шуны ҡабатланы. Метрика юлларға, үҙенең ысын исем-фамилияһын ҡайтарырға килгәндә, һаулығы ныҡ ҡаҡшағайны. Чернеков Григорийҙан Ирғәлин Ғәзнәүигә әйләнеп, метрика алып ҡайтып китте. «Бер мәрйә менән йәшәйем, ейәнсәрҙәремде ҡарайым», – тине. Ғәзнәүи ата-әсәһе ҡушҡан исемен ҡайтарҙы. Беҙ ҙә Матросовтың кем икәнен, зат-ырыуын асыҡларға бурыслыбыҙ.
Хәлиҙәр ҒӘБИҘУЛЛИН, элекке мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе: Шакирйән менән бер мәҙрәсәлә уҡыным. Ауылдың ике яҡ малайҙары үҙ-ара һуғыша торғайныҡ. Шакирйән башлыҡ булып, һуғышты ойошторор ине. 1948 йылда армиянан ҡайттым, комсомол секретары булып эшләнем. Матросовтың һүрәте гәзиттәрҙә сыҡты.
– Был бит беҙҙең Шакирйән, – тине халыҡ. – Ниңә юлламайһығыҙ, артынан йөрөмәйһегеҙ?
1953 йылда Башҡортостан Өлкә Комитетына барып эштең асылын һөйләнем, Матросовты Ҡунаҡбай ауылы егете итеп таныуҙарын әйттем.
– Юҡ менән мәшәҡәтләнеп йөрөмәгеҙ, үҙең юҡҡа сығырһың, – тинеләр.
Хәҙер киң билдәлелек, демократия заманы килде. Матросовтың ысынында кем булыуын тергеҙергә кәрәк, дөрөҫлөк тантана итергә тейеш.
Мәликә ҒӘЛИНА, Учалы ҡалаһы: Малай күгәрсен тотоп төшкән һүрәттә – беҙҙең Шакирйән. Әпәкәй шул. Дөрөҫләйем!
Лиза БАҠЫЕВА, элекке уҡытыусы: Александр Матросовтың бала сағын асыҡлауға, яҙмышына беребеҙ ҙә битараф түгел. Мин Ҡунаҡбайға 1954 йылда эшкә килдем, пионервожатый итеп ҡуйҙылар. Отрядтарға исем һайлағанда Матросов тураһында белгәндәремде һөйләнем. Шул саҡ бер бала партаһынан тороп баҫты ла:
– Ә минең олатайым уны беҙҙең Ҡунаҡбайҙыҡы ти, – тип хәбәр һалды. Аптырашта ҡалдым, был хаҡта уҡытыусыларға әйттем.
– Был беҙгә күптән билдәле, юҡҡа башығыҙҙы ҡатырмағыҙ, – тинеләр. Шулай ҙа мин теге уҡыусының олатаһына барҙым, башҡа кешеләр менән һөйләштем. Мәсьәләнең осона сығырҙай булмағас, бик оҙаҡ күңелһеҙләнеп йөрөнөм. СССР Оборона министрлығына, архивҡа Матросовтың биографик мәғлүмәттәрен һорап яҙҙыҡ. Ундай мәғлүмәттәр юҡ, тип яуап яҙҙылар. СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре музейынан да шундай уҡ яуап килде. Днепропетровскиға ла барҙыҡ, унда ла бер ни ҙә белмәйҙәр. Ошолай эҙләнә торғас, 35 йыл ваҡыт үтеп китте, берҙән-бер шаһит Ғәзнәүи Ирғәлин да вафат булды. Әммә уның үҙ ҡулы менән яҙылған хаттары иҫбатлау өсөн дәлил түгелме ни? Шакирйәнде белгән кешеләр, хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары һөйләгәндәр документ түгелме? Әллә беҙ тере шаһиттарҙы инҡар итеп, ҡағыҙ ҡолона әйләндекме? Дөрөҫлөк еңергә тейеш.
Ил азатлығы өсөн яуҙа йәнен дә йәлләмәгән егеткә ауылыбыҙҙа һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Закуан ТӨХВӘТУЛЛИН, уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Миәкә районы: Мин Матросовты тәүге тапҡыр 1942 йылдың 30 авгусында күрҙем. Бөтәһе ете егет, ҡара төҫтәге кейемдәләр. Уларҙың берәүҙәре Алыҫ Көнсығышҡа Хәрби Диңгеҙ флотына алынды. Ә беҙ, бер төркөм йәштәр, хәрби-пехота училищеһында 3-сө батальондың 9-сы ротаһында бергә хеҙмәт иттек. Киң яурынлы, аҡ йөҙлө, киңерәк яңаҡлы, физик яҡтан таҙа егет әле лә минең күҙ алдымда. Украин түгел. Бик яҡындан аралашмағас, уның башҡорт булыуы уйыма ла килмәне. Русса таҙа һөйләшә ине.
Уҡып бөтмәҫ борон фронтҡа ебәреүҙәрен үтенеп, училище командованиеһына рапорт биреүселәрҙең береһе булды. 1942 йылдың ноябреме, декабрь айҙарындамы ул беҙҙән айырылды булһа кәрәк. Курсташтарҙан марш ротаһы (һуғыш яландарындағы армияны тулыландырыу өсөн запастағы ғәскәрҙән ебәрелгән рота – С. Б.) ул ваҡытта ғәҙәти күренеш ине. Шуға артыҡ иғтибар ителмәгән, күрәһең. 3-сө батальондың командиры Баранов, рота командиры ярҙамсыһы өлкән лейтенант Бакиров, рота старшинаһы Пьянков ине. Беҙҙән киткәс, Матросов Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына юлыҡҡандыр, тип уйлайым.
«Советская Башкирия» гәзитендә Р. Әйүповтың «Ҡомға ҡоролған фараз» тигән мәҡәләһен уҡыным. Уның ерлеге юҡ, сөнки аң-тоңон белмәйенсә, архив материалдарын төплө өйрәнмәйенсә яҙылған. Тарихсының улай сығыш яһарға хаҡы юҡ. Минеңсә, «Советская Башкирия» гәзите редакторы ул материалға урын биреп ҙур хата эшләгән. Ғөмүмән, Әйүповтың был мәсьәләгә субъектив ҡарашы сағыла. Мәҡәләлә автор Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, йәмәғәтселек, йәш эҙәрмәндәр алдында үҙ абруйын төшөргән, унда авторҙың һуғыш ҡаһармандарына кире ҡарашы ярылып ята.
Ғариф ХАЛИҠОВ, Учалы ауылы: Матросов менән бергә колонияла булдыҡ. 500-ләп үҫмер инек. Саша беҙҙән иҙән йыуҙырта, бәрәңге лә әрсетә, төрлө эш эшләтә торғайны. Уға үҙемдең Учалы малайы булыуымды әйттем. Русса һөйләште, башҡортса өндәшмәне. Әммә, иҫкә алырһың, тип ҡулыма якорь һүрәте яһаны. Минең хәтеремдә ул Матросов булып ҡалды. Холҡо ҡыҙыу ине. Шакирйәндең фотоһы – Сашаның үҙе.
С. БӘҘРЕТДИНОВ,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.
(«Ленинсы», 78, 79-сы һандар, 1989 йыл).