07.02.2014 Төбәк үҫешәсәк
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 – 2015 йылдарҙа Көньяҡ Урал зонаһын үҫтереү программаһын бойомға ашырыу буйынса быйылға тәғәйенләнгән саралар планы раҫланды.
Ятҡылыҡтарҙы табыу, байыҡтырыу сәнәғәтенең ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә 2,38 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Был – урындағы предприятиеларҙың үҙҙәренең һәм бурысҡа алған средстволары. Аҡса Хәйбулла районында төҙөлә башлаған байыҡтырыу фабрикаһына, Диргәмеш асыҡ руднигын төҙөүгә лә бүленә. Арыу ғына сумма Вигневский ятҡылығын эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының мәғдән базаһына 740,2 миллион һум инвестиция һалыу күҙаллана. Ҡамаған ятҡылығына – 164,2 миллион һум. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ла үҙ запастарын асыу буйынса эшләйәсәк.
Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, быйыл Көньяҡ Урал зонаһы райондарына ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Сумманың ҙур өлөшө урындағы предприятиеларҙыҡы булһа, республика ҡаҙнаһынан 264,28 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ был төбәктә һуғарыу системаларын яйға һалыу эштәре әүҙемләштереләсәк.