07.02.2014 Заманса проекттарҙы эҙләү туры
“Рәсәй старт-ап тур – 2014” Рәсәй үҫеш институттарының роуд-шоуы Өфө дәүләт авиация техник университетында осрашыу ойошторҙо. Бында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.
Өфө – проектҡа йәлеп ителгән ҡалаларҙан алтынсыһы. Тур 20 ғинуарҙан алып 27 апрелгәсә 27 ҡалала үтәсәк, сараларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар юғары технологик баҙарҙа талап ителгән перспективалы инновацион алымдар табырға, шулай уҡ йәш тикшеренеүселәргә проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа һөҙөмтәле стратегиялар формалаштырыуҙа ярҙам итергә, старт-ап-команда ҡорорға ниәтләй.
Һәр ҡала өсөн үҙенсәлекле программа эшләнгән. Төбәк инновацион проекттарын күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә 540 ҡатнашыусы теркәлгән, 105 проект тәҡдим ителеп, эксперттар алдында сығыш яһарға 14-е һайлап алынған.
– Бизнес һәм фәндең, яңы программаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенең ҡыҙыҡлы этабы бара, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Элек идеянан алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклемге баҫҡысты үтеүе ауыр ине. Етештереүсе перспективалы уйлап табыуҙы индерергә тейеш булһа, заманса предприятиеларҙың ундай бурысы юҡ. “Рәсәй старт-ап туры” ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте ысын производство менән бер үк ваҡытта алып барыу мөмкинлеге бирәсәк.
Сессияларҙа авиация университеты ғына түгел, ә медицина һәм педагогия уҡыу йорттары студенттары ла ҡатнаша.