07.02.2014 Башҡортостан 30 млн һум субсидия аласаҡ
Башҡортостан информацион технологияларҙы үҫтереү буйынса төбәк проекттарын өҫтәмә финанслауға федераль субсидия аласаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн барлығы 74 төбәк ғариза биргән, 13-ө кире ҡағылған, 61 ғариза ыңғай хәл ителгән, 16-һына иң юғары суммала – 30 млн һум күләмендә субсидия биреләсәк.
Был аҡса өҫтөнлөклө ике йүнәлеш буйынса төбәк проекттарына йүнәлтеләсәк: автоматлаштырылған информацион системалар индереү ярҙамында Күп функциялы үҙәктәге “бер тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль ярҙам күрһәтеүҙең сифатын күтәреү менән дәүләт һәм муниципаль ярҙамды электрон вариантта алыу мөмкинлеген тәьмин итеү. Проекттар 2015 йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлгә ашырылырға тейеш.
“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса С. НИЯЗОВА әҙерләне.