20.11.2010 Электрон документтар әйләнеше индерелә
Башҡортостанда ведомство-ара электрон документтар әйләнеше системаһы булдырыла. Уны индереү тураһында Указға 18 ноябрҙә республика Президенты ҡул ҡуйҙы.
Хөкүмәткә 25 декабргә тиклем системаны тест режимында файҙаланыуға индереүҙе ойошторорға бойороҡ бирелде. Дәүләт власы органдары электрон документтар әйләнеше системаһына әкренләп, раҫланған графикка ярашлы тоташтырыласаҡ. Мәғлүмәттәр менән эске алмашыу архитектураһына башҡарма власть органдары, федераль ведомстволарҙың территориаль бүлектәре һәм урындағы үҙидара органдары инә.