28.01.2014 Өс һөйләм менән
Баш ҡала вуздарында белем алыусы Башҡортостан студенттары РФ Дәүләт Думаһында парламентарийҙарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Йәштәрҙе Рәсәй студенттары көнө менән “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Тимченко менән Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ҡотланы. Осрашыу һуңында Сәлиә Мырҙабаева студент хәрәкәте активистарына Рәхмәт хаттары һәм “Аҡҡош күле” балетына билеттар тапшырҙы.
Былтыр 12 меңдән ашыу кеше хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Анатолий Балтинский әйтеүенсә, көҙгөһөн 6700-гә яҡын егет хәрби бурысын үтәргә киткән, өҫтәүенә, 295 кеше хәрби уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Шул уҡ ваҡытта ун меңгә яҡын үҫмер сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.
Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы дауам итә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда 2550-нән ашыу кеше ҡатнаша. Инглиз, француз телдәре, астрономия, география, мәҙәниәт буйынса олимпиадаларҙың һөҙөмтәләре буйынса, 480 уҡыусынан һигеҙе – еңеүсе, 104-е лауреат булған.
2013 йылда хеҙмәткәрҙәре алдында эш хаҡы буйынса бурыстары булған банкрот предприятиеларҙың һаны 105-тән 89-ға тиклем кәмегән. Дөйөм алғанда, шундай предприятиеларҙың эш хаҡы буйынса бурысы 76 миллион һумға ҡыҫҡарған. Бынан тыш, банкрот ойошмалар иҫәбенең дә кәмеүгә табан барыуы (783-тән – 683-кә) күҙәтелгән.
“Башҡортостан – Болгария” дуҫлыҡ йәмғиәте 155-се лицей уҡыусыларының Болгария рәссамы Корнелия Марган менән осрашыуын ойошторҙо. Ижадсы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң Болгарияға йәшәргә китә. Әлеге ваҡытта ул бик әүҙем тормош алып бара, күп сәйәхәт итә, яңы картиналар ижад итә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Юлдаш» радиоһы һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» исемле яңы китабының исем туйын ойошторҙо. Был баҫма үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып донъя, ил һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо ваҡиғаларын, процестарҙы, ҡарарҙарҙы анализлауҙан тора. Автор үҙ кисерештәрен яҙа, радиожурналистика буйынса йәш белгестәргә эшлекле кәңәштәр бирә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.