17.01.2014 Катар менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ
Башҡортостанға Катарҙан “I.A.S. International” (“И. А. С. Интернейшнл”) компанияһы вәкилдәре килеп ҡайтты. Компания башлығы Иссам Абдул Саламды БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
Алыҫ ил ҡунағын республикалағы хәл-торош менән таныштырғас, инвестиция әүҙемлеге, кредит мөмкинлектәре тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостанға сит ил капиталы килеү күләме арта. Республикала улар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Катар менән дә берлектә эшләү йүнәлештәре бар. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов бер нисә проектты атаны. Уға тимер рудаһын ҡулланып юғары сифатлы суйын етештереүсе тау-металлургия комплексы, фруктоза, глюкоза алыу өсөн бойҙайҙы тәрән эшкәртеүсе предприятие төҙөү кеүектәр инә. Бынан тыш, Катар нефть химияһы тармағында ҙур индустрия парктары төҙөүҙә ҡатнаша ала.
Иссам Абдул Салам билдәләүенсә, ул Өфөлә бик ҙур мөмкинлектәр күрә. Әйткәндәй, Катар делегацияһы республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин менән осрашып, инвестиция һалыу, нефть һәм газ өлкәһендә, авиация сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләшкәйне. Катар тәбиғи газ запастары буйынса донъяла – өсөнсө, уны экспортлау буйынса алтынсы урынды биләй. Нефть һәм нефть продукцияһы һатыу буйынса ла алдынғылар рәтендә.