RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » МИФТАХЕТДИН АҠМУЛЛАНЫҢ МӨХӘМӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВ МЕНӘН ӘЙТЕШКӘНЕ

17.01.2014 МИФТАХЕТДИН АҠМУЛЛАНЫҢ МӨХӘМӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВ МЕНӘН ӘЙТЕШКӘНЕ

Мулла Мифтахетдин бине Камалетдин әл-Башҡорди бине Ишмөхәмәт – Аҡмулла 1894 йылда Өфөгә килә. Шунда уға Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев менән осрашыу насип була. Шул мәлдә, мөфтөй хәҙрәттәренең ризалығы буйынса, бер мәжлестә ике мәғрифәтсе шағирҙың – М. Аҡмулла менән М. Өмөтбаевтың шиғри әйтешен ойошторалар. Р. Фәхретдинов ошо хаҡтағы хәтирәһендә Аҡмулланың шул саҡтағы рухи күтәренкелек кисереүенә һоҡланыуын белдергән. Был әйтештең тексы, йөкмәткеһе хаҡында, үкенескә күрә, мәғлүмәт ҡалмаған. Әгәр инде шул ике мәғрифәтсе шағирҙың ташҡа баҫылған әҫәрҙәрен сағыштырып уҡыһаҡ, уларҙа ауаздашлыҡты ла, береһе ҡағылған мәсьәләгә икенсеһенең яуабына, йә булмаһа, бер-береһенең фекерен ҡеүәтләүгә оҡшаған куплеттарға ла юлығырбыҙ.
Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ҡул ҡуйған махсус фарман буйынса, 2007 йылдан алып беҙҙә Аҡмулла көндәре үткәрелеп килә. Уға әҙерлек дәүерендә олоһо ла, кесеһе лә, ғалимы ла, фольклор ансамблдәре лә ҡайта-ҡайта уның ижадына мөрәжәғәт итә. Бына шуны иҫәпкә алып, ике шағирҙың 1894 йылдағы әйтешен нисек күҙ алдыма килтерһәм, шулай һеҙҙең хөкөмгә сығарам, ҡәҙерле уҡыусылар. Бәлки, кемдәрҙер уны ыҡсымлата төшөр, кемдәрҙер төҙәтмәләр индерер, улары һеҙҙең ихтыярҙа. Тик һөҙөмтәһе генә яҡшы булһын. Эйе бит?
Аҡмулла:
Сәләм йәше-ҡартына,
Имән ҡала халҡына,
Шәкерттәргә, хәлфәгә,
Башҡорт атлы ҡәлғәгә!

Мифтахетдин атлымын,
Бер түгел, күп ҡатлымын.
Түгелмен мин әтәмбәй,
Мин затлынан затлымын.

Ҡобағош булған бейем,
Мең ҡәүеме, тим, илем,
Һыулаған һыуым – Димем,
Тапмамын уның тиңен.
Ҡайҙа ғына барһам да:
“Аҫабамын мин!” – тимен.

* * *
Мин үҙем бер дәрдмәнд1
диуанамын,
Ҡайҙа бер тәхҡиҡ2 күрһәм,
ҡыуанамын.
Был затта ғәжәп тәхҡиҡ
күргәндән һуң,
Ихтыярһыҙ, шул сәбәптән
йыуанамын.
Мәжлесенә ҡарай ғына
ғауғабыҙ бар,
Ҡоҙоғона ҡарай ғына
ҡауғабыҙ3 бар.
Эрбет4 менән Мәкәрйәгә5
сама ҡайҙа –
Баҙарына ҡарай ғына сауҙабыҙ
бар.
(44 – 45-се б.)

Мөхәмәтсәлим:
Мулла Мифтахетдин һин,
(Аҡылың – алтын, тәрән киң),
Бин-Камалетдин – һин,
Бин-Ишмөхәмәт – һин,
Әл Башҡорди тигән – һин.

Уйҙарың аҡ булғанға,
Әйткәнең хаҡ булғанға,
Һүҙең шифа булғанға,
Үҙең вафа6 булғанға,
Ятҡа ҡаза булғанға,
Эсең таҙа булғанға,
Абруй ҡаҙанып шуға,
Ат алғанһың Аҡмулла.

Мөхәммәткә иш булған
Икән һинең олатаң.
Ишмөхәмәт атлы ине
Минең һөйөклө атам.

Һин – Ҡобағош затынан,
Мин – бер кантон затынан –
Иш янына ҡуш булып,
Тыуғанбыҙҙыр атанан.

* * *
Беҙҙе Йомран иле, тиҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тиҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
(35-се б.)

Эй, һин мулла – ғилем эйәһе,
Ҡатып ҡалма ҡыш һәм яҙы;
Насарлыҡтың булма эйәһе,
Була күр мәрдтәрҙән7!
(64-cе б.)
Камаләте бер ир ҡана8,
Сығыр сараһы мәйданә9.
Илеңдә булһа мәрданә10,
Нәсихәт ал ул рәһбәрдән11.
Ҡыуаҡты тәрбиә ҡылһаң,
Күрерһең һәм тирәктәрҙән.
Табырһығыҙ һәм ирҙәрҙән,
Уҡытһаң йәшерәктәрҙән.
(36-сы б.)
Килереңде һиҙгәнмен дә
Һин тип тиҙләп килгәнмен.
Донъяны һин күп гиҙгәнһең,
Һөйлә беҙгә белгәнең!

Аҡмулла:
Сәләмәт бул, Сәлим туған,
Ишетмешсә, һин бик уңған,
Өс-дүрт телдә һөйләшәң тип,
Уҡыйһың тип уңдан, һулдан.

Ғилем, белем, тип әйткәнең
Әле шуға ышандырҙы.
Алмаштыра алырлыҡһың
Ун-егерме ишандарҙы…

Бәрәкалла! Бәрәкалла!
Бирһен Алла! Бирһен Алла!
Әйтер һүҙем һеҙҙең алда,
Хаҡ Тәғәләм, шуға ялға!

* * *
Бөгөнгө көн башҡорттарға
Нимә кәрәк?
Бөгөнгө көн барсабыҙға
Нимә терәк?

* * *
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк,
уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу
һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы
ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан
ҡурҡыу кәрәк!

Илтифат ит: уҡыуҙалыр
шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр күп
афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа
йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек,
кәрәмәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл
булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл
булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам
тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл
булыр.

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун
булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн
булмай.
Белемлелек – арыҫландан
көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң
һис өн булмай.

Алтыға берҙе ҡушып, бер саҡ,
ун, тиерҙәр,
Сәғәт уғын бороп, төндө көн,
тиерҙәр,
Оптималлек бына шул ул, тип
әйтерҙәр,
Модернизацияһы ла шул уҡ ул,
тиерҙәр.
Йыл аталыр бер мәл “Уҡытыусы
йылы” тип –
Бер-бер артлы мәктәп һүнә
торор тик.
Бик күп бала уҡый алмай
ҡаңғырышыр,
Уҡытмаусы уҡытыусы ҡан
илашыр,
Һәм талашыр тамаҡ өсөн
дәүләт менән,
Аҡтыҡ ҡына ҡалған көсө, ҡеүәт
менән.
Үс иткәндәй бына шуға, ныҡ
тырышың,
Уҡығыҙ, башҡорттарым,
йәйен, ҡышын!
Йәлләп тормай бар ҡеүәтең,
дәртең көсөң,
Таҙа тотоң һәр даим да эсең,
тышың,
Ваҡытынан алда Әжәл көтмәҫ
өсөн,
Уралыңды яттар алып бөтмәҫ
өсөн.

Мөхәмәтсәлим:
Афарин, кем, һай, Аҡмулла!
Аҡ юл булһын һинең алда,
Ғүмереңде бәрәкәтле
Итһен Алла, итһен Алла!

Һин әйткәнде тик ҡеүәтләп,
Хазинамдан сүпләп-сүпләп,
Әйтәйемсе бер һүҙ ипләп,
Ултыра күр мине йөпләп.

* * *
Әгәр ахмаҡ өгөт һораһа,
Бирә күр һин, минут торһа;
Һүҙеңә әгәр ҡолаҡ орһа…
Мәгәр алмаһа, ынйы сәсеп,
Ғилемең ишеген асып,
Ебәк таҫма телен аҫып,
Белерһең кем яһилдарҙан.
Ғилем менән изге булһаң,
Көрәш менән бөйөк булһаң,
Һөнәрҙәрҙә алдын булһаң,
Мөхәббәт булһын илдәрҙән…

Аҡмулла:
Һүҙем ослап, шуны әйтәм,
Йәмәғәт:
Был мәжлестән мин бик-бик тә
Ҡәнәғәт.
Дәхи шуға өҫтәп шуны
Әйтәйем:
Йәдкәр итеп, һеҙгә әшкәр
Итәйем.

* * *
Һүҙ сығыр шағирҙарҙан хикмәт
менән,
Унса күҙ алартмағыҙ хиддәт12
менән.
(47-cе б.)

Хәленсә ғалимдарға маҡтау
лайыҡ,
Вә ләкин һәр ҡош, осоп,
ыласын булмай.
Бынан башҡа әйтер һүҙем
тулып ятыр –
Тәғәйенләп һәр бер һүҙҙе әйтеп
булмай
(51-cе б.)

Ғали талаптар ҙа Хаҡҡа13
мәрҡад14,
Киләсәк маҡсаттар ҙа Хаҡҡа
мирьат15.

“Иғтибар”16 ҙа иғтибарға алған
икән,
Хөрмәтле Ризаитдин – бер
камил зат
(53-cө б.)
Ул да бер ғалим икән һөйләй
торған,
Моратына ҡаршыларҙы һөймәй
торған.
Ғалимдар майҙанында мәжлес
тотоп,
Ҡурайы килешкәндә, көйләй
торған
(57-се б.)

Ашҡан бер ғалим сыҡһа,
яманлайбыҙ,
Мәжлесте ғәйбәт менән
тамамлайбыҙ.
Эшебеҙ – йә мыҫҡыллау йәки
хурлау.
Үҙебеҙҙе һәр ғәйептән
аманлайбыҙ.

Яҡшыны һүккән менән, аты
китмәҫ,
Яман һүҙҙең күңелдән даты17
китмәҫ.
Саф алтынды нәжескә буяу
менән,
Нәжес китер, алтындың заты
китмәҫ
(61-cе б.)

Ҡымыҙ эсеп, һөнәр булмаҫ ит
аҫтырған,
Беҙҙәрҙе йәһәләткә
тоташтырған.
Замана ҡалай булһа, барыу
шулай,
Сығайығыҙ шул тарихтан
аҙаштырған!
(21-cе б.)
Мөхәмәтсәлим:
Килде беҙгә айырылыу
көндәре, эй, дуҫҡайым,
Бер аҙ шулай һөйләшеп ҡалмаҡ
кәрәк.
Йылдар тороп, күҙҙәр күреп,
һүҙ бөтмәгәс,
Һүҙ табалмай әл-фираҡ18
нитмәк кәрәк
(73-сө б.)

Иҫкәрмәләр: 1) йәйә эсенә “Аҡмулла. Шиғырҙар” (Төҙөүсеһе, аңлатмалар һәм баш һүҙ авторы Әхәт Вилданов; яуаплы мөхәрр. Ғайса Хөсәйенов. – Өфө, 1981), йә“Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Йәдкәр” (Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғиниәтулла Ҡунафин; яуаплы мөхәрр. Ғайса Хөсәйенов. – Өфө, 1984) китаптарынан алынған куплеттарҙың нисәнсе биттән икәнен күрһәтә булыр; 2) ҡырлы йәйәләр [] эсендәге куплеттар әйтеште реконструкциялаусыныҡы булыр.
ӘҘӘБИӘТ:
1. Аҡмулла М. Дамелла Шиһабетдин хәзрәтнең мәрсияс. – Казан, 1892.
2. Аҡмулла. Шиғырҙар / Төҙөүсеһе, аңлатмалар һәм баш һүҙ авторы Әхәт Вилданов; яуаплы мөхәрр. Ғайса Хөсәйенов. – Өфө, 1981. – 223 б.
3. Миңнуллин К.М. “Сүз чыгар шагыйрьләрдән хикмәт белән...” //Акмулла һәм хәзерге заман. – Казан, 2007. – 5 – 6-чы б.
4. Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим. Йәдкәр / Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғиниәтулла Ҡунафин; яуаплы мөхәрр. Ғайса Хөсәйенов. – Өфө, 1984. – 287 б.
5. Усманов М. Каурый каләм эзенән. – Казан, 1983. – 225 – 300-че б.
6. Әхмәтйәнов М. И. Акмулла әсәрләренең кулъязмаларда таралыш тарихынан //Акмулла һәм хәзерге заман.– Казан, 2007. – 129 – 135-че б.

Әйтеште реконструкциялаусы
Әхмәт Сөләймәнов.


1 Дәрдмәнд – хәсрәтле, бисара.
2 Тәхҡиҡ – дөрөҫлөк, хаҡлыҡ.
3 Ҡауға – күнәк.
4 Эрбет – Ирбет йәрминкәһе.
5 Мәкәрйә – Түбәнге Яңы ҡала (Нижегород) йәрминкәһе.
6 Вафа – тоғро.
7 Мәрд – кешелекле, ҡыйыу кеше.
8 Камаләте бер ир ҡана – ғилем-һөнәре камил бер ир.
9 Мәйданә – майҙанға.
10 Мәрданә – ғәйрәтле, ҡыйыу ирҙәр.
11 Рәһбәрдән – юл күрһәтеүсенән, етәксенән.
12 Хиддәт – асыу.
13 Хаҡ – Хаҡ Тәғәлә – Алла.
14 Мәрҡад – ҡәбер.
15 Мирьат – көҙгө.
16 “Иғтибар” – Ризаитдин Фәхретдиновтың китабы.
17 Даты – тут.
18 Әл-фираҡ – айырылышыу.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә