31.12.2013 Юлдар – тормош көҙгөһө
Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе.
Саҡмағош юл хеҙмәтенең тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Йылдар дауамында ҙур эштәр башҡарыла, бай эш тәжрибәһе туплана. Һөҙөмтәлә идаралыҡ техник йыһазландырылған предприятиеға әүерелә. Ул, район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр төҙөү, предприятиелар, социаль объекттарҙың территорияһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Йыл һайын Хөкүмәт территориаль заказын үтәүгә – төҙөлөш, ремонт һәм автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә 120 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелә. Хәҙерге ваҡытта предприятие ҡарамағында 416 саҡрымға яҡын юл иҫәпләнә. Шуларҙың 392,1 саҡрымы – ҡаты япмалы, 186,4 саҡрымы – асфальт юлдар һәм 34 күпер, 303 һыу үткәреү торбаһы.
Ағымдағы йылда саҡмағоштар 114,146 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Әйтәйек, Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы, Саҡмағош – Дүртөйлө, Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юлдарын ремонтлағандар. Тышҡы заказ буйынса Молодежная, Кольцевая, Береговая урамдары, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына инеү-сығыу юлдары асфальтланған, спорт сараларын уҙғарыу өсөн Кәшәк ауыл биләмәһен төҙөкләндергәндәр, Саҡмағош, Иҫке Ҡалмаш, Митрәй-Әйүп ауылдарындағы ҡомташ йәйелгән урамдарҙы ремонтлағандар. Яҡын киләсәктә Шишмә – Языков – Саҡмағош автомобиль юлына капиталь ремонт эшләргә йыйыналар.
Идаралыҡ ҡеүәтле матди-техник базаға эйә. Был бурыстарҙы сифатлы һәм ваҡытында башҡарырға булышлыҡ итә. Бының өсөн үҙҙәренең ике асфальт бутаусы ҡорамалы, автоүлсәгес хужалығы һәм аттестациялы лабораторияһы булған асфальт-бетон заводы бар. ДС – 158, ДС 117 – 2К ҡорамалдары, 350 кубометр һыйҙырышлы битум һаҡлағыс тулыһынса компьютерлаштырылған. Улар йылына 22 – 25 мең тонна асфальт-бетон етештерә. Продукцияның сифат сертификаты бар.
Предприятиеның уңыштары юлсылар коллективының фиҙакәр хеҙмәтенә бәйле. Улар, йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә юлдар һәм инженерлыҡ ҡорамалдары һәр саҡ яҡшы, техник яҡтан төҙөк, заман талаптарына тура килһен, тип тырыша. Бөгөн идаралыҡта атҡаҙанған юл хеҙмәткәрҙәре, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә белгестәр эшләй. Предприятие етәксеһе Риф Хәбибрахман улы Мусин Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исеменә лайыҡ. Ул абруйлы коллектив менән 20 йыл етәкселек итә. Талапсан, булдыҡлы, юғары ойоштороу һәләтенә эйә етәксе йылдар дауамында берҙәм коллектив туплай. Бында 75 кеше эшләй. Улар – юғары класлы белгестәр, күптәр үҙҙәренең ике-өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен юл төҙөлөшө хеҙмәтенә бағышлаған. Риф Хәбибрахман улы республиканың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәрҙәре – водителдәр Ф. Бәхтегәрәев менән И. Әғзәмовты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, юл мастеры Ә. Нәбиуллинды, СТС-тың почетлы хеҙмәткәрҙәре Г. Капитонов, Ә. Мостафиндарҙы маҡтап телгә алды. Йәштәр ҙә һынатмай. Йәш водителдәр И. Әғзәмов, А. Хәбибуллин, А. Әхмәҙуллин, И. Солтанов, И. Латипов, механизаторҙар Р. Кирәев, Р. Хисамов, Ф. Вәлиуллин, Р. Фәтхетдинов һәм башҡа бик күптәр үҙ эшенә намыҫлы ҡарай.
Коллективта оҙаҡ йылдар юл хеҙмәтендә эшләгән ветерандарҙы хөрмәтләү традицияға әйләнгән. Йыл һайын Еңеү байрамында, халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә, юбилейҙарҙа тантаналы саралар уҙғаралар, тәбрикләп, бүләктәр тапшыралар.
Идаралыҡ етәкселеге юл төҙөүселәр тураһында хәстәрлекте алғы планға ҡуя. Бында эшселәрҙең хеҙмәтен хәүефһеҙ итеү, ялын ойоштороу өсөн шарттар тыуҙырылған. Заманса йыһазландырылған ял бүлмәләре ҡаралған, эш урындарында йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолған.
Етәкселек социаль мәсьәләләргә лә етди иғтибар бүлә. Эшселәр һәм уларҙың ғаиләләренә республика шифахана, ял йорттарына ташламалы хаҡҡа юлламалар бирелә. Шәхси йорт һалыусыларға төҙөлөш материлдары бүленә. Социаль ярҙам һәм төрлө дәртләндереү саралары хеҙмәткәрҙәргә тағы ла тырышып эшләү мөмкинлеге бирә.
Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективы “Башкиравтодор” йәмғиәтендә эшләүсе хеҙмәттәштәрен Яңы йыл менән ҡотлай. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, хеҙмәт уңыштары теләй.
Сөмбөл САБИТОВА.