RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сөм тәрилкә, һай һауыт

13.12.2013 Сөм тәрилкә, һай һауыт

Яңы йыл байрамы сценарийы.
Ҡатнашалар: Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Һарыҡ
Ҡарлуғас
Тауыҡ
Шүрәле
Тумыртҡа
Һигеҙаяҡ


Сөм тәрилкә, һай һауытҠыш бабай. Һо-о-о! Ниндәй матур көй яңғырай. Рәхмәт төшкөрҙәре! Арыу-талыуҙы һыпырып алдылармы ни, юҡҡа сыҡты. Байрамға әҙерләнәләр! Ҡарһылыу ҡыҙым, күҙең үткер, бармы беҙҙең менән ҡуша шатланыусылар?
Ҡарһылыу. Булмаймы һуң! Шыршы янында йәнлелек, Ҡыш бабай. Әкиәт иленә аяҡ баҫабыҙ!
Ҡыш бабай. Бәй, үҙебеҙ ҙә әкиәт иленән бит! Ана шул әкиәтте алып килеүселәр беҙ инде. Хәйер, беҙ генә түгел… Сихри илгә аяҡ баҫыр өсөн яҡшы, яҡты күңелле кешеләрҙең мәртәбәле һүҙе, матур теләктәре кәрәк. Һәм, әлбиттә…
Ҡарһылыу. Әйтеп бөт, Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай. Әкиәт геройҙары кәрәк. Яңы йыл бит! Әкиәтебеҙгә юл асыҡ!
Ҡарһылыу. Эйе, беҙҙән мөғжизә өмөт иткән дуҫтарыбыҙ нимә эшләй икән? Күҙ һалайыҡ, Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай. Төп күстәнәс – шатлыҡ. Минең тоҡҡа ер шарына етерлек яҡшылыҡ һыйған.
Ҡарһылыу. Насарлыҡҡа урын юҡмы?
Ҡыш бабай. Урын ҡалдырмайбыҙ! Асыуланышҡандарҙы ҡабаттан дуҫлаштырабыҙ. Йәнлек-януарын, ҡош-ҡортон, һәммәһен дә ҡыуандырабыҙ! Яңы йыл – уртаҡ байрам, Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу. Аңлашылды, тылсым донъяһына юл асыҡ.
Сығалар. Шүрәле инә.
Шүрәле. Харап икән, ҡалай маҡтанышалар. Ә минең урманымда йөрөп ятҡандарын иҫтәренә лә төшөрмәйҙәр Ныу ҡунаҡтарығыҙҙы ҡыҙыҡ итмәһәмме! Исемем Шүрәле булмаҫ. Ана, икәүһе аңшайышып ҡына… бында яҡынлашалар. Һарығын ҡытыҡлайым, Тауығын тамаҡлайым!
Һарыҡ. Тауыҡ, Тауыҡҡай, бына ошонда була, тинеләр бик ҙур байрам! Юҡһа, һин: бармайым, ҡуй ҙа ҡуй… Был бит донъяуи туй!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта! Бигерәк ҡатмарлы һөйләйһең, Һарыҡ. Ябайыраҡ аңлат.
Һарыҡ. Һай, тауыҡ баш! Мине аңра һарыҡ, ти торғайнылар. Һинең менән сағыштырғанда мин ғалим икән.
Тауыҡ. Ҡар туйы, тинеләр, тиле бәрән, ә!.
Һарыҡ. Ҡар туйы? Уныһы нимә була?
Тауыҡ. Әллә ҡыш туйы, тинеләрме? Туҡта-туҡта, хәҙер иҫкә төшөр... Байрам, күстәнәс…
Шүрәле. Дуҫтар, мин урман хужаһы. Баш ватмағыҙ. Һеҙҙе мин ҡаршы алам. Мул табын көтә һәммәгеҙҙе лә.
Һарыҡ. Табынды әҙерләп тә ҡуйҙыңмы ни?
Шүрәле. Нимәһен әҙерләргә?.. Үҙегеҙ әҙер ризыҡ булып тораһығыҙ…
Һарыҡ. Ҡысҡырыбыраҡ әйт. Ишетелмәй. Әйҙә, улай булғас, тура табынға!
Шүрәле. Тура! Туп-тура. Тик ҡайҙа маҡтансыҡ Әтәс? Тауыҡ, һеҙҙең әүҙем командала ул гел алдан йөрөй торғайны. Бахырсыҡ, аҙашмаһа ярар ине, тием!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта! Бөгөн минең иң алда булғым килә, үәт! Һыйлы табын, мул өҫтәл… Һис кенә лә баш тартмайым.
Шүрәле. Эйе-эйе, ҡунаҡтарҙы оло табаҡ, ҙу-у-ур ҡошаяҡтар көтә. Бөтөнөһө лә бушлай.
Тауыҡ. Һарыҡ, бер йыллыҡ запас туплап ҡайтайыҡ. Бөтәһе лә бушлай бит!
Һарыҡ. Унан йыл буйы көйшәрбеҙ!
Тауыҡ. Юҡ, сүпләрбеҙ! Тип-тип-тип… Тары бөртөкләрбеҙ, йәме, Һарыҡ.
Һарыҡ. Бәй-бәй, ба-ба-уырһаҡ, бә-әлеш, бә-әрәмәс… Бер тоҡ бә-әхет…
Тауыҡ. Миңә бәхете улай күп кәрәкмәй. Минең ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә етә ни бары бер күнәк тары, бер биҙрә ярма, бер силәк арпа…
Шүрәле. Артабан.
Тауыҡ. Артабан бер-ике тоҡ көрпә, шул дәүмәлдә картуф…
Шүрәле. Артабан!
Тауыҡ. Артабан ике-өс тоҡ арыш, бер тонна бойҙай, тонна ярым дөгө. Шуларға өҫтәп, тағы ла бер тәрилкә ем. Тәрилкәһе сөм булһын!
Шүрәле. Хи-хи-хи, ҡыҙыҡ итәм быларҙы! Тауыҡ, һиңә гәлсәр тәрилкәм әҙер.
Тауыҡ. Һе, тәрилкә… Бер тәрилкәнән кем туя?
Шүрәле. Сөм тәрилкә! Шулай тигәнде ишеткәнең бармы? Ышанмаһаң, төбөнә төшөп тикшерерһең.
Тауыҡ. Шикләнмә! Төшәм. Тикшерәм!
Шүрәле. Миндә, ғөмүмән, һай һауыт юҡ. Һарыҡ, һиңә лә төпһөҙ һауыт булыр.
Һарыҡ. Төпһөҙ, бик яҡшы. Тар булһа булһын, һай булмаһын.
Шүрәле. Хи-хи-хи… һай түгел. Ауыҙына бер бармаҡ һыйырлыҡ. Көршәк тип атала. Исеме былай-алаймы…
Һарыҡ. Минең морон да бәләкәс. Ҡупшы Һарыҡ мин.
Шүрәле. Ҡупшы Һарыҡ телен тығып болғатыр, һауаны көйшәр, хи-хи-хи…
Һарыҡ. Нимә, тиһең, йомарт хужа?
Шүрәле. Бәләкәс ауыҙын асып, һауытың көтә, тием!
Һарыҡ. Асығауыҙ бешерҙеңме ни?
Шүрәле. Бешерермен һине, шуға көтәм…
Һарыҡ. Ҡысҡырыбыраҡ, асығыраҡ итеп әйт.
Шүрәле. Бешерермен, һине шуға көтәм! Бер өтөр етә мәғәнәне үҙгәртергә, хи-хи-хи!..
Ҡарлуғас инә.
Ҡарлуғас. Сәләм, дуҫтар!
Тауыҡ. Туҡта-туҡта, һин кем?
Ҡарлуғас. Ҡарлуғас!
Тауыҡ. Ишеттеңме Һарыҡ, ул да ас.
Һарыҡ. Бигерәк ябыҡ шул, өтөк кенә…
Ҡарлуғас. Юҡ, дуҫтар, мин ас түгел. Исемем Ҡарлуғас!
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ. Ул хәҙер ҡарлытуҡ.
Ҡарлуғас. Ҡалай һеҙ мәрәкә заттар!
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ, туҡ булғас, көлөрлөк хәле лә бар. Әйҙә, уны үҙебеҙ менән алайыҡ.
Ҡарлуғас. Юҡ-юҡ, мин бармайым. Ҡыш бабай килеп етер. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алаһы бар. Оят булыр.
Тауыҡ. Ишеттеңме, Һарыҡ, ул ояла. Ә беҙ һинең менән ҡыйыу ҙа, батыр ҙа. Бик оялмайбыҙ ҙа.
Һарыҡ. Ҡуш йөрәклебеҙ. Беҙгә барыбер. Киттек.
Шүрәле. Гәлсәр һауыт һиңә, Тауыҡ. Ах, йөҙҙөрәм мин һине… Хи-хи-хи!.. Сәпәкәй итә-итә тамаша ҡылырмын.
Тауыҡ, Һарыҡ, Шүрәле китәләр. Тумыртҡа инә.

Тумыртҡа. Һуңлауын һуңламаным, өлгөрҙөм. Шулайҙа мин ас! Ҡарлуғас. Һаумы, Ас! Ә мин Ҡарлуғас! Сәләм!
Тумыртҡа. Мин ас, тием.. Асыҡтым. Юл оҙон булды
Ҡарлуғас. Сәйер, бөтәһе лә ҡорһаҡты хәстәрләй… Быйылғы әкиәти ҡунаҡтарҙы мин бик аңлап бөтә алмайым. Кем һуң һин?
Тумыртҡа. Нисек мине танымаҫҡа мөмкин? Иҫеңә төшөр, йә Ту-у…
Ҡарлуғас. Туҡ!
Тумыртҡа. Ту-у-у…
Ҡарлуғас. Туң…
Тумыртҡа. Әй, әттәгенәһе! Тумыртҡаны ла танымаҫтар икән!
Ҡарлуғас. Fәфү ит, Тумыртҡа. Шаярттым ғына. Юғиһә, һинән алда килгән ҡунаҡтар «ас» менән «туҡ» тигән һүҙҙәрҙе генә ҡабатлайҙар ине. Тамаҡты ғына ҡайғырталар.
Тумыртҡа. Нисек мине бүтәндәр менән сағыштырырға мөмкин? Fәрләнәм. Оҙон суҡышлылар донъяла бик әҙ.
Ҡарлуғас. Ул дәрәжәне аңлатамы?
Тумыртҡа. Ысынлап та бик аҡыллы фекер әйттең. Был турала бик етди уйларға кәрәк. Шунан халыҡ тикшереүенә сығарырға! Суҡыш һәм дәрәжә - көнүҙәк мәсьәлә. Мин ағастарҙы ҡайғыртам. Йәй буйы эшләйем. Хатта йәй ялға китергә ваҡытым юҡ.
Ҡарлуғас. Туҡ-туҡ-туҡ… Шулаймы!
Тумыртҡа. Эйе! Мин бит Тумыртҡа, туҡылдарға тейешмен. Ләкин был минең туҡ икәнде аңлатмай!
Ҡарлуғас. Һе-е! Бик ғәжәп!
Тумыртҡа. «Йәшеллек», «яҙ», «тормош» - бына ниндәй юғары принциптар, бөйөк идеялар, ялҡынлы теләктәр минең күңелдә.
Ҡарлуғас. О-о-о, ҡалай бөйөк һүҙҙәр!
Тумыртҡа Ләкин бөйөк һүҙәр менән генә туҡ булып булмай. Шулай ҙа бында буш килмәнем, шиғыр яҙҙым. Тыңла, Ҡарлуғас!
Бер ағасты үбәм,
Икенсеһен ҡосам.
Ҡортон сүпләп туйғас,
Зәңгәр күктә осам.
Алҡыштар-алҡыштар -
Миңә генә, дуҫтар!
Ҡарлуғас. Рәхмәт, Тумыртҡа. Бынан ары бөтөн урман һине алҡышлар.
Шүрәле Урманыма хужа булырға теләүселәр күбәйә түгелме? Ҡара бынау Тумыртҡаны! Сараһын табырбыҙ, суҡышыңды тыйырбыҙ… Ҡәҙерлеләрем, ҡәҙерлеләрем! Илай-илай тыңланым был шиғырҙы. Әйҙәгеҙ, минең табынға! Эйе, Тумыртҡа, һинең урманыңдың бәләкәс кенә бер мөйөшөндә мин табын әҙерләргә батырсылыҡ иттем…
Тумыртҡа. Үҙең кем булаһың?
Шүрәле. Шул бер ней… Шул ялбыр бер ҡош инде. Эъе.
Тумыртҡа. Ҡайҙа суҡышың?
Ҡарлуғас. Ҡайҙа ҡанатың?
Шүрәле. ¤йөмдә. Шуларҙы ремонталарға кәрәк ине. Тумыртҡаны үҙем менән алып китәм.
Ҡарлуғас. Бәй, Шүрәле, быға тиклем һиңә суҡыш-ҡанат кәрәкмәне бит!
Шүрәле. Ул минең яҡты хыялым, белгең килһә!
Ҡарлуғас. Бына ғәжәп, береһе лә Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, тип ауыҙ асмай. Шүрәле нимә менән арбай? Аңламайым. Беҙҙең янға бөгөн бик алыҫтан ҡунаҡ киләсәк.
Тумыртҡа. Ят ҡунаҡты күргем килә. Яңы йыл менән Ҡыш бабайға сәләм. Уларға арнап яңы шиғыр яҙам. Күңелем тулы идея!
Шүрәле. И-и-и идеялы аҡыллым! Бына һыҙмам, бына картам. Кире уйлаһаң, юл күрһәтелгән. Килеп ет, көтәм!

Шүрәле китә. Һигеҙаяҡ инә.
Һигеҙаяҡ. Шиғыр яҙыусы ҡошсоҡ: «Күңелем тулы идея», тиме? Ха-ха-ха…
Тумыртҡа. Көлмә минән! Идея менән генә тамаҡ туймай, беләм.
Һигеҙаяҡ. Уның ҡарауы минең ризыҡҡа күҙ һалғым да килмәй.
Ҡарлуғас. Танышайыҡ, ят ҡунаҡ!
Һигеҙаяҡ. Мин - Һигеҙаяҡ.
Ҡарлуғас. Тап һине көтәбеҙ, Һигеҙаяҡ!.. Рәхим ит байрамға, ят ҡунаҡ! Аппетитың юҡмы, нишләп ризыҡҡа күҙ һалғың да килмәй?
Һигеҙаяҡ. Аппетитым, һәр ваҡыттағыса, юҡ! Хатта уның бармы-юҡмы икәнен тикшерергә теләк юҡ.
Ҡарлуғас. Юҡ та, юҡ… Һин бигерәк ҡыҙыҡ, алыҫтан килгән ҡунаҡ.
Һигеҙаяҡ. Эйе, бик алыҫтан, океандан киләм. Яғымлы, йомшаҡ күңелле, миһырбанлы булғаным өсөн мине генә командировкаға ебәрҙеләр.
Тумыртҡа. Океандан!
Ҡарлуғас. О-о-о… Юлың оҙон. Талманымы аяҡтарың?
Һигеҙаяҡ. Ҡайһыныһылыр талды. Тикшерергә ваҡыт тапманым. Һанарға йыбанам мин. Математиканан йомшаҡ булдым. Бына шулай, ихтыярһыҙ, йыуаш, мәүеш бер затмын. Ә һүҙ көрәштерергә теш юҡ.
Тумыртҡа. Теш кәрәкмәй, суҡыш кәрәк.
Һигеҙаяҡ. Үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
Ҡарлуғас. Ҡарлуғас.
Тумыртҡа. Тумыртҡа. Минән бер ләпәкәй, бер бөжәк беҙҙән ҡотола алмай. Туҡ-туҡ, тишкесләйһең, унан һөйрәп килтереп сығараһың ҙур, оҙон…
Һигеҙаяҡ. Йыландымы!?
Тумыртҡа. Юҡ.
Һигеҙаяҡ. Аждаһанымы?
Тумыртҡа Ағас ҡортон. Шунан тәмләп кенә йотоп ебәрәһең.
Һигеҙаяҡ. Тфү, ерәндерҙең. Таҙамын, һыу эсенән сыҡмайым. Эстетик зауыҡ тигән нәмәң юҡ, Тумыртҡа. Нисек ҡорт сүпләргә мөмкин?
Тумыртҡа. Аппетитыбыҙ шәп!
Һигеҙаяҡ. Бәй, мин, бахыр, аппетит булмағас, нимә тура килә шуны йотам. Ҡорттан башҡаһын. Миңә Тумыртҡа ни ҙә, түмәр ни, Һарыҡ ни ҙә, Крокодил ни, Тауыҡ ни ҙә, Шүрәле ни… айырмайым. Ә мине гел ас, тиҙәр. Юҡ, туҡ мин. Булған-тапҡан нәмәгә ҡыуанып, риза булып тик йөрөйөм һыу эсендә. Бүтәндәр шикелле наҙланмайым, иркәләнмәйем. Мин бахыр иркәләнеүҙең нимә икәнен дә белмәйем. Бахыр, бешмәгән булғас. Эйе… Нишләп шымып ҡалдығыҙ. Байрам башлана ғына бит әле!
Ҡарлуғас. Бер генә һорау. Ә ас сағыңда нимә ашайһың?
Һигеҙаяҡ. Төрлөсә инде. Хәлгә ҡарап. Ә хәл бик юҡ. Таш йотҡан мәлдәр ҙә булды, тимер һоғонған саҡтар ҙа. Караптан тороп ҡалған ваҡ-төйәкте... Туҡта, ҡайҙа һыпырттығыҙ? Тумыртҡа, Ҡарлуғас! Мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ! Алығыҙ. Ҡалдырмағыҙ! Мин бит урманда тәү тапҡыр, яңғыҙым ҡурҡам! Киттеләр…
Мин Һигеҙаяҡ, Һигеҙаяҡ,
Нишләрмен бер үҙем бында?
Һәр бер ботаҡ һелкенгән һайын,
Йөрәгем әҙер шартларға.
Һау ҡалыр өсөн ҡарурманда
Һигеҙ түгел, ә йөҙ аяҡ…
Юҡ, ыста, нимә һөйләйем тағы,
Миңә бит кәрәк мең аяҡ!
Ә һәр аяҡҡа - ҡорос йөрәк.
Былай булмай, ҡана, боҫорға урын эҙләйем, тирә-йүнде һәрмәштерәйем. Эйе, разведка яһап киләйем.
Китә. Тумыртҡа менән Ҡарлуғас инә.


Ҡарлуғас. Тумыртҡа, һинең арҡала Шүрәленең табынына бара алманыҡ. Нишләп юл буйындағы түмәргә йәбештең? «Туҡ та туҡ!» Мәйтәм, был, ысынлап та, туҡ.
Тумыртҡа. Суҡышым туҡ, ә үҙем ас. Ағас ҡорто эҙләйем.
Ҡарлуғас. Сирҡаныс ҡорт эҙләп, түмәрҙе иләп сыҡтыңмы?.
Тумыртҡа. Ниндәй мәғәнәһеҙ һорау! Fөмүмән, ағас ҡортонан да тәмлерәк ниндәй ризыҡ булыуы мөмкин? Сеү… Шым бул. Ишетәһеңме!
Ҡарлуғас. Кемде?
Тумыртҡа. Атаҡ-атаҡ-атаҡ… Эргәңдә, ағас олононда бер ҡорт йыбырлай. Ә был ағаста икәү! Тс-с-с, ҡыбырлама…
Ҡарлуғас. Бөттө һинең менән дуҫлыҡ! Ҡорттан башҡа ҡайғың юҡ!
Тумыртҡа. Атаҡ-атаҡ-атаҡ, эйәрер инең Һигеҙаяҡҡа! Туҡта, һин ҡайҙа? Ҡарлуғас!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инәләр.
Ҡыш бабай. Тумыртҡа, туҡтатма Ҡарлуғасты. Осһон.
Тумыртҡа. О-о-о! Ҡыш бабай, Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу. Беҙҙең теләк бер: юлда булығыҙ, юлдаштар табырһығыҙ!
Ҡыш бабай. Шулай, Ҡарһылыу. Яңы йыл эҙләнеүселәргә яңы уңыштар алып килер.
Тауыҡ инә.
Тауыҡ. Уңыштар? Ниндәй уңыштар, Ҡыш бабай? Бына мин бөгөн эҙләндем. Эҙләнә торғас… Күрәһегеҙме, ниндәй хәлгә төштөм?
Ҡарһылыу. Ҡыш бабай, Тауығыбыҙ бөтөнләй күшеккән бит! Нимә булды һиңә, Тауыҡ?
Тауыҡ. Алданы мине Шүрәле. Гәлсәр тәрилкәм бар, ынйы-мәрйен йыйырһың, тине. Төшөп киттем…
Ҡыш бабай. Төшөп киттең аквариумға, шулаймы?
Тауыҡ. Шу-шулай.... Аквариум тулы һыу. Йөҙөп йөрөйөм, йөҙөп йөрөйөм.
Ҡарһылыу. Һин, Тауыҡ, йөҙәһеңме!?
Тауыҡ. Йөҙәм. Йөҙә торғас, бер заман һыу өҫтөндә суҡышым ғына тороп ҡалды. Суҡышымды ҡаплаһа, мин әйтәм, йөҙөргә түгел, һыу аҫтында йүгереп йөрөргә тура киләсәк. Яҡты донъяны, мәйтәм, быяла аша күҙәтергә тура киләсәк. Тик…
Ҡарһылыу. Нимә «тик»?
Тауыҡ. Тик һыу эсендә нисек тын алырмын икән, тием.
Ҡарһылыу. Шунан!
Тауыҡ. Шунан әллә кем суҡышымдан һөйрәп сығарҙы. Суҡышыма рәхмәт.
Ҡарһылыу. Нимә?!
Тауыҡ. Суҡышыма рәхмәт! Шул суҡышым булмаһа, мине кем һөйрәп сығарыр ине?
Ҡыш бабай. Тауыҡбаш… Һигеҙаяҡҡа рәхмәт. Ул сығарҙы.
Тауыҡ. Fәфү итегеҙ, нисә аяҡ?..
Ҡыш бабай. Башта әйт, ҡайҙа Һарыҡ дуҫың?
Һарыҡ. Мин бында, бында-а-а!
Ҡыш бабай. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабып килә… Мороноңа нимә булды, Һарыҡ? Һине Шүрәле ниндәй һауыт менән алдаштырҙы?
Һарыҡ. Әйтеүе оят. Морондо тыҡтым көршәккә. Ә көршәктең ауыҙы йәбеште мине моронға. Көрәштек тә көрәштек көршәк менән… Айҡаштыҡ. Тешләне көршәк морономдо… Һәм ысҡындырманы. Көмөш бөҙрә тунлы бәрән һарыҡ инем. Миңрәү һарыҡҡа әйләнә яҙҙым. Беҙҙән Шүрәле эс тырнап көләлер инде.
Ҡарлуғас инә.
Ҡарлуғас. Көлмәй-көлмәй. Көлөрлөк хәлдә түгел!
Тумыртҡа. Ҡарлуғас дуҫ! Һин китмәнеңме ни?
Ҡарлуғас. Яңы йылды ташлап китергә мин алйотмо ни? Нисек һеҙҙән айырылайым, ти! Шүрәлене Һигеҙаяҡ баҫтырып йөрөтә.
Тумыртҡа. Ҡайҙан беләһең?
Ҡарлуғас. Ҡай саҡ ағастарҙан бейегерәк осорға кәрәк!
Тауыҡ, Һарыҡ. Шүрәлене баҫтырамы! Шүрәле ҡасамы!
Ҡарлуғас. Йән-фарман ҡаса. Хәҙер улар бик алыҫта. Ҡаф тауы артында…
Ҡыш бабай. Ҡарһылыу, беҙҙең әкиәтебеҙ көтмәгән яҡҡа үҙгәреп китеп бара түгелме? Нишләргә?
Ҡарһылыу. Бәй, Ҡыш бабай, һинең бер тылсым һүҙең етә…
Ҡыш бабай. Әй әттәгенәһе, ҡартлыҡ! Мөҡәддәс бурысымды онотоп торам. Улай булғас, Шүрәле менән Һигеҙаяҡтың юлдарын үҙебеҙгә борайыҡ. Бер, ике, өс, беҙҙә бөтә көс. Һоп-па! Килеп тә баҫтығыҙмы?
Шүрәле. Ҡыш бабай! Ҡотҡар мине мынау быуынһыҙ аяҡтан!
Ҡыш бабай. Йә, ултыр эргәмә, Шүрәле. Һөйлә. Йыл һайын минең дуҫтарыма хаслыҡ ҡыла инең. Быйыл үҙең килеп ҡаптыңмы?
Һигеҙаяҡ. Ҡыш бабай, мин бит уны ихлас баҫтырам. Яратып!
Ҡыш бабай. Һүҙ - Шүрәлегә.
Шүрәле. Ҡарайым, был ҡарасҡының ҡаурыйы ла, мамығы ла юҡ. Суҡышы ла. Их мин әйтәм, ҡалай ҡытыҡларға йәтеш. Күҙ асып йомғансы ҡытыҡлап үлтерәм, тинем. Бармаҡтарымды ошолайттым. Тырпайттым. Ҡытыҡлайым-ҡытыҡлайым…
Ҡыш бабай. Шунан.
Шүрәле. Шунан йәнә ҡытыҡлайым.
Ҡыш бабай. Шунан.
Шүрәле. Шунан тағы ла нығыраҡ ҡытыҡлайым. Бер заман был мине эләктереп алмаһынмы! Үҙем менән алып китәм, миңә массаж яһаусы кәрәк, ти. Үңәстән алды.
Һигеҙаяҡ. Бәй, үңәстән алмай! Минең бишенсе аяғым, йәғни һәрмәүесем, һәр саҡ муйынға йәбешә! Fилми тел менән әйткәндә, функцияһы шулай! Беренсеһе генә билдән ала. Ә уныһы һин массаж яһағандан һуң ял итә ине. Рәхәтләнеп. Бөтәһе лә ғәҙел!
Шүрәле. Бындай ҡалын тиреле хайуанды күпме йәшәп күргән булманы!
Һигеҙаяҡ. Бынан ары гел күрерһең! Арҡамды һыларһың. Унан һәрмәүестәремде. Ҡыш бабай, Шүрәлене миңә Яңы йыл бүләге итеп бир. Урман тар баҫтырышырға. Ә океан икһеҙ-сикһеҙ! Шул сикһеҙлектә баҫтырышырбыҙ. Уның ырғый-һикерә ҡасыуына ла ғашиҡ булдым!
Ҡыш бабай. Ашыҡма, Һигеҙаяҡ! Урман Шүрәлеһеҙ тороп ҡалһа нишләр? Шүрәлеһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс. Тәбиғәткә оло хыянат.
Һигеҙаяҡ. Йыуашлығымды беләһең. Шуға баш тартаһың.
Ҡыш бабай. Ә юҡ, йыуаш Һигеҙаяғым! Эш бына нимәлә! Урман Шүрәленән тыш ҡороясаҡ. Былай ҙа урман ҡырыусылар етерлек. Ҡарһылыу. Шүрәле булғанға ғына урман бар. Ул үҙ биләмәһен ике ҡуллы яуыздарҙан һаҡлай.
Ҡыш бабай. Һис кенә лә көймәгеҙ, дуҫтар! Яңы йыл да мин һеҙҙең һәр берегеҙгә шәп бүләктәр әҙерләгәнмен.
Ҡарһылыу. Иң матур, иң изге теләктәрегеҙҙе лә еткерегеҙ.
Һигеҙаяҡ. Мөғжизәгә ышаныуы ҡыйын!
Ҡыш бабай. Мөғжизә яҡшы күңеллеләрҙе үҙ итә. Яҡшылыҡҡа урын бармы донъяла?
Бөтәһе лә. Бар-бар!
Ҡарһылыу. Ә беҙҙең йөрәктә?
Бөтәһе лә. Бар-бар!
Һигеҙаяҡ. Аңланыҡ. Ярар-ярар, һәр кем үҙ ерендә, үҙ ватанында көн итһен! Шүрәле, дуҫлашайыҡ. Ҡайһы ҡулымды ҡыҫһаң да ҡыҫ. Миңә барыбер. Уларға мин тиң мөнәсәбәттә.
Шүрәле Юҡ-юҡ, Былтыр ҡыҫҡайны. Шул етте. Бүтән ҡыҫмайым.
Һигеҙаяҡ. Бәй, киләсәк тә ҡыҫыр. Хәҙер килеп етә Яңы йылыбыҙ.
Шүрәле. Юҡ-юҡ-юҡ! Ҡул ҡыҫыуҙан мин туҡ.
Тумыртҡа. «Туҡ-туҡ» - ул бит минең пароль. Хәйер, туҡлыҡ бөтәбеҙгә лә етә!
Ҡарһылыу. Бер әкиәткә күҙ һалайыҡ, бер ысынбарлыҡҡа. Күңелдәр тула ҡыуаныс-шатлыҡҡа!
Ҡыш бабай. Ниндәй булды әле Йылан йылыбыҙ? Әкиәт дуҫтарыбыҙ әүҙем булығыҙ. Йә, Тауыҡ, иҫебеҙгә төшөр.
Тауыҡ. Тауыҡ, әлбиттә, хәтерле. Ләкин ул тиклем үк гений уҡ түгел дә баһа!
Һарыҡ. Ишеттегеҙме Тауыҡты! Йыл - уны, ул йылды хәтерләмәй. Ә Һарыҡты һәр йыл иҫтәренә төшөрәләр. Һарыҡҡа һәр саҡ ихтыяж бар. Ҡорбан ғәйете еттеме, бөтәһе лә йүгерә башлай. Ул һүрәттәр, открыткалар. Ул һый, ул табын.
Ҡарһылыу. Әлбиттә, Һарыҡ яҡты өмөт, яҡшы ниәт менән бәйле. Бер теләк: беҙҙе алда тағы ла матурыраҡ йылдар көтһөн.
Ҡыш бабай. Йылан йылын һағынып иҫкә алыусылар күп буласаҡ. Алдағыһы ниндәй булыр…
Тумыртҡа. Йылҡы йылымы?
Тауыҡ. Йылы-йылы! Минең дә күңелем йылы. Йылы ғына түгел, хатта ҡайнар. Ысын!
Шүрәле. Тауыҡбаш һин! Йә, ярай, ғәфү-ғәфү…
Ҡарһылыу. Әкиәт дуҫтарым! Ишетәһегеҙме, тояҡ сыңы!
Ҡыш бабай. Йылҡы йылының сәләме! Тотанаҡлы ла, ярһыу ҙа, дәртле лә, моңло ла.… Аҡбуҙыбыҙ, кәрәк саҡта йыуаш, кәрәк саҡта дауыл. Берсә елә, берсә оса..
Тауыҡ. Асыҡ ҡына аңлатығыҙ, зинһар, беҙгә тигән Йылҡы иң шәбеме?
Ҡыш бабай. Йылдың ниндәй икәнен унда бер аҙ йәшәгәс баһаларбыҙ. Ашыҡмайыҡ.
Ҡарһылыу. Теләктәр ҡабул була торған сәғәт һуҡты, дуҫтар!
Һарыҡ. Ваҡытында ямғыр яуһан, үлән гөрләп шәп үҫһен. Бесән мул, мал-тыуар көр булһын.
Тауыҡ. Иген ишелеп уңһын. Буралар лыҡа тулһын. Ҡош-ҡорт кинәнһен. Тик һауытығыҙ һай булмаһын!
Һарыҡ. Сөм тәрилкә әҙерләнгән, Тауыҡ! Беҙ бит һабаҡ алдыҡ.
Ҡарлуғас. Йылға-күлдәрҙе таҙа тотоғоҙ. Тәбиғәт - иң ҙур байлыҡ. Ҡарлуғастар, бүтән ҡоштар йылы яҡтан һағынып ҡайтырҙар.
Тумыртҡа. Урманды һаҡларға кәрәк. Урманды. Башҡортостан урманын. Ә беҙ, тумыртҡалар, ағастарҙы дауаларбыҙ. Бер сир ҡалдырмабыҙ. Тыуған ерҙе һөйөргә беҙҙән өйрәнегеҙ.
Шүрәле. Эйе,-эйе, Шүрәле кеүек урманға тоғролоҡ һаҡлаһындар! Миңә арнап мәшһүр йырҙар яҙһындар!.. Ҡунаҡтар килһендәр, тик тыйнаҡ булһындар!
Ҡарһылыу. Һигеҙаяҡ.
Һигеҙаяҡ. Аяҡ-ҡулығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ. Хәрәкәт итегеҙ. Йөҙөгөҙ, ишегеҙ. Сәләмәт булығыҙ. Спорт менән дуҫлашығыҙ!
Ҡарһылыу. Ә мин кешеләрҙең күңелдәренә миһырбанлыҡ ҡунһын, күңелдәре йомшарһын, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле булайыҡ, тип өндәшәм. Сөнки әкиәт донъяһы аша ғына донъяны һаҡлап ҡалып булмай. Кеше үҙе төҙөй, ҡора тормошон. Именлеген үҙе хәстәрләй. Беҙ был турала бары иҫтәренә төшөрөүселәр.
Ҡыш бабай. Бәрәкәтле тыуған еребеҙҙә сабый балалар тауышы йышыраҡ яңғыраһын. Сабыйҙар менән ҡуша ырыҫ, ҡот артһын. Йәшәү көсө урғылып торһон. Халыҡ артһын, ишәйһен. Кешеләр, именлек һеҙгә! Һәр берегеҙгә Йылҡы йылы йылы итеп йылмайһын!
Барыһы бергә. Бәхет ҡошо яурынығыҙға ҡунһын! Яңы йыл менән!
(Артабан төрлө номерҙар менән дауам итергә була.)


Фәрзәнә Аҡбулатова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә