13.12.2013 “Донъя иҡтисады үҫмәй, беҙҙеке үҫә”
Тағы бер йыл артта ҡалып бара, йәмәғәт. Үткән юлға йомғаҡ яһай торған, халыҡ телендә әйткәнсә, себеш һанар ваҡыт етте. Ғәҙәттә, ошо көндәрҙә ил етәкселегенең дә йылға һығымта яһауын тыңлап өйрәнелгән. Бына оҙаҡ йылдар инде алмашлап Владимир Путин менән Дмитрий Медведев әлеге бурыстарын теүәл үтәй. Улар даими рәүештә “тура эфир” аша халыҡ менән аралаша, ил кимәлендәге телеканалдарҙан ҡайһы саҡ бигүк уңайлы ла булмаған һорауҙарға ла яуап бирә, үҙ эшенә йомғаҡ яһай. Был юлы декабрь сығыштарын Премьер-министр Дмитрий Медведев башлап ебәрҙе.
Түбәндә – йыл һөҙөмтәләрен барлауҙан тыш, ярайһы күп кенә теманы үҙ эсенә алған “Премьер-министр менән һөйләшеү” программаһына бер байҡау. Дмитрий Анатольевичтың әйткәндәренән иң мөһим һәм көнүҙәк тип табылғандарын “һөҙөп” алырға тырыштыҡ.
Иҡтисад тураһында
– Беҙҙең иҡтисад торошо, башҡа үҫешкән һәм тиҙ үҫешә барған илдәрҙәге кеүек үк, ҡатмарлы. Дөйөм алғанда, беҙҙә, Европа һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙән айырмалы рәүештә, хәл-торош яҡшыраҡ та. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙә үҫеш бар. Ҙур түгел, әммә ул бар. Беҙ 3 – 3,5 процент үҫешкә өмөтләнгәйнек, ахыры, 1,5 процент булыр. Ә Европала үҫеш юҡ. Беҙҙә лә хәл ауыр ғына. Бының ике сәбәбе бар. Беренсенән, беҙ донъя иҡтисадының интеграль өлөшөнә әүерелдек. Бынан бер ҡайҙа ла китеп булмай. Шуға ла донъя иҡтисады нимә кисерә, беҙ ҙә шуны кисерәбеҙ.
Проблемаларыбыҙ бар. Бында үҫешкә аяҡ салыусы хеҙмәт етештереүсәнлеге, иҡтисад ҡоролошо, эшлекле климат, инвестицияларҙың етешмәүе инә. Ошолар тәңгәлендә эшләйбеҙ икән, хәлде яҡшыртып буласаҡ. Беҙҙең резерв бар, хәл-торош контролдә тотола. Бынан тыш, эшһеҙлек буйынса ла күрһәткестәр яҡшы. Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу алымы буйынса 5,5 процент. Был, үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға әҙерәк.
Беҙҙең бурыс та, эске тулайым продуктҡа (ВВП) ҡарата, ҙур түгел. 10,5 процент, минеңсә, яҡшы күрһәткес. Алтын-валюта һәм, ғөмүмән, 700 миллиард долларға торош иткән дөйөм резервты ла әҙ күләм тип әйтеп булмай.
Һуңғы йылдарҙа барлыҡ иҡтисади процесты яйлау күҙәтелә.
Хөкүмәт – етди структура
– Ил хөкүмәте йәш категорияһы һәм физик әҙерлек принцибы буйынса һайлап алынған футбол командаһы түгел. Ул – ҡатмарлы конгломерат (төрлө йыйылма). Минең фекерем – Хөкүмәтебеҙ абсолют эшкә һәләтле команда. Әлбиттә, министрлыҡтар йә министр эшмәкәрлегендә проблемалар килеп сығыусан, әммә бында ведомство менән етәкселек итә алырлыҡ әҙерлекле кешеләр йыйылған. Ҡайһы берҙәре көтөлгәнсә тиҙ генә әҙерлеген күрһәтә алманы-алыуын, шулай ҙа министр ҙур производство процесына етәкселек итә. Командала төрлө йәштәге кешеләр бар – 30 йәшлектәр ҙә, электән эшләүсе тәжрибәле белгестәр ҙә.
Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ темаһы
– Был бик ауыр тармаҡ. Уға бығаса берәү ҙә капитал һалырға теләмәне. Эшҡыуарҙар “нефтянка”, сауҙа, яңы технологиялар менән ҡыҙыҡһынды, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән юҡ. Хәҙер дәүләт тә, шәхси инвестор ҙа аҡса һала торған ваҡыт етте.
Коммуналь түләүҙәрҙе алдан алырға (предоплата) тигән тәҡдимгә килгәндә, ул бөтәһенә лә ҡағыла тип аңларға ярамай. Беҙҙә граждандарҙың 94 проценты ваҡытында түләп бара. Уларҙан аванс рәүешендә алыу дөрөҫ түгел. Һүҙ коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән алты процент халыҡ хаҡында. Хатта яртышар йыл түләмәүселәр бар. Баяғы алдан түләтеү тап шуларға ҡағыла. Әле был хаҡта фекер һәм тәҡдимдәр өйрәнелә, һуңғы ҡарар сығарылмаған.
Пенсия тураһында
– Был да, торлаҡ темаһы кеүек үк, көнүҙәк тема. Һәр кеше иғтибар итергә, буласаҡ пенсияһы хаҡында уйларға тейеш. Беҙҙең пенсия системаһы идеаль түгел. Һуңғы 15 – 20 йылда ул яңыртылыу осоро кисерә. Пенсия формулаһы ла юҡҡа ғына уйлап сығарылманы. Кешенең пенсияһы ике факторға бәйле булырға тейеш: эш хаҡы күләменә һәм стажына. Улар ҙурыраҡ булған һайын пенсия ла ҙурая. Шуға ла 2015 йылдың ғинуарынан махсус балл системаһы индереләсәк. Әле әҙерлек бара. Алдағы йылдарҙа ла пенсия тураһында закондар сығасаҡ, камиллаштырыласаҡ. Тупланма өлөшөнә (накопительная часть) килгәндә, Хөкүмәт уны алып ташларға йыйынмай. Беҙ бары тик системаны ғәҙел итәбеҙ. Һәр кеше үҙ аҡсаһын үҙе теләгәнсә тотона. Ил, Пенсия фонды һеҙҙең тупланмаға ҡарап тарифтар системаһын иҫәпләй. Һүҙ буласаҡ пенсияның тупланма һәм страховка өлөштәре хаҡында. Әгәр һеҙ барыһын да страховка өлөшөнә бирәһегеҙ икән, страховка тарифы 16 процент була. Ул сағында тупланма өлөшө тулыһынса дәүләт ҡарамағына күсә. Әгәр тупланма өлөшөн һаҡларға уйлаһағыҙ, уға үҙегеҙҙең алты процентты күсерәһегеҙ, был осраҡта страховка өлөшө 10 процент тәшкил итәсәк.
Ҙур саралар ҙа кәрәк
– Мин 2000 йылда Японияның Окинава утрауына “Ҙур һигеҙ” саммитына барғайным. Сараны үткәреүгә бер миллиард доллар аҡса сарыф ителгән. Ниңә ҙур булмаған утрауға шул тиклем аҡса тотоноуҙары хаҡында һорағас, яуап шулай булды: “Был артта ҡалған биләмә, шуға ла саммит һылтауы менән инвестициялар һалдыҡ”. Беҙ ҙә тап шулай эшләйбеҙ. АТЭС саммиты алдынан Владивостокта тейешле канализация ла юҡ ине. Ә хәҙер юлдар ҙа, иң ҙур театр ҙа, университет та бар, торлаҡ төҙөлөшө алға китте.
Сочи Олимпиадаһы менән дә шул хәл. Сочи – беҙҙең төп курорт, әммә уртаса кимәлдәге ине. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе. Сочиҙа уңайлы ҡунаҡханалар селтәре буласаҡ, спорт ҡоролмалары, турист инфраструктураһы, коммуникациялар, тауҙарға тимер юл. Һуңғыһын, Олимпиада булмаһа, беҙ ғүмерҙә лә төҙөмәҫ инек. Бында һалынған инвестициялар аҡлана.
Мигранттарһыҙ булмай
– Рәсәй – ҙур ил, уға өҫтәмә эшсе көстәр кәрәк. Әлбиттә, беҙ юғары квалификациялы белгестәр килеүен теләйбеҙ. Ундайҙар һаны арта, уларға айырым стимул да ҡаралған. Шулай ҙа беҙгә ябай эшселәр ҙә кәрәк. Беҙҙә эшһеҙлек кимәле ни өсөн түбән? Сөнки ситтән килеүселәр бар. Мигранттар үҙебеҙҙекеләр бигүк эшләргә теләмәгән тармаҡтарҙа эшләй. Тик сит илдекеләр законлы шарттарҙа эшләргә тейеш. Кем законға ярашлы килгән, улар беҙҙең мөхиткә яраҡлашырға, рус телен белергә, йолаларыбыҙҙы ҡабул итергә, үҙҙәрен цивилизациялы тоторға, ғәҙәттәрен беҙгә көсләп таҡмаҫҡа бурыслы. Минең был әйткәндәрем милләтселекте алға һөрөү түгел, ул – беҙҙең күп милләтле, күп конфессиялы илебеҙ өсөн бик насар.
Визалар йәһәтенән, бөгөн БДБ илдәре менән визаһыҙ мөнәсәбәт һаҡлана, шулай ҙа сикте үтеүселәрҙең сит ил паспорты, страховкалары булыу шарт.
Һәләкәттәр хаҡында
– Беҙ илдә яҡшы авиация сәнәғәте булдырырға тейешбеҙ. Был самолеттарға ла, уны файҙаланыуға ла ҡағыла. “Боинг –737” һәләкәте (бер нисә аҙна элек Ҡазанда булған фажиғә күҙ уңында тотола – авт.) – ҙур фажиғә. Әле тикшереү бара, унда сит ил белгестәре лә ҡатнаша. Сөнки самолеттарҙы АҠШ сығара, ә двигателдәр менән Франция шөғөлләнә.
Беҙҙә 400 авиакомпания бар ине, хәҙер йөҙҙән саҡ ҡына ашыуыраҡ ҡалды. Күләм ихтыяжға ҡарап билдәләнә. Беҙҙең “Аэрофлот”, “Трансаэро” кеүек компаниялар донъяла иң алдынғылар рәтендә. Пилоттар йәһәтенән проблемалар бар. Беҙҙең халыҡ, хеҙмәт хаҡы яҡшы булһа ла, ниңәлер һауа транспортына эшкә килергә ашҡынып бармай. Шуға ла осоусылар дефициты булмаһын өсөн уларҙы сит илдәрҙән йәлеп итергә кәрәклеген аңланыҡ. Күп кенә илдә шулай: юғары квалификациялы осоусыларҙы ситтән саҡыралар.
Беҙҙең балалар – беҙҙең хәстәрлек
– Ил етем балалары хаҡында үҙе ҡайғыртырға тейештер ул, ә ҡайҙандыр сит илдән яҡшы кешеләрҙе көтөп ятмаҫҡа. Шулай ҙа, мәрхәмәтлек күрһәтеп, Рәсәй балаларын уллыҡҡа йә тәрбиәгә алыусыларға рәхмәт. Беҙ етем балаларҙы урынлаштырыу, ҡарау йәһәтенән системалы эш алып барырға тейешбеҙ. Был тәңгәлдә проблемалар бар.
Сит ил граждандарының беҙҙең ил балаларын уллыҡҡа алыуына килгәндә, бер ил менән проблема барлыҡҡа килде һәм АҠШ территорияһына ҡарата тейешле документ ҡабул ителде (һүҙ “Дима Яковлев законы” хаҡында бара – авт.).
Дөйөм алғанда, Америкаға Рәсәйҙән 259 бала китергә тейеш ине. Әле уларҙың күбеһе үҙебеҙҙә урынлаштырылған, 95-е әлегә ғаиләлә түгел. Ғөмүмән, ошо йылдың туғыҙ айында биш мең етем бала уллыҡҡа алынған. Был үткән йылға ҡарағанда күберәк һәм яҡшы күрһәткес.
Tағы бер балыҡ башы…
– “Һеҙ Президент булып эшләр инегеҙме?” тигән һорау яҡшы йолаға әйләнде – эфирҙа осрашҡан һайын ошо турала һүҙ ҡуҙғатыла. Мин Президент булғанда ла һәр “тура эфир” шул һорау менән тамамлана ине. Әле мөһим бурыс башҡарам. Бер нәмәнән дә баш тартмайым. Тағы ла эшләр инем, артабан инде, хәл-торошҡа ҡарап, үҙем өсөн ҡарар ҡабул итәсәкмен.
Әйткәндәй
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ә ил башлығы менән “тура эфир” 19 декабргә күҙалланған.