22.11.2013 Мәҙәниәт йылының эмблемаһы раҫланды
2014 йыл Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле иғлан ителгән иң яҡшы эмблема конкурсына йомғаҡ яһалды. Комиссия барлығы 50 эш ҡабул итте, авторҙар араһында профессиональ рәссамдар, ябай граждандар, хатта балалар ҙа бар ине.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселек иткән комиссияла эштәрҙе БР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәжитов, Хатип Фазылов, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Тәлғәт Мәсәлимов, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов баһаланы. Шулай итеп, Азат Фәйзиевтың (Өфө ҡалаһы) мәғәнәле, аңлайышлы булыуы, сағыулығы һәм ыҡсымлығы менән айырылып торған эмблемаһы иң яҡшы эш тип табылды. Жюри ағзалары үҙ-ара кәңәш иткәндән һуң Азат Хәмзә улына ҡайһы бер деталдәрҙе урын-еренә еткереп эшләргә ҡушты. Осона сыҡҡандан һуң эмблема Мәҙәниәт йылын уҙғарыу буйынса комитетҡа тапшырылды һәм уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова раҫланы.
Эмблеманың композиция структураһы һәм элементтары төрлө сәнғәт төрҙәрен сағылдыра. Театр колоннаһы формаһында үтәлгән эмблеманың төҫ палитраһы һынлы сәнғәтте, ноталарҙы һәм ҡурай сәскәһен символлаштыра. Автор аңлатыуынса, бында ете элемент – ете йәйғор төҫө (күрәбеҙ), ете нота (ишетәбеҙ), милли һәм республика символы булған ҡурай сәскәһе (тоябыҙ).
Еңеүсе – “Эврика. Ҡайҙа уҡырға барырға?” журналының мөхәррире Азат Фәйезов 40 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Л. ҺИҘИӘТОВА.