22.11.2013 Инвестор өҫтөнлөккә эйә
Башҡортостан Хөкүмәте республика парламентына һалымдар тураһындағы айырым закондар сығарыу акттарына төҙәтмәләр тәҡдим итте.
Яңы закон проектына ярашлы, 2014 йылдың 1 ғинуарынан инвесторҙарға өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары билдәләнә. Документта, капитал һалыуҙар буйынса талапты 100 миллион һумдан 30 миллионға тиклем төшөрөргә, табышҡа һалым буйынса иң түбән ставка (13,5 процент) ҡуйырға һәм инвесторҙы ойошмалар мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итергә, тиелә.
Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, был яңылыҡ республиканың Көньяҡ Урал (Урал аръяғы) һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү йәһәтенән уртаса ваҡытлы комплекслы программаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге закон проектын ҡабул итеү муниципалитеттарҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәрәсәк һәм һөҙөмтәлә өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, урындағы халыҡтың килеме лә артасаҡ.
Әйткәндәй
Рөстәм Хәмитов тағы бер немец компанияһы – “Eberspаcher” етәксеһе Томас Валдир менән осрашты. Был компания автокомпоненттар етештереү буйынса донъяла алдынғы урында тора, 22 илдә 65 вәкиллеге бар.
Германия вәкилдәре “Камаз” менән ҡыҙыҡһына, республикала улар Бәләбәйҙәге “Автонормаль” заводында ла булған. Томас Валдир әфәнде инвесторҙарға ҡуйылған шарттар тураһында ла һорашып, яуаптан ҡәнәғәт ҡалыуы хаҡында белдерҙе.