RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙебеҙҙекеләрҙе беләйек

22.11.2013 Үҙебеҙҙекеләрҙе беләйек

Башҡортостан предприятиеларының 35 продукцияһы һәм хеҙмәтләндереү төрө “Рәсәй­ҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында – лауреат, тағы ла 66-һы дипломант булды.
Федераль этапҡа республиканың 58 предприятиеһы сыҡҡан. Был хаҡта БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау дәүләт төбәк үҙәге хәбәр итә.
«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында Баш­ҡортостан предприятиелары 13 юғары награда менән билдәләнде. Был сегментта Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары араһында «НефАЗ» йәмғиәтендә етеш­терелгән ярым тағылма-цистерна, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең баҡыр концентраты, «Баш­нефть» компанияһының «Ре­гуляр – 92» маркалы бензины һәм башҡа тауар­ҙар бар.
Башҡортостан даими алдынғы урындар яулаған тағы бер номинация — «Аҙыҡ-түлек тауарҙары». Бында 15 продукция өлгөһө – лауреат, 30-ы дипломант исемен алды. Еңеүсе тауар­ҙар араһында – ит, һөт, икмәк аҙыҡтары, шулай уҡ «Башспирт» йәмғиәте продукцияһы. Ә иң күп диплом­ға «Рощинский» совхозы лайыҡ булды.
Халыҡ өсөн иң яҡшы сәнәғәт тауарҙарын, комиссия фекеренсә, «Европ­ласт», «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты», «БашИнком» йәмғиәттәре етештерә.
«Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары» номинацияһында «Ағи­ҙел» предприятиеһының «Сармат» тигән яңғырауыҡлы исем аҫтындағы ирҙәр милли костюмы диплом менән бүләкләнде.
«Халыҡ өсөн хеҙмәттәр» номинацияһы «Башҡор­тостан» ҡунаҡханалар комплексына, кардиологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау буйынса «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына бирелде.
Иң яҡшы «Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр»ҙе «ВНЗМ» ак­ционерҙар компанияһы һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» күрһәтә.
Әйткәндәй, беренсе тапҡыр «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы 1998 йылда үткәйне. Шунан алып республиканың 350 предприятиеһы лаурет булған, 700-ҙән ашыуы финалға сығып, дипломдар алған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә