16.11.2010 Иғтибар үҙәгендә – малсылыҡ тармағы
Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Саранск ҡалаһында РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡатнашты.
Ул ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү мәсьәләләренә арналды. Кәңәшмәлә шулай уҡ малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләре лә ҡаралды. РФ Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан быйыл һөт һәм ит тармағын үҫтереү буйынса иҡтисади әһәмиәткә эйә төбәк программаларын финанслауға өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Киләһе йылда был сумманың 3 млрд һумға артыуы көтөлә, ә тоҡомсолоҡто үҫтереү өсөн 4,54 млрд һум аҡса бүленәсәк.
Кәңәшмәлә төбәктәрҙең дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса яуаплылыҡ критерийҙарына ла ҙур иғтибар бирелде.
– Киләһе йылда килешеүҙәрҙә прогноз баланстары буйынса дөрөҫ мәғлүмәт биреүгә төбәк хакимиәттәре башлыҡтары кимәлендә яуаплылыҡ ҡараласаҡ. Был игенгә, орлоҡҡа, ашлыҡҡа, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә бәйле сараларға ҡағыла, – ти Азат Йыһаншин. – Кәңәшмәлә ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәү ҙә беҙҙең республиканың көсөнән килә.