RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Милләт-ара ыҙғыш өсөн урындағы етәксе яуап бирергә тейеш”

25.10.2013 “Милләт-ара ыҙғыш өсөн урындағы етәксе яуап бирергә тейеш”

“Милләт-ара ыҙғыш өсөн урындағы етәксе яуап бирергә тейеш”Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Унда ил башлығы Владимир Путин ҡатнашты
Ултырыштың төп темаһы – Рәсәй субъекттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәрҙең закондар сығарыу базаһын, кадрҙар менән тәьмин итеү системаһын камиллаштырыу, этнологик мониторинг, мигранттар­ҙың социаль-мәҙәни яраҡлашыуы һәм интеграцияһы мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ошо уҡ көндө баш ҡалала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуҙың 225 йыллығы билдәләнде. Ил башлығы диндарҙар менән дә осрашты.
Владимир Путин ултырышты асҡанда түбәндәгеләрҙе билдәләне:
– Советтың беренсе ултырышында беҙ берлектәге эш планын билдәләгәйнек, уның положениелары 2012 йылдың декабрендә раҫланған 2025 йылға тиклемге Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһында иҫәпкә алынды. Хөкүмәт тарафынан 2013 – 2015 йылдарға уны бо­йом­ға ашырыу планы ҡабул ителде. Шулай уҡ Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу, илдең этно-мәҙәни үҫеше программаһы ҡабул ителде, милли мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәүгә программалы-маҡсатлы ысул ҡулланылды. Урындарҙа муниципаль һәм төбәк властарының Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһына ярашлы тырышлығы айырыуса мөһим, әммә, тураһын әйткәндә, эш әкрен бара.
Федераль стратегияны тормош­ҡа ашырыу планын Рәсәйҙең туғыҙ ғына төбәге төҙөгән, ә аныҡ эштәрҙе баһалағанда, хәлдәр тағы ла насарыраҡ.
Президент милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе булыуына ла баҫым яһаны.
– Шуны иҫтә тоторға кәрәк: милләт-ара ығы-зығы, нигеҙҙә, урындарҙа тыуа, унда уларҙы алдан баҫырға кәрәк, – тине ил башлығы. – Урындарҙа етәкселәр кабинетта ғына ултырып эшләүҙе өҫтөн күрә, бынан файҙа бик аҙ. Етмәһә, ул етәксегә бер нисек тә эләгә алмаһаң. Бирюлевола халыҡтың ризаһыҙлығы йылдар буйы йыйылып килгән, полицияға ла, урындағы идаралыҡҡа ла, округ етәкселегенә лә мөрәжәғәт итеп ҡарағандар. Әгәр власть кешеләрҙе ишетергә теләмәһә, был милли һәм дини нигеҙҙә ауыр конфликттарға килтерә, халыҡ проблемаларҙы үҙе, законһыҙ ысулдар менән хәл итергә маташа башлай.
– Һәр биләмә, йорт – тәғәйен етәксенең, предприятие хужаһының йәки чиновниктың яуаплылыҡ өлкәһе, был яуаплылыҡтан ҡасыуға юл ҡуйырға ярамай, – тип билдәләне Владимир Путин.
Президент әйтеүенсә, Федераль Йыйылышта төбәк һәм муниципаль властарҙың хоҡуҡтарын һәм милләт-ара ыҙғыш килеп тыуғанда улар­ҙың яуаплылығын билдәләү, хатта конфликтты бөтөрә алмаған етәксене вазифаһынан бушатыу ҙа ҡаралған закон ҡабул ителгән.
Йыш ҡына конфликттар көндәлек тормошта тыуа, әгәр унда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашһа, экстремистар быны үҙҙәренең яуыз сәйәси маҡсаттарына өлгәшеү өсөн файҙалана, шул арҡала этник-ара көсөргәнеш көсәйеүе ихтимал. Киң мәғлүмәт саралары һәм интернет-берләшмә иһә шул күренеште эләктереп ала ла, ҡабартып тарата һәм бының менән хәлде тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтә. Владимир Владимирович тап ошондай фе­кер­ҙә. Был осраҡта власть урын­дар­ҙа халыҡтың фекеренә һәм талаптарына ҡолаҡ һалһа, килеп тыуған проблемаларҙы кисектермәйенсә һәм ғәҙел хәл итһә, конфликттар­ҙың күбеһенә юл ҡуйылмаҫ ине.
– Милләт-ара ыҙғыш килеп тыуғанда ҡырҡа, ҡаты эш итеү һөҙөмтәһеҙ. Бында яңы Страте­гияла күрһәтелгән заманса ысулдар кәрәк. Ул төбәктәрҙә кәрәк булған осраҡта ғына тулы көскә эшләй башлаясаҡ. Милли сәйәсәт стратегияһын бойомға ашырыуҙың төбәк пландары йөкмәткеле булыр­ға, һәр тәғәйен биләмәнең үҙенсәлеген сағылдырырға тейеш, – тине Владимир Путин.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр мониторингы, конфликттар килеп тыуған хәлдә уларҙы иҫкәртеү саралары системаһын булдырыу талабы бар. Бында фәнни һәм эксперт берләшмәһенең роле мөһим. Шуға ла Рәсәйҙең көньяғында һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса ғилми үҙәк төҙөлгән дә инде.
Владимир Путин округтарҙағы үҙенең вәкилдәренә төбәк властарына милләттәргә бәйле хәлдәрҙә булышлыҡ итергә саҡырҙы. Халыҡ, ижтимағи ойошмалар менән тура диалог булдырырға һәләтле белгестәр ҙә кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа урындағы халыҡ менән мигранттар араһында көсөргәнештең артыуы күҙәтелә. Мигранттарҙың яраҡлашыу һәм интеграцияһы мәсьәләләре Федераль миграция хеҙмәте тарафынан хәл ителһә лә, ыңғай үҙгәрештәр бик аҙ. Тап ошо йәһәттән эште көйләргә кәрәк.
Әйткәндәй, Президент «Милләт берҙәмлеген нығытыуға өлөш индергән өсөн» премияһын булдырыу хаҡында белдерҙе. Владимир Путин фекеренсә, был милләт-ара мөнәсәбәттәр кеүек яуаплы һәм бик сетерекле өлкәлә эшмәкәрлек иткән кешеләр өсөн дәртләндереү сараһы буласаҡ.

Дин радикаль юҫыҡта
файҙаланылмаһын ине

Владимир Путиндың Рәсәйҙең дин әһелдәре менән осрашыуында дәүләт һәм мосолман ойошмалары мөнәсәбәтенә ҡағылышлы мәсьә­ләләр ҡаралды. Ил башлығы дини лидерҙарҙы исламды сәйәсиләштереүгә юл ҡуймауға саҡырҙы. Ҡайһы бер ҡара көстәр, улар айырыуса Көнбайыштан килә, Рәсәйҙе тарҡатыу маҡсатында беҙҙең ил биләмәһендә этник-ара ыҙғыштар ҡуптармаҡсы була. Радикалдар төрлө ағымдарҙы индерергә маташа. Владимир Путин Рәсәй мосолмандарының тарихи традициялар­ға тоғро ҡалыуына, Рус православие сиркәүе һәм башҡа диндәр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауына ышанысын белдерҙе. Беҙҙең илгә йәшәргә килеүселәр­ҙең адаптацияһында ла ислам динен тотоусыларҙың өлөшө ҙур буласағына өмөт бар. Ил етәксеһе билдәләүенсә, мигранттарҙың күбеһе – мосолмандар. Улар тәү сиратта урындағыларҙың тауышын ишетергә тейеш, юғиһә төрлө фундаменталь структуралар пропагандаһы объектына әйләнеүҙәре мөмкин. Дини белем биреү йәһәтенән дә «йүгән» радикалдар ҡулына күсергә тейеш түгел.
Рәсәйгә лайыҡлы мосолман мәктәбе кәрәк, тине Путин. Уға яуап итеп, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Өфөлә Рәсәй мосолмандар академияһын булдырырға тәҡдим итте.
– 225 йыл элек Рәсәй императоры Екатерина Икенсе Указы менән Өфөлә мосолман диниә йыйылышы ойошторола. Әһәмиәте буйынса ислам рәсми рәүештә дәүләт кимәлендә Рәсәйҙең традицион диндәренең береһе булып таныл­ған. Ул саҡта Рәсәй, күпселек халҡы православие христиандары булһа ла, бөтә донъяға, Европаға дингә тигеҙ ҡараш өлгөһө күрһәткән. Төрлө милләт кешеләренең дөйөм тырышлығы менән ҙур бөйөк дәүләт барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ, һәр этнос үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған, – тип билдәләне Владимир Путин.
Президент фекеренсә, ислам дине – Рәсәй тарихының айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө. Ватанды данлаусылар, илгә лайыҡлы хеҙмәт иткән дәүләт, мәҙәниәт һәм фән эш­мәкәр­ҙәре, эшҡыуарҙар, яугирҙар араһында мосолмандар күп. Бөйөк Ватан һуғышында ла ил мосолмандары еңеүгә тос өлөш индерҙе.
– Былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ һәм беҙ уны изге күреп һаҡларға, һуғыш яландарында ла, тыныс хеҙмәттә лә бергә булған атай-олатайҙарыбыҙ иҫтәлеге итеп ҡарарға бурыслыбыҙ. Улар бер ҡасан да иптәштәрен милләтенә, ниндәй дин тотоуына ҡарап айырмаған, бер-береһенә ҡарата ихтирамды баһалай белгән, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә кисергән, – тине ил етәксеһе һәм дин әһелдәрен үҫеп килгән быуынды үҙ-ара ихтирам, илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә саҡырҙы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә