16.11.2010 Донъя яңылыҡтары
Ут менән уйнайҙар
Польшаның 10 апрелдә Cмоленскиҙағы авиафажиғәлә һәләк булған элекке Президенты Лех Качиньскийҙың ҡустыһы Ярослав, һәләкәтте тикшереү барышына ризаһыҙлыҡ белдереп, Америка конгрессмендарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәксе.
Был турала «Хоҡуҡ һәм ғәҙеллек» партияһы лидеры Качиньский хат әҙерләгән дә инде. Хатты партия ағзалары Анна Фотыга менән Антони Мачеревич АҡШ-ҡа барған саҡта тапшырмаҡсылар. Ләкин партия вәкилдәренең был ҡылығы Польша хөкүмәтендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Хөкүмәттең матбуғат секретары Павел Гращ хәбәр итеүенсә, законлы хөкүмәте булған илгә әлеге мәсьәлә буйынса ярҙам һорап икенсе дәүләткә мөрәжәғәт итеү урынһыҙ. Польша Президенты кәңәшсеһе Томаш Наленч иһә, партия бары тик ут менән уйнай, тип белдерә. Әле көслө томан арҡаһында булған авиафажиғә сәбәптәрен Рәсәй менән Польша белгестәре бергәләп тикшерә.
Йәнә бер йыртҡыс ҡулға алынды
Краснодар крайының Кущевская станицаһында ун ике кешене үлтереү буйынса ҡот осҡос енәйәттең икенсе версияһы барлыҡҡа килде.
Тәфтишселәр енәйәттә бәлиғ булмаған балаларҙың да ҡатнашлығы булыуын фаразлай. Был дәлилдәр Кущевск районында һалҡын һәм атыу ҡоралдары һатыусы бер нисә магазин тикшерелгәндән һуң барлыҡҡа килгән. Сөнки ҡот осҡос енәйәткә тиклем бер көн алда станицалағы магазиндарҙан бер нисә үҫмерҙең бысаҡ һатып алыуы асыҡланған. Әле бысаҡ һатып алыусылар эҙәрлекләнә.
Шул уҡ ваҡытта енәйәт буйынса фараздар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ун ике кешене, хатта балаларҙы ла аямайынса, ҡырағайҙарса язалап үлтереү барыһын да шаңҡытты. Һөжүм итеүселәр ике тиҫтә самаһы кеше булған, улар спецназ инструкторҙары тарафынан уҡытылған, тигән хәбәр ҙә бар. Кисә иртәнсәк енәйәттә ғәйепләнгән бишенсе енәйәтсе ҡулға алынған. Уның төп шөғөлө мал һуйыу булған. Бынан тыш, енәйәттә ҡатнашыу ихтималлығын дәлилләгән башҡа билдәләр ҙә юҡ түгел. ҡулға алыныусылар 16 – 24 йәштә.
Ғүмерлеккә – төрмәгә
14 ноябрҙә көпә-көндөҙ Дағстандың Хасавюрт ҡала дауаханаһы палатаһында өлкән лейтенант Карамудин Габиевҡа һөжүм итәләр.
Хеҙмәткәр алған йәрәхәттәрҙән һәләк була, ә енәйәтсе ҡасып ҡотола. Әле тәфтишселәр енәйәтселәр төркөмөн асыҡлай, үлтереүсегә ғүмерлеккә хөкөм ителеү янай. Ул РФ Енәйәт кодексының 317-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыласаҡ. Уның буйынса хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә ҡул һуҙыусыларҙың ун ике йылдан алып ғүмерлеккә хөкөм ителеүе ихтимал.