18.10.2013 Гран-при йәнә беҙҙә!
Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә 15-се тапҡыр «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе уҙғайны. Башҡортостан вәкилдәре был сарала, һәр ваҡыттағыса, лайыҡлы сығыш яһаны.
Күргәҙмәлә республикабыҙҙың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре, белем биреү һәм ғилми учреждениелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, сервис һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенән 100-гә яҡын предприятие һәм ойошма ҡатнашты.
Йәрминкәгә Башҡортостандың ун хужалығы үҙ продукцияһын сығарҙы. Күргәҙмәгә килеүселәр башҡорт балын, умартасылыҡ продукттарын, ҡымыҙ, ҡош итен һәм башҡа милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡараны.
Туймазы районынан «Савва-Агро-Япрык» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1300 килограмм ауырлығындағы Лимузин тоҡомло нәҫел үгеҙен ҡуйғайны. Малыш исемле был үгеҙ күргәҙмәгә ҡуйылған иң ҡеүәтле мал булды.
Бәләбәй районының М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы Бестужев тоҡомло ике һыйыр килтергәйне. Улар күргәҙмәлә көн һайын кәмендә 15-әр килограмм һөт бирҙе. Һыйырҙарҙың һәр береһенең продуктлылығы – йылына 5000 килограмдан ашыу һөт.
Благовар ҡошсолоҡ заводы килтергән һирәк тоҡомло тере ҡош-ҡорт та иғтибарҙы йәлеп итерлек ине. Предприятие Мәскәүгә ете төр тоҡомло өйрәк («Башҡорт төҫлө», «Фаворит», «Аҡ түшле», «Мисек», «Һинд йүгеректәре», «Кросс-Ағиҙел», «Бүрекле») һәм ике төр тоҡомло ҡаҙ («Холмогор», «Аҡ Урал»), фазандар, мысыр тауыҡтары алып барған.
Һөҙөмтә – ғорурланырлыҡ. Беҙҙең аграрийҙарға эшмәкәрлектәрен артабан да ошо юҫыҡта дауам итеүҙәрен теләргә ҡала.