RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балыҡсылар тарихына бер ҡараш

16.11.2010 Балыҡсылар тарихына бер ҡараш

ҡара-ҡытайҙар чжурчженҙар тарафынан ҡыҫырыҡланып, ошо Амур үрендәге йәшәгән төйәген (алакчиндар – күршелә) ташлап китә. Көнбайышҡа күсенеп, Көнсығыш Төркостанды буйһондороп һәм Хорезмды яулап алып, тарихта билдәле булған ҡара-ҡытайҙар дәүләтен төҙөй. Был ваҡиға кидандар күсенгәнгә тиклем була.
XII быуат башында Найман ҡәбиләһенең башлығы Кучлук ҡара-ҡытайҙар (үҙҙәренең ҡәрҙәштәре) биләмәһенең бер өлөшөн баҫып ала. Ул ваҡытта наймандар алты ҡаланы һәм Алтайҙың иң ҙур өлөшөн биләп торған. Тимучиндан еңелеп ҡасҡан ғәскәр башлыҡтары ошо наймандар эргәһендә һыйыныр урын тапҡан. Тимучин наймандарҙы яулап алғандан һуң ҡалған вағыраҡ ҡәбиләләр үҙ теләктәре менән уға буйһона. Сыңғыҙ хандың 1206 йылға 110 мең яугирҙан торған ғәскәр туплауында, әлбиттә, еңелеүгә дусар булған наймандар һәм кераиттар үҙ өлөштәрен индергән. Шулай итеп, наймандар­ҙы, Урта Азия тарихында шаҡтай ҙур эҙ ҡалдырған, тип раҫларға була. Улар Сыңғыҙға һәм аҙаҡтан Аҡһаҡ Тимергә хеҙмәт итеп, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәктәрҙә, уларҙың тарихында ҙур роль уйнаған ҡайһы бер төркөмдәре башҡорттарға килеп ҡушылған. Уларын беҙ хәҙерге Ейәнсура районындағы Аҡҡондоҙ һәм Ибрай ауылдарында Үҫәргән ҡәбиләһенең бер аймағы рәүешендә табабыҙ (А. Камалов, Ф. Камалова, “Атайсал”, Өфө, “Китап”, 2001).
XVII быуатҡа ҡағылғанда, Башҡортостандан киткән Байбулат (ҡараһаҡал) ҡаҙаҡтарҙа ҡалған наймандар араһында урын таба, был ваҡытта улар Барак ханға буйһонған була.
1343 – 1346 йылдарҙа Мавераннахрҙа ханлыҡ иткән ҡаҙанхан Әмир ҡазаган ярҙамында үлтерелгәс, был илдә сыуалыш башлана. Ошо осорҙа дәүләт менән Хәмид тигән әмир идара итә. Ниндәйҙер сәйәси ваҡиғалар арҡаһында Найман ҡәбиләһенең әмире Хәмид артынан киткән кешеләр “хәмит” нәҫелен барлыҡҡа килтергәндәр, тип уйлайым. Киләсәктә был уйымды нығытырға төплө дәлилдәр эҙләргә ҡала.

ҡәрҙәштәр

Балыҡсылар, ҡатайҙар һәм йәнәсәй ҡырғыҙҙарының тел үҙенсәлектәрен Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүров, этнограф, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Р. Йәнғужин, тарихсы, профессор Ә. Әсфәндийәров һәм башҡалар билдәләй. “В разговорном языке аскинских башкир присутствуют те же специфические фонетичес­кие комплексы согласных, которые диалектологи отмечают у западных катайцев на Инзере с переходом этих особенностей на говор части западно-табынских родов” (Р. Кузеев, “Происхождение башкирского народа”. Уфа, 1974, стр. 352).
Орхон-Йәнәсәй йылғалары буйында табылған руна (шына) яҙыуы исеме аҫтында ҡабул ителгән ташъяҙма ҡомартҡыларҙы Мәүлит ағай: “Бөтөн донъя халыҡтарының ҡаҙанышы рәтендә торған рухи гәүһәрҙәр”, – тип атаны. Был ҡомартҡыларҙы тел йәһәтенән ҡарағанда, Мәүлит ағай, М. Әхмәтовтың хеҙмәтенә таянып: “…башҡорт теленең, башҡа төрки телдәре менән бер рәттән, үҙенең тамырҙары менән Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларына барып тоташыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала”.
Бигерәк тә, “ҡатай ырыуы башҡорттары теленең фонетик яҡтан Орхон яҙмалары теленә ныҡ оҡшашлығы ла фәндә яҡшы билдәле”. Быға илленсе йылдарҙа уҡ танылған тел ғалимы Ж. Кейекбаев иғтибар итә. “Диалект теленә ҡарағанда, ҡатайҙар Орхон һәм Селенга буйҙарынан сыҡҡан халыҡ булырға тейеш, сөнки ҡатай башҡорттары диалектында V – VII быуаттарҙағы Йәнәсәй-Орхон ҡомартҡылары теленең үҙенсәлектәре, атап әйткәндә, “лт”, “мт”, “нт”, “ңт”, “мк”, “нк” кеүек диссимилятив берләшмәләр һаҡланып ҡалған. Хәҙер улар төрки телдәренең береһендә лә осрамай” (“Ватандаш”, 2001, 10, 123-сө бит).
Рауил Исламшин, Арғаяш һөйләшенең ареалына ҡағылып: “Йәнәсәй ҡырғыҙҙары һәм башҡорттарҙың Балыҡсы ырыуы һөйләшеүенә хас булған “лт”, “нт”, “нк”, “мк” ҡушма өндәре осрай. Ә был билдәләр, яҡшы белеүебеҙсә, бик тә тотороҡло күренеш”, – тип яҙа (“Роман-газета”, 1998, 4, “Аркаим”, 62-се бит). Инйәр ҡатайҙарының Ангарала йәшәүҙәренә тағы ла бер дәлил. “Ангара башҡорт йылғаһы ул, тиһәм, мине географияны белмәүҙә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Һүҙ уйнатыуымдың сәбәбе шунда: Инйәр менән Ангара атамаларының бер тамырҙан икәнлеген бөгөн барлыҡ топонимия белгестәре тиерлек таный. Инйәрҙе башҡортсала йәнә Ингер, Инжәр тип тә йөрөтәләр. Көнсығыш Себерҙәге киң билдәле Ангара исемен иһә төрки-монгол телдәрендәге “ангар”, “ангара” һүҙҙәренә ҡайтарып ҡалдыралар. Башҡорттағы “оңҡор”, “соңғор” тигәндең мәғәнәһе ана шул “ангар”ға тап килә, йәғни тау араларына ҡыҫылып, шаршыланып аҡҡан йылғаларға ҡарата әйткәндәр” (Аҫылғужа Баһуманов, “Инйәр”, “Ватандаш”, 2000, 9, 205-се бит).
XIV быуат башында Иран тарихсыһы Рәшит-әт-дин: “Точно также народы, которых с древнейших времен и до наших дней называли и называют тюрками, обитали в степях, пространствах, в горах, и лесах областей Дешт-и-Кипчака, руссов, черкесов, башкиров Паласа и Сайрама, Ибира и Сибира, Булара и река Анкары” (Р. Янгузин, Ф. Хисамитдинова, “Коренные народы России”, Уфа, Китап, 2007, стр. 7).
ҡытай, Иран тарихсылары яҙыуынан һәм тел үҙенсәлектәренә ҡарағанда, ҡатай, ҡырғыҙ һәм Балыҡсы ҡәбиләләре сығыштары менән бер тамырҙан булырға тейеш. “Баҡалы районының ҡамышлытамаҡ (Яңы ҡуян), Туҡтағол ауылдарында ҡатайҙар хәҙер ҙә ҡырғыҙ башҡорттары менән бергә йәшәп ята” (Р. Йәнғужин, “Ағиҙел”, 1995, 10, 175-се бит).
Балыҡсы улусы башҡорт ауылдарында таралған “хәмит” нәҫеле ҡатайҙарҙың вариҫтары булып, әлеге ваҡытта ла балыҡсылар менән бергә йәшәй; тамғалары ла бер төҫлө. ҡатайҙар Алғы Азияла йәшәгән хеттарҙан сыҡҡан, тигән фекер ҙә бар. Һәр хәлдә, беҙҙең эраға ҡәҙәр XV быуаттан һуң Сиро-хеттар короллеге йәшәгән, баш ҡалаһы Сүриәнең Хама ҡалаһында урынлашҡан (А. Дружинина, “Сирия старая и новая”, Москва, 1979, стр.140).

Шәүкәт Низаметдинов.
Бәләбәй ҡалаһы.
(Аҙағы. Башы 35 – 37-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә