20.09.2013 Тәғәйенләүҙәр
Президент Рөстәм Хәмитов Указы менән Владимир Балабанов БР Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Икенсе Указ менән етәксе вазифаһын башҡарыу Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтелде.
***
Рөстәм Хәмитов үҙенең йәнә бер бойороғо менән республика Хөкүмәтенең иҡтисад блогында, теүәлерәк әйткәндә, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин араһындағы вәкәләттәрҙе бүлеүгә үҙгәрештәр индерҙе.
Бойороҡҡа ярашлы, Рөстәм Мәрҙәнов финанс блогына һәм ер-мөлкәт мөнәсәбәттәренә яуаплы буласаҡ. Евгений Маврин иҡтисад, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә дәүләт идараһы эштәрен контролләйәсәк.