13.09.2013 Тәжрибә туплау өсөн – Ҡырғыҙстанға
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сараларында ҡатнашыу өсөн киткәйне. Республика делегацияһы был ойошманың эшлекле советының бизнес-форумында, Йәштәр советы ултырышында һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша.
Тәүге көндә беҙҙекеләр Бешкәктә Рәсәйҙең Ҡырғыҙстандағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Крутько менән дә осрашты.
Салауат Сәғитов Рәсәй дипломатын республикала 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында үткәрелгән саралар менән таныштырҙы. Андрей Крутько ыңғай баһа бирҙе.
Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм ғилми бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эш комиссияларын булдырыу мөмкинлектәрен баһалау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү өсөн яңыраҡ булдырылған «Башҡортостан – Ҡырғыҙстан» сауҙа йортоноң мөмкинлектәрен файҙаланыу мөһим.