13.09.2013 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ
БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Был йыл башына ҡарата төбәктә 18 336 кеше етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тип танылған. Уларҙың 1,5 меңе 2013 йылда торлаҡ алыу хоҡуғына эйә, әммә был хоҡуҡ тормошҡа ашырылмаған.
Йыл һайын был маҡсатта республика власы тарафынан ҙур финанс ресурстары йүнәлтелә. Һуңғы өс йылда бюджеттан 1 миллиард 250 миллион һум аҡса бүленгән, 1272 бала торлаҡ алған. Быйыл 650 етем бала торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк.
Былтырҙан башлап муниципалитеттар, етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуҙан тыш, йорттар төҙөүгә лә аҡса бүлә. Президент Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо көҙҙә республиканың яңы парламенты «Торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға етем балалар хоҡуҡтарының өҫтәмә гарантиялары тураһында»ғы («О дополнительных гарантиях прав детей-сирот на ремонт жилья») закон ҡабул итәсәк.
Республика етәкселеге социаль йорттар төҙөүгә баҫым яһай. Әлеге ваҡытта резерв ер фондтары булдырыла, был участкалар эконом класлы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн бүленәсәк.