RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кешеләргә ярҙам итеү – төп маҡсатым”

05.09.2013 “Кешеләргә ярҙам итеү – төп маҡсатым”

“Кешеләргә ярҙам итеү – төп маҡсатым”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” программаһында ҡатнашты
Республика башлығына һорау­ҙар күп бирелде, төрлө өлкә-тармаҡ буйынса уның фекерҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар, һәр ваҡыттағыса, әүҙем ине.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бөгөн Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән ун төбәге исемлегендә. Күрһәткестәр буйынса яҡынса 5 – 7-се позицияла тора. Илдә 83 төбәк барлығын иҫәпкә алғанда, был – яҡшы күрһәткес.
Кешеләр ҙә оптимист була бара, тигән фекерҙә республика етәксеһе. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Инновациялар, технопарктар, ирекле иҡтисади зона, халыҡ-ара ваҡиғалар йәһәтенән беҙ башҡаларҙан әҙерәк ҡалышабыҙ.
«Тура эфир» барышында билдәләнеүенсә, әле етәксе өсөн иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе – республикала йөрәк күсереп ултыртыу операцияһының уңышлы үтеүе. Беҙҙең табиптар ҙур эш башҡарған.
Әлбиттә, мәғариф темаһы ла ситтә ҡалманы. Мәктәптәр ябылыуын иҫәпкә алып, Президент шуны белдерҙе: яҡын арала әҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу мәсьәләһе мө­һим­леген юғалтасаҡ. Мәктәптәрҙе оптималләштереү федераль үҙәктән килә. Рәсәйҙә «бер уҡытыусыға – 15 уҡыусы» нормативы ла индерелгәйне, хәҙер был күрһәткес «11 уҡыу­сыға – бер уҡытыусы». «Быйылдан башлап ҡулайлаштырыу процесы тулыһынса тиерлек туҡталасаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта балаларға һайлау хоҡуғы бирелергә тейеш: өйгә яҡын мәктәптә уҡырғамы, әллә яҡшы комплект­ланған ҙур мәктәптәме? Мин сифатлы белем биреү яҡлымын».
Республика етәкселеге алдына ҡуйылған социаль бурысты үтәйәсәк һәм артабан да шул юҫыҡта эшләүҙе дауам итәсәк. Программа барышында Президент ошо хаҡта белдереп, уҡытыусыларҙың, балалар баҡсалары тәрбиәселәренең хеҙмәт хаҡы һиҙелерлек артыуына туҡталды, дауаханаларҙа ла, ғөмүмән, бюджет өлкәһендә айлыҡ эш хаҡы артыуы күҙәтелеүен әйтте.
Әлбиттә, иҡтисади үҫештең әкренәйеүе республиканы ресурстарҙы экономияларға этәрә, был экономия сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға ҡайтып ҡала.
– Төҙөлөш хаҡы арзанайырға те­йеш, – тине Рөстәм Зәки улы. – шу­лай уҡ балалар баҡсаһындағы урын да, мәктәптәге урын да. Спорт ҡоролмалары 150 миллион һум түгел, ә 100 миллион һум торорға тейеш. Беҙ сығымдарҙы ҡулайлаштырып, хаҡ һәм сифаттың дөрөҫ нисбәтен табырға бурыслыбыҙ.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда хәл насар түгел. Был юҫыҡта ауыл хужалығы тармағын да атарға мөмкин. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, республика күрһәткестәрҙе арттырып яҙыуҙан ҡотолған, хәҙер отчетҡа дөрөҫ һандар яҙыла.
Быйыл аграрийҙар ике миллион тонна иген йыйып аласаҡ, эске ихтыяж өсөн был тулыһынса етә, ҡалғанын һатырға ла мөмкин.
Ғөмүмән, Президент өсөн ауыл хужалығы етди тема. Рөстәм Хәмитов ҙур аграр комплекстар булдырыу ниәтен отошло тип баһалай. Был йәһәттән бер нисә инвестиция проекты бойомға ашырыла башлаған да инде. Шул иҫәпкә Благовар районында төҙөлә башлаған сусҡа ите етештереү буйынса мегакомплексты, Бүздәк районында буласаҡ һөт етештереү комплексын индерергә кәрәк. Бынан тыш, «500 ферма» республика программаһы ла үҙ һөҙөмтәләрен биреренә ышаныс бар. Президент әйтеүенсә, бәлки, республикала быйыл уҡ 110 һөт фермаһы модернизацияланыр.
2015 йылда республикала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре етәкселәренең саммиты үтәсәген һәр кеше беләлер. Был ваҡиға Башҡортостан өсөн ҙур уңыш. Рөстәм Хәмитов саммиттың ыңғай яҡтары рәтенә Өфө менән Баш­ҡортостандың ике йылдан бөтә донъяның яңылыҡтарында телгә алынасағын да индерә. Был – беҙҙең өсөн яҡшы реклама.
Әйткәндәй, әлеге сара маҡсатында республиканың сығымдары улай уҡ ҙур булмаясаҡ. Тәғәйен беҙ бер нәмә лә төҙөмәйбеҙ. Конгресс-холл, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңыртыла.
Екатеринбургта, 2009 йылда саммит үткәндән һуң, инвестициялар артҡан, Ҡазанда спорт тармағына инвестиция киләсәк. Саммиттан һуң ошондай хәлдең беҙҙә лә күҙәтелеүе файҙалы буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов эфир барышында торлаҡ һәм ер участкалары бүлеү мәсьәләһенә лә, киләһе йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мә­ҙәниәт йылы тип иғлан ителгәнлектән, ошо өлкәгә лә ентекле туҡталды. Иң шатландырғаны шул – икенсе йылға айырыуса ауыл клубтары, китапханалар, музыка мәктәптәренә иғтибар етерлек буласаҡ.
– Миңә республика менән етәкселек итеү мөмкинлеге биргән яҙмышыма рәхмәтлемен, – тине Рөстәм Зәки улы. – Эшмәкәрлегем менән кешеләргә ярҙам итә алам. Минең өсөн был ‒ төп принцип. Артабан да шуны тормошҡа ашырасаҡмын.

P.S. Новости Уфы и Башкортостана сегодня










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә