09.11.2010 Рөстәм Хәмитовтың рәсми сайты барлыҡҡа килде
Интернетта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рәсми сайты асылды. Элек президент сайты функцияларын төбәк башлығы эшмәкәрлеге хаҡында ғына түгел, шулай уҡ республиканың тарихы, дәүләт һәм административ-территориаль ҡоролошо, тәбиғәте, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, федераль структуралар тураһында мәғлүмәттәр бирелгән Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәт порталы үтәне.
Сайтта БР Президентының эшмәкәрлеге, уның статусы һәм вәкәләттәре, власть органдарының үҙ-ара хеҙмәттәшлек механизмдары, эске сәйәсәт, эш графигы менән танышырға мөмкин. «Матбуғат хеҙмәте» бүлегендә, контакт мәғлүмәтенән тыш, БР Президентының эшмәкәрлеге һәм башланғыстары тураһында бөтә яңылыҡтарҙы, уның сығыштары, интервьюлары архивын, телеграммалар һәм ҡотлауҙарҙы, мөһим мәсьәләләр буйынса белдереүҙәрен, фото һәм видеорепортаждар, документтарҙың үтәлешенә контроль тураһындағы мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә ҙур урын бүленгән. Сайтта Президентҡа нисек хат яҙыу һәм ебәреү, ҡабул итеүгә эләгеү тураһында ентекле һөйләнелә. Күп проблемаларҙы «һорау – яуап», «Норматив-хоҡуҡи база» рубрикалары хәл итергә ярҙам итәсәк.
Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән туранан-тура элеккесә персональ блогында аралашасаҡ, уның аша Башҡортостан башлығы йәнле диалог режимында туранан-тура мәғлүмәт ала.
«Башинформ».