09.11.2010 Төҙөлөш һуҙылырға тейеш түгел
Федераль күҙәтеү органдары Өфөлә «ИКЕА» сауҙа-күңел асыу комплексын төҙөүсе компания яғынан уны асыуҙы тотҡарлаған күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлағанлыҡтан, республика өсөн мөһим булған был объектты асыу ваҡытының тотҡарланыу ихтималлығы килеп баҫа.
Һөҙөмтәлә «ИКЕА» етәкселеге, бөтә етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлдө, тип ышандырып, төҙөлөштө проектта ҡаралған срокта тапшырырға тырыша. Тикшереүсе органдарҙың һығымтаһы менән риза булмағанлыҡтан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтан яҡлау эҙләргә була.
– Бөгөн комплекс территорияһында тикшереүсе структуралар вәкилдәре йыйылды. Уларҙың бурысы – етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнлеген урында билдәләү, – тип белдерҙе республика башлығы. – Әгәр етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы яҡын арала бөтөрөргә кәрәк.
Бөтә кәмселектәр бөтөрөлгән осраҡта, «ИКЕА» комплексы – алты аҙнанан, ә «Леруа Мерлен» магазины дүрт аҙнанан асыуға әҙер буласаҡ, тип көтөлә. «МЕГА» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу өсөн саҡ ҡына күберәк – ике ай самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Бөтә биналарҙың дөйөм майҙаны 160 мең квадрат метр тәшкил итә. Был комплекстар ҡаланы ике мең эш урыны менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана.
Республика башлығы әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү төбәктең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Шунлыҡтан тикшереүсе органдар менән инвесторҙар араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡ ошо бурысты бойомға ашырыуға, һис һүҙһеҙ, ҡамасаулай.