09.11.2010 Арбаңды ҡыш әҙерлә
Ауыл хеҙмәтсәндәре киләһе яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлек эшен башланы. Кәрәкле 278 мең тонна орлоҡ урынына 254 мең тонна һалынған. Уның 9,4 мең тоннаһы республикаға ситтән килтерелгән. Тағы ла Омск һәм Новосибирск өлкәһенән 17 мең тонна тирәһе орлоҡ алып ҡайтыласаҡ.
Ужым культуралары сәсеүлегенә тикшереү үткәрелгән. 656 мең гектар майҙандың 84 мең гектарында шытымдар юҡ. Белгестәр ужым бойҙайына һәм тритикалеға өмөт бағлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҙын өҫтәмә рәүештә орлоҡ кәрәгәсәк.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексына ҡоролоҡҡа ҡаршы сығымдарҙы компенсациялауға бүленгән субсидияны йоғонтоло ҡулланыу буйынса контролде көсәйтергә ҡушты.