23.08.2013 Яҡшы уңышҡа өмөт бар
Көндәрҙең ямғырлы тороуына ҡараҫтан, Башҡортостан игенселәре тәүге миллион тонна иген һуҡты. БР Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, сәселгән бөтөн майҙандың 35 проценты урылған.
“Өс миллион тоннанан ашыу уңыш йыйырға ниәтләгәйнек, – тине министр. – Бының өсөн сәсеү майҙандарын ҙурайттыҡ, минераль ашламалар һәм элиталы сортлы орлоҡтар менән проблемалар ҙа булманы, аграрийҙар заманса технологияларҙы ҡулланып эшләне. Әммә сәсеүҙән һуң 50 көн ямғыр яумауы пландарға үҙгәреш индерҙе. Шулай ҙа яҡшы уңышҡа өмөт бар. 35 процент майҙандан бер миллион тонна уңыш булыуы, ҡалған ерҙән 2 миллион 400 мең тонна бойҙай алырға мөмкинлеге тураһында һөйләй. Был һанда, әлбиттә, ужым культуралары ла бар – уртаса уңыш 20 центнер булғанда, гектарынан 30 – 32 центнер сығасаҡ. Бөгөнгә төп маҡсатыбыҙ – уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу”.
Николай Коваленко әйтеүенсә, был иген республикаға етергә тейеш: орлоҡ өсөн яҡынса 500 мең тонна, фураж әҙерләүгә – бер миллион тонна, сәнәғәт эшкәртеүенә 80 мең тонна кәрәк. Ҡалғанынан он һәм ярмалар эшләнәсәк һәм сауҙаға сығарыласаҡ.
Т.АМАНОВ.