23.08.2013 Ҡолғонаның проблемалары хәл ителәсәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән аҙна аҙағында Ишембай районының Ҡолғона ауылында булып, бер нисә социаль объектты, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың Ижад йортон ҡараны.
Ҡолғона халҡы республика етәксеһенә юлдарҙың насарлығына, элемтә юҡлығына һәм ауыл мәктәбенә уҡыусыларҙы ташыу өсөн автобус булмауына зарланды.
Уҡытыусылар республика Президентына уҡыусыларҙы төрлө олимпиада, конкурс һәм ярыштарға йөрөтөү өсөн автотранспорт бүлеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Әлегә уларҙың бындай мөмкинлеге юҡ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, мәктәп өсөн транспорт табыу – хәл итерлек мәсьәлә.
Рөстәм Хәмитовҡа һөйләүҙәренсә, ауылдың һәр йортонда тиерлек бал ҡорто тоталар. Бал күп була, әммә уны һатыу ауырлыҡ тыуҙыра. Башҡортостан Президенты тәҡдим итеүенсә, бында Ауырғазы районындағы «Йәнле ауыл» проекты кеүек программа булдырырға кәрәк. Кооперативһыҙ был мәсьәләне хәл итеүе ауыр буласаҡ.
Умартасылыҡтан тыш, бында фермер хужалыҡтарын, малсылыҡ тармағын, шулай уҡ туризмды үҫтереп була. Бының өсөн төбәктә мөмкинлектәр етерлек.