23.08.2013 Тармаҡ фәнен үҫтерергә кәрәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертау ҡалаһы активы менән осрашыуҙа тармаҡ фәнен тергеҙеү кәрәклеген белдерҙе. Беренсе сиратта заводтарҙа, предприятиеларҙа ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырыу практикаһын тергеҙеү зарур.
– Һуңғы 20 йылда илдә булған барлыҡ үҙгәрештәр арҡаһында күп ыңғай тәжрибәне, шул иҫәптән тармаҡ фәнен юғалттыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тармаҡ фәнен тергеҙмәй, заводтарҙа ғилми-тикшеренеү лабораторияларын булдырмай тороп, артабанғы үҫеш мөмкин түгел. Донъя кимәлендәге ыңғай тәжрибә беҙгә яҡшы таныш. Ғилми үҙәктәр булдырыу – перспективалы йүнәлеш. Предприятиеларҙа, шул иҫәптән Күмертау авиация предприятиеһында тикшеренеү үҙәктәрен тергеҙергә әҙермен. Бәлки, республика бюджетынан тикшеренеү эшмәкәрлегенә средстволар бүленер.
Тикшеренеү йүнәлешенә аҡса бүлеү эштәрҙе яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.