23.08.2013 Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары арта
Башҡортостан инвестиция проекттарын бойомға ашырыуҙы дауам итә. Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа төбәккә инвестиция инеү күләме артты. Бөгөн өҫтөнлөклө проекттар иҫәбе тағы ла киңәйҙе.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығының инвестпроекттарҙы ҡарау һәм булышлыҡ итеү комиссияһы ете проектты хупланы. Улар араһында ”Ласселсбергер” йәмғиәтенең керамик плита етештереү күләмен 3,7 миллион квадрат метрғаса арттырыу, “БашБройлер” йәмғиәтенең Кушнаренко районында йылына 130 мең тонна бройлер етештереү комплексын төҙөү, ”Биосистема” йәмғиәтенең үҫемлек һәм иген биомассаһын тәрән эшкәртеү буйынса комплексын төҙөү тураһындағы проекттар бар. Ә ”Газпромнефтехим Салауат” йәмғиәте бер юлы дүрт проект тәҡдим итә (”Строительство установки алкилирования”, ”Комплекс гидрокрекинга вакуумного газойля”, ”Установка изомеризации пентан-гексановых фракций”, ”Комплекс каталитического крекинга”) .
Әлегә өҫтөнлөклө проекттар һаны 80-гә еткән. Был барлығы 490 миллиард һум инвестиция, тигән һүҙ. Улар бойомға ашырылғанда республикабыҙҙа 42 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Әйткәндәй
Бүздәк районында 10500 баш һыйырға иҫәпләнгән үҙенсәлекле комплекс төҙөү күҙаллана. Уны “ДАМАТЕ” агросәнәғәт компанияһы төҙөй. Бүздәк районы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә шул турала һүҙ барҙы. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев, Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы президенты, РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, “ДАМАТЕ” агросәнәғәт комплексы” йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы Алексей Даниленко ҡатнашты.
Эрнст Исаев Хөкүмәттең был проектты республика ярҙамы программаһына индерергә әҙер булыуын билдәләне.
Яңы комплекс өсөн Комсомол ауылы эргәһендә майҙан һайланған. Алексей Даниленко һүҙҙәренсә, проект буйынса әҙерләнгән технологиялар Рәсәйҙә бығаса ҡулланылмаған. Комплекс 100 гектар майҙанды биләйәсәк, йәнә 30 мең гектар ер мал аҙығы етештереү өсөн кәрәк буласаҡ. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙарҙан тәүлегенә 287 тонна һөт йәки йылына 105 мең тонна һөт алыу күҙаллана.
Проектҡа һалынасаҡ инвестиция күләме – һигеҙ миллиард һумдан ашыу.