23.08.2013 Ғәрәптәр беҙгә инвестиция һалырға әҙер
Рөстәм Хәмитов Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең “Invest AD” компанияһының генераль директоры Назем Фавваз менән осрашты. Улар инвестиция проекттарын бойомға ашырыу тураһында һөйләште.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, был фонд эшмәкәрлеге ярҙамында беҙгә ресурстар йәлеп итеү мөһим. Был йәһәттән берлектә эштәр ойошторорға кәрәк. Әлеге ғәрәп компанияһы Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкыһы менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә тора. Башҡортостан да был финанс учреждениеһы менән яҡшы бәйләнештә. Хеҙмәттәшлекте ошо өлкәлә ҡарарға мөмкин.
Сит ил ҡунағы, үҙ сиратында, Башҡортостанда булыуы менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Рәсәй буйлап сәфәрҙә уның хеҙмәттәштәре һәм таныштары нәҡ беҙҙең төбәккә барырға тәҡдим иткән. Моғайын, киләсәктә хеҙмәттәшлек һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә лә булыр.
“Invest AD” компанияһы башлығы, аграр тармаҡта республиканың потенциалы ярайһы ҙур, тигән фекерҙә. Сит ил вәкилдәре, Башҡортостан етәкселегенең инвестиция йәлеп итеүгә ынтылышын күреп, бер нисә проектты тормошҡа ашырыуға әҙер булыуҙарын әйтте.