RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

09.11.2010 Донъя яңылыҡтары

Утрауға хужалар күп
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың рәсми сәфәр менән Курил утрауҙарына барыуы ҙур ғына шау-шыу ҡуптар­ҙы.
Хатта Токио Японияның Рәсәйҙәге Илсеһе Масахару Кононы иленә кире саҡырып та ҡайтарҙы. Дмитрий Медведев барған Кунашир утрауын Япония үҙенеке тип һанай. Токио был байлығы менән бүлешергә йыйынмауын тағы ла бер тапҡыр тотош донъяға күрһәтте.
Хәҙер илсе Рәсәйгә йәнә ебәрелгән. Тәүҙә, Масахару Коно АТЭС саммиты үткәнгә тиклем (13 – 14 ноябрҙә ойошторола) беҙгә килмәйәсәк, тип фараз ителә ине.
Билдәле булыуынса, Мәскәү менән Токио 1945 йылдан алып Курил утрауҙарының көньяҡ өлөшөн бүлешә алмай ҡаңғыра. Япония ундағы дүрт утрауға – Кунашир, Шикотан, Итуруп һәм Хабомаиға хужа булырға тырыша. Шуға ла күрше ил етәкселеге Дмитрий Медведевтың был ергә рәсми сәфәрен ауыр ҡабул итте.

ҡалдыҡтар зыяраты булмаясаҡ!
Германия аша үткән тимер юлы буйлап радиоактив ҡалдыҡтарҙы ташыуға ҡаршы сыҡҡан халыҡты нисек тынысландырырға белмәйҙәр.
Ядро ҡалдыҡтары махсус контейнерҙарҙа Франциянан килтерелә һәм Германияның Горлебен ҡалаһында ваҡытлыса һаҡланырға тейеш.
Урындағы халыҡ, ҡаланы радиоактив сүплеккә әүерелдереүгә ҡаршы сығып, тимер юлында ҙур ығы-зығы ҡуптарҙы. Улар эшелонды туҡтатырға маташа. Манифесҡа сығыу­сылар тимер юлы аҫтындағы таштарҙы соҡоп сығара, һәм шул арҡала рельстар аҫҡа төшә башлаған. Тимер юлын боҙоусыларҙы дүрт меңгә яҡын «фекерҙәше» һаҡлай. Шуға ла полиция был мәсьәләне хәл итеү өсөн боросло аэрозолдәр ҡулланырға мәжбүр. 40-лаған кеше үҙҙәрен рельстарға бәйләп ҡуйып, хәрәкәтте тотҡарлай. Урындағы фермерҙар тракторҙары менән сығып та юлдар­ҙы ҡаплаған.

Хаҡтар арта
Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы хәбәр итеүенсә, сентябрь айы менән сағыштырғанда, октябрҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ ныҡ артҡан, аныҡлабыраҡ әйткәндә, 4,45 процентҡа күтәрелгән.
Быйыл Бразилияла ла ҡоролоҡ булған. Ул тотош донъяға сығарылған шәкәрҙең күп өлөшөн етештерә. Шуға ла шәкәр дефициты ҡурҡынысы килеп сыҡҡан. Шулай уҡ бойҙай һәм какаоға, уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы көтөлә. Ә бына иттең хаҡы төшөр тип өмөт итәләр – халыҡ мал һанын ҡыҫҡарта.
2008 йылда һөттөң хаҡы ҡапыл күтәрелеп китеүен халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ҡабул итте – кешеләр һөт һәм унан эшләнгән аҙыҡты ҡулланыу­ҙы ҡырҡа кәметте. Ошо фактты иҫтә тотҡан етештереүселәр аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын нисек тә булһа контролдә тоторға ниәтләнә. Һәр хәлдә, хаҡтар тәбиғи булмаған юл менән артмаҫ, тип ышанғы килә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә