09.11.2010 Өс һөйләм менән
Башҡортостан делегацияһы IV Рәсәй – Япония инвестиция форумында ҡатнашыу өсөн Японияға китте. Делегация составында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, БР Президенты кәңәшсеһе, Башҡортостандың Япониялағы рәсми вәкиле Ришат Муллагилдин бар. Форум барышында Башҡортостандың инвестиция потенциалының исем туйы, Япония компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткәреү күҙаллана.
Өфөнөң «Тиҙ ярҙам» медицина хеҙмәте ҡала халҡы менән эшләүҙең яңы формаларын булдыра. Күптән түгел «ҡыҙыу линия»ға – 235-94-94 телефонына шылтыратыу, баш табиптың интернет аша ҡабул итеү мөмкинлеге асылды. Станцияла шулай уҡ медиктарҙың эше тураһында халыҡтан телефон аша һорау алыуҙар ҙа үткәрелә.
11 ноябрҙә Стәрлетамаҡта «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ көндәре» исеме аҫтында асыҡ форум башлана. Өс көнлөк сара программаһында конференциялар, күргәҙмәләр, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҡаралған. Бынан тыш, мода фестивале, Бөтә Рәсәй «ҡатын-ҡыҙ йыл директоры» конкурсының төбәк этабы, БР эшҡыуарҙарының киңәйтелгән күсмә ултырышы ла үтәсәк.
Бәләбәйҙә «Йәш ғаилә – 2010» конкурсы үтте. Унда Вәлиевтар, Насретдиновтар, Петровтар ғаиләләре сәхнә һәләте, спорт мөмкинлектәре, аш-һыу оҫталығы буйынса көс һынашты. Насретдиновтар еңеү яулаһа, ҡалған ике ғаилә иң татыу һәм иң ижади титулдарын бүлеште.
Республиканың баш ҡалаһы үҫеше йәмәғәт фонды сираттағы «Баш ҡала ҡаҙанышы» конкурсын иғлан итте. Үҙ эштәре менән Өфө үҫешенә йоғонто яһаусыларға булышлыҡ итеү маҡсатында 2006 йылда барлыҡҡа килгән сарала барлығы 250-нән ашыу кеше ҡатнашып, 60-ы лауреат булған. Еңеүселәр «Эш кешеһе» наградаһын һәм тәҡдим иткән проектын тормошҡа ашырыу өсөн сертификат ала.
Октябрьскийҙа Республика йылына арналған «Халыҡ ижады шишмәләре» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда халыҡ ижадын һаҡлау, фольклор ансамблдәрен ойоштороу мәсьәләләре буйынса Санкт-Петербург, Өфө, Силәбе, Учалы, Салауат ҡалаларының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең докладтары тыңланды. Сараны үткәреү урыны итеп Октябрьский юҡҡа ғына һайланмаған – бында билдәле хор коллективтары эшләй.
Белорет районында ҡотҡарыусыларҙың бишалыш буйынса 8-се асыҡ республика ярыштары үтте. Дүрт көн буйы хеҙмәткәрҙәр тәбиғәттә ҡотҡарыу технологиялары – төнгө урманда юлды табыу, бәләгә тарыған кешене күперҙән, боҙ өҫтөнән, һыуҙан «сығарыу» буйынса оҫталыҡта ярышты. Был этапта белореттар еңеү яуланы, киләһе һынауҙар Өфө янында үтәсәк һәм техноген мөхиттә ҡотҡарыуға бәйле буласаҡ.
Башҡортостандан Сәғүд Ғәрәбстанына хажға һуңғы төркөм 6 ноябрҙә юлға сыҡты. Изге урындарға барыусыларҙың иң йәшенә – 12, өлкәненә – 80 йәш. Республиканан Мәккә, Мәҙинәгә тиклем быйылғы хаҡтар 75 – 145 мең һум самаһы тәшкил итә.
n «Ветхий завет»тың беренсе китабы («Бытие») тәү тапҡыр башҡортсаға тәржемә ителгән. Рәсәй Библия йәмғиәте инициативаһы менән башланған проектты составына Менәүәрә Ислахова, Әлфиә Аҡбутина, Гөлсирә Ғиззәтуллина ингән авторҙар коллективы бойомға ашырған. Китап 500 дана менән Санкт-Петербургта Америка Библия йәмғиәте аҡсаһына сығарылған.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.