16.08.2013 Башҡортостанда тутыҡмай торған беренсе күпер һалынды
Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылының ике биҫтәһен быяла композит материалдан һалынған яңы күпер тоташтырҙы. Төҙөлөш эштәрен «Рускомпозит» компаниялар төркөмө башҡарған. Яңы күпер асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Күперҙең оҙонлоғо – 20 метр, ауырлығы – 10,5 тонна. Ул 26 тонна йөктө күтәрергә һәләтле. Ҡоролма инновацион технологиялар буйынса тулыһынса композит материалдан һалынған, шуға ла тутығыуға бирешмәйәсәк, ныҡлығы ла ышаныслы.
«Рускомпозит» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Тәлғәт Фәтҡуллин белдереүенсә, Европаның байтаҡ илендә ошондай күпер һалалар, ә Рәсәйҙә был – беренсеһе.