16.08.2013 Ужым сәсеүгә төштөләр
Бөгөн Башҡортостандың 42 районында ужым культуралары сәсәләр. БР Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә, Тәтешле райондарында эш етеҙ бара.
Баҫыуҙарҙа эш тынмай. Ураҡтан тыш, ерҙе туңға һөрөү ҙә дауам итә. Орлоҡ ағыулау ҙа планға ярашлы үткәрелә.
Республикала иген һаҡлауға ла әҙерләнәләр. Элеваторҙар һайлап алына. Ауыл хужалыҡтары игенде залогҡа һалыу операцияһында ла ҡатнашып, заемдар ала. Унда республиканың 12 районы һәм машина-трактор станциялары (МТС-тар) ҡатнаша. Иген залогы операцияһы төбәктә өсөнсө йыл уҙғарыла. Аграрийҙар ошо юл менән аҡса алып, миҙгел эштәренә тотона. Беренсе ғинуарғаса иген элеваторҙарҙа бушлай һаҡлана.