02.08.2013 Компенсация түләнә
1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эҫе һыу һәм йылытыуға тарифтар арттырылды.
Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр хаҡы 12 проценттан юғарыраҡҡа күтәрелгән граждандарға компенсация түләргә ҡарар ителде. Тәүҙә был компенсацияны алыу өсөн Республика субсидиялар үҙәгенә адреслы социаль ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Хәҙер компенсацияны биреү процесын күпкә еңеләйттеләр – субсидия автоматик рәүештә түләнә, ташламаларҙы алдан уҡ һанап сығаралар һәм квитанцияларға индерәләр. Шуға ла әле килгән квитанцияларҙа күрһәтелгән түләргә тейешле сумма компенсацияны ла күҙ уңында тотоп һанап сығарылған.
Иғтибарлап ҡарарға кәрәк, квитанцияларҙың икенсе яғында компенсация тураһында аныҡ мәғлүмәт бирелгән. Әйткәндәй, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы сәбәпле билдәләнгән компенсацияны түләү 2013 йылда ғына ҡаралған. Өфөлә субсидиялар өсөн ай һайын 50 миллион һум тирәһе аҡса тотонола. Был сумма республика бюджетынан бүленә.