02.08.2013 Ҡаҙағстан да Башҡортостан үҫеше өсөн тырыша
Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан менән Ҡаҙағстан бәйләнеше сигендә ике яҡлы бизнес-форум һәм осрашыуҙар уҙҙы. Республикаға күрше төбәктең Павлодар өлкәһенән килгәйнеләр.
Ҡаҙағстан беҙҙең сауҙа-иҡтисади партнерҙар араһында мөһим урын биләй, 2012 йылда тауар әйләнеше 190 миллион доллар тәшкил иткән. Башҡортостанда ҡаҙаҡ капиталы ҡатнашлығында 24 предприятие, Ҡаҙағстан компанияларының өсәр филиалы һәм вәкиллеге булдырылған. Хеҙмәттәшлеккә төрлө яҡлап нығынырға мөмкинлек бар. Башҡортостан күрше дәүләттең Павлодар өлкәһенә троллейбус, автобустар, прицеп һәм бетон ташыусы йөк машиналары һата ала. Шулай уҡ тоҡомло мал, ауыл хужалығы техникаһы ла тәҡдим итергә мөмкин. Ә үҙебеҙгә килгәндә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республиканы Ҡаҙағстандың еңел сәнәғәт тармағының күн сеймалы ҡыҙыҡһындыра.
Рөстәм Хәмитов менән Павлодар өлкәһе башлығы Ерлан Арын һөйләшеү-килешеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы. Яҡын киләсәктә Башҡорт дәүләт университеты Павлодарҙың Солтанмәхмүт Торайғыров исемендәге университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Бында берлектә белем биреү программаларын төҙөү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, конференциялар үткәреү ҡарала.
Башҡортостандың «Полиэф» һәм Ҡаҙағстандың «Композит» предприятиелары ла килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, 2015 – 2017 йылдарҙа беҙҙән Павлодар өлкәһенә полиэфир ыҫмала һәм композит материалдар өсөн терефталь кислотаһы ебәреү күҙаллана.