02.08.2013 Сибай предприятиелары республика сеймалы менән эшләй
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был төбәктәге эш сәфәрен йомғаҡлап, шуны белдерҙе: Сибай сәнәғәте һәм иҡтисады төрлөләнә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫә. Ошо яҡтағы райондар үҫеше программаһын да һөҙөмтә бирерлек тип баһалайҙар.
Республика башлығы, башлыса, 30 – 80 кеше эшләгән ҙур булмаған предприятиелар менән танышты. Мәҫәлән, ошо иҫәптә ағасты тәрән эшкәртеү йүнәлешендә эшләүсе «Сибайлеспром» йәмғиәте. Бында таҡта, брус, евровагонка, плинтус һәм башҡа әйберҙәр етештерелә. Бер нисә ай элек ағас эшкәртеү буйынса заманса комплекс төҙөлә башлаған. Предприятиела йылына 160 кубометрға тиклем ағас эшкәртеү күҙаллана. Яңы производство файҙаланыуға тапшырылғандан һуң өҫтәмә 89 эш урыны булдырыласаҡ. Рөстәм Хәмитов кадрҙар менән тәьмин ителеш хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был йүнәлештә компания Сибайҙың 24-се лицейы менән эшләй. Лицей БР Мәғариф министрлығының 12 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға уҡыу йорто ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алған.
Рөстәм Хәмитов асфальт-бетон ҡатнашмалары өсөн цемент, ауырайтҡыс, минераль порошок етештереүсе «Технострой» йәмғиәтенә инеп сыҡты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында урынлашҡан таҙартыу ҡорамалдарын ҡараны.
Проект буйынса таҙартыу ҡорамалдары сәғәтенә 400 кубометрға тиклем һыуҙы эшкәртә ала, ә ғәмәлдә 360 кубометр һыу таҙартыла.
Артабан Президент махсус майҙандан Сибай карьерын ҡараны. Уның тәрәнлеге яҡынса 500 метр. Карьер эшләй башлағандан алып бында 110 миллион тонна баҡыр рудаһы сығарылған һәм баҡыр иретеү заводтарына ебәрелгән.
Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өсөн блоктар етештереүсе «Зауральский теплоблок» предприятиеһына ла инеп сыҡты. Ҙур булмаған производство март айынан эшләй. Директоры Илдар Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, блоктар Европа технологияһы буйынса етештерелә, әммә технология урындағы сеймалға ҡулайлаштырылған. Республика етәксеһе бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренә яңы продукцияны ғәмәлдә ҡулланырға кәңәш итте.
Президент Сибайҙағы төҙөлөш урындарына ла туҡталды. 55 фатирлы социаль йорт төҙөлөп бөтһә, 35 етем бала, ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусылар һәм йәш ғаиләләр ҡыйыҡлы буласаҡ.