RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

02.08.2013 Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре       Гөлйыһан апайҙарҙа, һорашып, фотоға төшөрөп, сәй эсеп ултырыуға байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, тышта күк йөҙөн ҡара болот ҡаплап, көҙгө йонсотҡос ямғыр һаман ҡоя ла ҡоя ине. Беҙ: “ Үрге Бабалағы әүлиә ҡәберен һәм ҡурғандарҙы алдағы йылда ямғырһыҙ бер көндә килеп ҡарарбыҙ, хәҙер еүешләнеп көҙгө һыуыҡта, батҡаҡта бысранып йөрөмәҫбеҙ инде”, – тип әйтеүебеҙгә 10 –15 минут та үтмәне, күк йөҙө асылып, яҡтырып, ямғыр ҙа баҫылды. Ни мөғжизә! Бер аҙна буйы туҡтау­һыҙ яуыр төҫлө ямғыр бер нисә минутта тымды ла ҡуйҙы. Беҙ Үрге Бабаға юлға сыҡтыҡ. Юл ыңғайында туҡталып, боронғо убалар­ҙы, ҡурғандарҙы ҡараныҡ.
Үрге Баба ауылы эргәһендәге боронғо башҡорт зыяраты Көйөргәҙе ауылы менән Үрге Баба ауылы араһында ҡалған. Ике ауыл бер-береһенә тоташа яҙып ҡына ултыра. Әгәр ошо боронғо зыярат булмаһа, ике ауыл күптән бергә ҡушылып бөтөр ине. Иҫке зыяраттың гәте (вал) эҙенән бер нәмә лә ҡалмаған, мал, кеше тапауынан тотош таҡырланып бөткән. Зыярат өҫтө һуҡмаҡтар менән сыбарланып, хатта бер яғында машина юлдары таҡырланған. Бында боронғо ҡәбер таштарын тырым-тырағай ташып, алып бөтөргәндәр. Бер нисә иҫән ҡалғаны ергә батып, һеңеп бөткән. Шуларҙан икәүһенең яҙыуы ғына бер аҙ уҡырлыҡ хәлдә.
Бында шулай уҡ Яҡшембәт ауылына нигеҙ һалыусы Яҡшембәт олатайҙың ҡәбер ташы ла бар. Ул метрҙан ашыуыраҡ бейеклектәге тәбиғи эзбиз ташы. Ҡыҙғанысҡа күрә, яҙыуы һаҡланмаған. Был таш тураһында Гөлйыһан апай ҙа әйткәйне, урындағы кешеләр ҙә белә.
Әүлиә ҡәберенең урынын табып, дүрт мөйөшкә таш һалып билдәләп йөрөйбөҙ. Мин: “Был территория кемдең ҡарамағында икән, кем яуаплы был урынға?” – тип һорайым. “Яҡшембәт ауыл советына ҡарай инде”, – тиҙәр. Шуны әйтеп 2 – 3 минут та үтмәне, бер машина килеп туҡтаны. Әле йүнләп иғтибар итмәйбеҙ әле, машинанан төшкән ыңғайы ҡулына бер-ике таш эләктереп, ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Абдуллин дүртенсе мөйөшкә килтереп һалды. Беҙ барыбыҙ ҙа терт итеп ҡалдыҡ. Ҡөрьәндән аяттар уҡып, Әүлиә бабай, Яҡшембәт бабай, ошо зыяратта ятыусы бар әруахтар рухына бағышлағандан һуң Ғабдрафиҡ хажи, зыяратты кәртәләтеүгә тип, иғәнәгә мең һум аҡса тапшырҙы. Рәүеф ҡусты, үҙ сиратында, халыҡтан тупланған иғәнә аҡсаһын Гөлйыһан апайға йыйып барыр­ға ҡушты. Ошолайтып тороуға эргәгә тағы бер машина килеп туҡтаны. Был ошо Көйөргәҙе ауылы бүлексәһе бригадиры, тап ошо ергә яуаплы кеше үҙе булып сыҡты. Барыбыҙ ҙа шаҡ ҡаттыҡ. Ниәтләнгән изге эшебеҙ булғас, әүлиәләр рухы ямғырын да туҡтатып, бер-ике сәғәт эсендә барыбыҙҙы ла бер урынға йыйҙы ла ҡуйҙы!
Гөлйыһан апай Әхмәтвәли хәҙрәт ола­тай­ҙың ҡәберен юллау өсөн Әлфинур Ишмөхәмәтоваға мөрәжәғәт итергә ҡушты, телефонын да бирҙе. Әлфинурҙың өләсәһе Камила әсәһе яҡлап Әхмәтвәли олатайҙың һылыуы икән.
Шул уҡ көндө кис беҙ Әлфинур һеңлекәште эҙләп таптыҡ. Ул Күмертау ҡалаһында йәшәй. Һәм уның кәңәше менән, ваҡытты әрәм итмәй, кискә ҡалып булһа ла, Әхмәтвәли олатайҙы яҡындан белеүсе Зөләйха инәйҙәргә күмәкләп юлға сыҡтыҡ.
Зөләйха Ғарифулла ҡыҙы (1926 йылғы) Көйөргәҙе районының Покровка ауылында ҡыҙы менән йәшәй. Бына ул нәмәләр һөйләне: “Тамаҡ Баба ауылында тыуғанмын. Әсәйем Бибиғәйшә 53 йәштә вафат булды.
Әхмәтвәли мулла беҙгә ҡоҙа тейеш кеше ине. Аллаға шөкөр, бергә ҡатнашып йәшәнек, беҙгә ярҙамы ла тейҙе. Әүлиә бабай, тип йөрөттөк. Кәүҙәгә бәләкәйерәк, ыҡсым, йүгереп кенә йөрөй торғайны, аҡ сапанын кейә лә, башта – аҡ таҡыя. Ҡәберен Нәҙерша ҡоҙа беләлер, Шамил ҡоҙа белергә тейеш. Иҫке зыяратта. Уны муллалар ҡуйҙы. Улар ҡуйғас, яҙыуы булырға тейеш”. Зөләйха апай, Нәҙерша ҡоҙа беләлер, тигәс, Мәләүез эргәһендәге Түләк ауылына килеп, унан да һораштыҡ. Нәҙерша ағай (85 йәштә): “Иҫке зыярат химзавод янында булып, шуның аҫтында ҡалды. Уның таштарын алып бөтөр­ҙөләр. Күп булды бит инде яҙыулы таштар. Тик Әхмәтвәли хәҙрәттең ташын белмәйем”, – тине. Был тирәләге ауылдарҙа хәҙрәтте белмәйҙәрме икән тип, Иҫке Муса ауылына килеп тә һораштыҡ. Белеүсе кешене тапманыҡ, ләкин икенсе бер әүлиә тураһында мәғлүмәт алдыҡ...
2010 йыл.
2010 йылдың 2 авгусында беҙ – Ғабдрафиҡ хәҙрәт Мырҙашев, Мәләүез мәсете мөғәллиме Абусәләм остаз (Баймаҡтан), Нөгөш буйы ишандарын өйрәнеүсе Фирүзә Арыҫланова һәм мин, Әлфинур Ишмөхәмәтованың алдан һөйләшеп ҡуйыуы буйынса, Көйөргәҙе райо­нының Түбәнге Баба ауылына юлландыҡ. Барышлай Үрге Баба ауылындағы әүлиә ҡәберен ҙур таштар менән кәртәләп тә ҡуйғандарын күрҙек. Һүҙҙәрендә торғандар. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын уларға.
Түбәнге Бабала беҙҙе ауылдың элекке мәктәп директоры, хәҙер балалар баҡсаһы мөдире Айһылыу Ишмөхәмәтова ҡаршы алды. Ул ауылдың оло кешеләрен – Зәйтүнә Искәндәрова апайҙы, Мәғмүн Ғәлимов, Иҙелбәк Хәмитов, Нурғәле Мөхәмәтйәров һ.б. ағайҙарҙы йыйғайны. Беҙ дүрт әүлиә ҡәберен һәм Әүлиә шишмәһен ҡарап, урындарын асыҡлап, рухтарына аяттар уҡыныҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: Түбәнге Баба ауылындағы әүлиә ҡәберҙәренең барыһын да алдағы йылына уҡ кәртәләп тә ҡуйғандар. Халҡыбыҙҙың аңы күтәрелә, күңелендәге рухи бушлыҡты тултырырға ынтыла. Был йүнәлештә тырышлыҡ күрһәтеүселәр ишәйә.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ.

(Аҙағы. Башы 3, 4-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә