RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

26.07.2013 Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

Аҙаҡ мин, коммунист булараҡ, йыйылыш ваҡытында ишеттем: был тирәлә генә дошмандың 80 дивизияһы тупланған булған. Уйлап ҡараһаң, 100 меңгә яҡын кеше бит. Беҙҙе күрәләтә ҡыҙған табаға алып барып тыҡҡандар. Ошо операцияла 8 000 кешенән 1 600 кеше иҫән ҡалған, шуның 500-гә яҡыны ғына һау-сәләмәт, ҡалғандары зәғиф, яралы тинеләр. Диңгеҙҙә 14 катерҙы батырғандар.
Хәҙер мин артиллерияла. Ҡаты һуғыш бара. Урман эргәһенә 45 мм-лы пушка таҡҡан машина менән бер-бер артлы килеп туҡтаныҡ. Ҡалҡыулыҡҡа машина менән үтеп булмай, киттек шул көйө этеп. Кире әйләнһәк, беҙҙең 12 кеше үлеп ята. Әлдә генә киткәнмен. Машина үтәнән-үтә тишкесләнгән. Шунда бер башҡорт егетен төҫмөрләп ҡалдым да, миҙалын алып, командирға еткерә һалдым: «Бына – Күсәрбаев, Иглин районынан, миҙалын алам, ҡайтҡас, хат яҙырбыҙ». Ысынлап та, хат яҙҙым, һуңғараҡ ҡатыны, туғандарынан яуап килде. Бик һәйбәт башҡорт егете ине.
Ошондай, ғүмер ҡыл осонда ҡалған хәлдәр күп булды, әүлиә бабай әйткәнсә, өсәү генә лә түгел. Тән тотош ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөткән саҡтар ҙа. Һуғыш булғас, төрлө хәлдәр була.
Еңеүҙән һуң, Германияла оккупацион ғәскәрҙәр сафында ҡалдырылып, һуғыштан 1946 йылдың ғинуарында ғына ҡайтып төштөм...
Шулай яҙ көнө ишек алдында йөрөйөм. Бер заман хәлфә бабай килә. Алыҫтан уҡ тәүҙә үҙе башлап сәләм биреп килер ине, шул ҡәҙәре кеселекле ине ул. Сәләмен алдым да, ни тип әйтергә икән тип уйлайым, ул яҙып биргән бетеүҙе юғалттым бит, уңайһыҙ.
«Һинең бер ниндәй ғәйебең юҡ. Хәҙер ул бетеү кәрәкмәй, – тине бабай. – Һиңә бына яңы тел-теш бетеүе яҙып бирәм. Келәт ишегенең уң яғына ҡыҫтыр, береһен түшеңә ҡуй».
Уның менән осрашып торҙоҡ. Күп кәңәштәрен ишеттем.
Яҡшембәт бабай тағы тынысһыҙ урындар тураһында ла һөйләне. Бер ваҡыт шулай ул Таймаҫҡа килгәнендә һыу буйындараҡ йәшәгән Сәхипъямал әбейҙәрҙә ҡунырға туҡтал­ған булған. Таңға яҡын, сәғәт дүрттәрҙә бер әҙәм ишек ҡаға. Хәлфә бабай: «Сәхипъямал, сыҡ! Берәү килгән, ишекте ас әле», − ти. Әбей ялан аяҡ сығып ишекте аса ла: «Һине саҡыралар», – тип инә һалып ята. Яҡшембәт бабай ишеккә табан килһә, ен батшаһы, имеш. Ул хәлфә бабайҙан рөхсәт һорай: «Ун меңлек ғәскәрем менән китеп барам, миңә үтергә рөхсәт ит, юл өйрәт», – ти. Шунан хәлфә бабай урамдан үтергә рөхсәт итмәгән. Гел һыу буйлап, күрәһең, ендәр һыуҙан аша ла йөрөйҙөр инде, Көйөргәҙенән, Төрөмбәт күпере эргәһенән, Мотал юлы буйлап, Хәсән соҡоро аша, Шайтан йылғаһы буйлап, юлһыҙ урындарҙан юл күрһәткән. Шунан иртәнсәк торғас әйткән: «Сәхипъямал, һин бынан ары ялан аяҡ йөрөмә. Ороштолар. Ен батшаһы килде». Теге ен әҙәм заты булған. Әҙәм затын бәләкәй саҡта ендәр алмаштыра икән. Хәлфә бабай ен батшаһының ҡиәфәтен дә һөйләгәйне…». Шулай итеп, атайымдан хәҙрәт тураһында күп ишеттем.

Әхмәтвәли хәҙрәт эҙҙәрен юллап

2002 йыл.
Әхмәтвәли олатай хәҙрәт, башҡа әүлиәләр тураһында етмешенсе-һикһәненсе йылдар­ҙан уҡ белгән кешеләрҙән магнит таҫмаһына, ҡағыҙға яҙып ала барҙым.
Тулыраҡ мәғлүмәт туплар өсөн мин 2002 йыл көҙ тағы Яҡшембәт ауылына юлландым. Юлдашым да бар ине − сығышы менән шул уҡ Көйөргәҙе районының Ҡаҙлайыр Ялсы­ҡайынан, хәҙер Мәләүез ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел буйында урынлашҡан Ташлыкүл ауылында йәшәүсе Ғабдрафиҡ хәҙрәт Мырҙашев (1949 йылғы) менән барҙыҡ. Был Ялсыҡай ауылы, 1920 йылдарҙа Яҡут ауылынан бүленеп сығып, 1978 йылдарға тиклем йәшәне. Аҙаҡ ауыл халҡының күпселеге ике-өс саҡрым эргәләге Яҙлау ауылына, бер аҙы кире Яҡутҡа күсеп бөттө. Ғабдрафиҡ хәҙрәттең әсәһе Яҡшембәт ауылында тыуған.
Тәүҙә беҙ ауылдың иң өлкән кешеләре Муса Рахманғолов (1915 йылғы) һәм Латифа апай (1922 йылғы) ғаиләһенә индек.
Латифа апайҙан ишеткәндәрҙе ҡағыҙға төшөрәм: «Көйөргәҙе буйында зыяраттан түбән Иҫке Ыҙма тигән урын бар. Яҡшембәт тигән бабай шунда ултырған. Һуңғараҡ, Ыҫмайылдың һыуы тәмле тип, ошо урынға күсеп ултырғандар.
Тауҙан Көйөргәҙегә табан бер аҙ төшкәс, юлдың аҫ яғында, зыяраттан 100 − 200 м тирәһе алыҫлыҡта бер аҙ ғына ҡалҡыу ер, Дүмәләс тигән урын бар. Шуны Әүлиә тауы ти торғайнылар. Сүплектең өҫ яғында булыр кәрәк. Ул тирәлә Илдар тигән кеше йәшәй хәҙер. Мин бәләкәй саҡта шунда Ғәбделғәни абзый (Яҡшембәт ауылының һуңғы муллаһы) таяғын ҡаҙап ҡуя ла, әруахтарға, тип намаҙ уҡый торғайны. Ә Әхмәтвәли хәҙрәт шул тиклем әүлиә ине бит ул. Бер ваҡыт шулай уйланып киләм урам буйлап, иҫ киткес ауыр көндәр, һуғыш йылдары. «Булырмы икән шул көндәр, әҙ генә булһа ла шатланырлыҡ, юҡмы икән?» − тип киләм. Ҡаршыма Әхмәтвәли бабай килә: «Булыр, балам, булыр!» − тип китте эргәмдән, башҡа бер ни ҙә әйтмәй. Ул ауылға ҡайтҡылап ҡына йөрөнө, ғүмере гел ситтә үтте».
Хәҙер Динә Ғәбделғәни ҡыҙы Бикмаева (Бирҙина) (1937 йылғы) һөйләгәндәрҙе ҡарап үтәйек: «Зыяратҡа барғанда, Оло тауҙың уң яғында бер түмәләс бар. Уны Әүлиә зыяраты тип әйттеләр. Әхмәтвәли хәҙрәт зыяратҡа барғанда улы Миңлемырҙаны эйәртеп бара икән. Шунан улы, унда ялтыр таш бар, тип туҡтап тик тора, ти. «Ә ул һиңә лә ялтыр булып күренәме ни? Улай булғас, һиндә лә өлөш бар, улым», – тип әйткән әүлиә бабай.
Әхмәтвәли хәҙрәт Вәлитовтың ике ҡыҙы, ике улы була. Иң олоһо – Фәрхиҙә (1913 йылғы), уның ике улы һәм Тәскирә исемле ҡыҙы бар. Ул Ишембай районында уҡытыусы булып эшләне. Әүлиә бабайҙың икенсе ҡыҙы Алмабикә (1928 йылғы) Таймаҫта уҡыны. Миңлемырҙа (1932 йылғы) Күмертауҙа йәшәне. Миңлехәйер исемле кесе улы йәшләй үлеп ҡалды. Халыҡ хәҙрәтте бик ололаны. Хөрмәт йөҙөнән Иҙел буйынан йорт килтереп һалдырғандар».
Хәҙер Таймаҫ ауылынан Шәкирә Хәмитова (1926 йылғы) һөйләгәндәргә күсәйек: «Яҡшембәт бабайҙың ҡыҙы Алмабикә менән бергә уҡыныҡ. Бабай Таймаҫҡа йыш килә торғайны. Алмабикәгә бер көн атаһы әйтә икән: «Бөгөн һеҙҙең юлға сыға торған көнөгөҙ түгел». Тыңламай юлға сыҡҡан былар, Көйөргәҙе буйлап Яҡшембәткә табан. Түкән һыуына ағып китеп, саҡ ҡотолғандар. Бөтә нәмәне алдан белеп тора торғайны, әүлиә ине».
Таймаҫ ауылынан Хәйерниса инәйҙең ҡыҙы Гөлнур апай Ғабдрафиҡ хәҙрәткә шуларҙы ла һөйләгән: «Әхмәтвәли бабай беҙгә килһә, ҡойма ямғыр булһа ла, епшек ҡар яуһа ла, кейеме һәр саҡ ҡоро булды, бына шундай үҙенсә бер кеше ине».
Таймаҫ ауылында Нәҡиә Фәтҡлислам ҡыҙы Байғотлина (1927 йылғы), ҡыҙ фамилияһы Хәлилова, Туғай Кинйәһенән килен булып төшкән, былай тип әйтте: «Әхмәтвәли хәҙрәт минең өләсәйем Кинйәбикәне яҡын туған ти торғайны. Өләсәйемдең бер туған һылыуы Сәрбиямал була. Ул Үрге Мотал ауылы Зыязитдин Бураҡаевҡа кейәүгә сыға. Сәрбиямал – Диҡҡәт Бураҡаевтың өләсәһе. Мин йәш ярым саҡта уҡ әсәйҙән ҡалып, өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Әхмәтвәли хәҙрәт йыш килгеләп йөрөнө, бик әүлиә кеше ине».
1985 йылда Көйөргәҙе районының Һалҡын шишмә ауылы зыяратында мәйет тәрбиәләгәндә сығышы менән Яҡшембәт ауылынан Мөхәрәм ағай Аҙнабаевтан Әүлиә зыяраты менән бәйле фәһемле бер ваҡиға ишеттем: «Диҡҡәт менән бер тиҫтер булғас, бергә уйнап үҫтек. Бер шулай Әхмәтвәли бабайҙың Диҡҡәттәргә төшкәнен ишетеп ҡалдым да, барҙым. Кешеләрҙең, ул бабай шундай тылсымлы көскә эйә, тигәненә бер ҙә ышанмай инем. Шунан Диҡҡәт менән уйнап, уларҙа йоҡларға ҡалдым. Йоҡлаған булып яттым оҙаҡ. Барыһы ла йоҡлап киткәс, төн уртаһында теге бабай ипләп кенә торҙо ла, кейенеп, һиҙҙермәй генә тышҡа сығып китте. Мин дә, берәүгә лә белдермәҫлек итеп, аяҡ осо менән генә баҫып, был ни эшләр икән тип, артынан сыҡтым. Сүкәйә биреп тирә-яҡты ҡараным да, шәүләһен күреп ҡалдым. Был ҡарт урам буйлап ауыл осона табан йүнәлде. Мин дә ҡаса-боҫа артынан киттем. Ауыл осона сығып бер аҙ барғас, бабай иҫке зыярат яғына боролдо. Барҙы ла, бер ҙур таш янына ултырып, уҡына башланы. Мин боҫтом да, ҡарап ятам. Шунан бабай, уҡыуынан туҡтап, артына әйләнмәйенсә исемемде ҡысҡыр­ҙы ла: «Кил, йәнәш ултыр!» − тине. Ҡурҡышымдан эргәһенә йүгереп килеп ултыр­ғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Үҙенә ҡушылып уҡырға ҡушты. Доғаны тамамлап ҡайтырға сыҡтыҡ. Өндәшмәй бер аҙ барғас, бабай: «Улым, һин башҡа һис ҡасан да былай эшләмә!», − тине. Ә бит мин бер нисек тә һиҙерлек итеп барманым артынан, малай саҡта йылғыр булаһың бит инде».
Беренсе Кинйәбыҙ ауылынан Мәфтуха апай Дәминева ла (1927 йылғы) Әхмәтвәли хәҙрәтте күреп белгән: «Ауыл һайын сәйәхәт итеп йөрөнө, йәйәүләп, бик ҙур уҡымышлы, күрәҙәсе ине. Кәзәҡаран әрәмәлеге янындағы Әүлиә ҡойоһон Әхмәтвәли бабай, зәм-зәмдең бер тармағы ҡушылған, ти торғайны. Унда тәһәрәт алып, һәр ваҡыт намаҙ уҡып китер ине. Әүлиә зыяратына ла барыр ине. Таймаҫтағы Шалтыран ҡойоларын да зәм-зәм тармағы тип йөрөттө».
Көйөргәҙе районының Яманғол ауылынан Өммөкамал Шәрәфулла ҡыҙы Мөрсә­лимованан (1921 йылғы) Әхмәтвәли олатай тураһында 2002 йылдың октябрь айында түбәндәгеләрҙе яҙып алдым: «Атайым Шәрәфулла, 1883 йылғы, 73 йәштә үлде. Әсәйем Бибикамал, 1903 йылғы, Аҡһарынан төшкән килен. Әхмәтвәли хәҙрәттең ике туған һылыуы – Өммөкамал. Өммөкамалдың әсәһе Ғәйникамал Яманғолға старшинаға кейәүгә сыҡҡан. Әхмәтвәли хәҙрәт Яманғолға йыш килеп йөрөнө. Беҙҙә булдылар.
Әхмәтвәли хәҙрәт кирәмәт менән йөрөнө*. Атайым әйтә торғайны. Ул уға үҙе һөйләгән бит ул осоп йөрөгәнлеген. Нисек өлгөрмәк кәрәк шулай булмаһа. Бер көн эсендә тиҫтәләгән ауылды йөрөп сығыр булған. Ана шулай әүлиә зыяраттарын, әүлиә ҡойоларын, ағас-тауҙарҙы ҡарап тәрбиәләп, кешеләрҙе дауалап йөрөр ине ул юлында. Ошо Яманғолда бер ҡош ҡунмай торған ағас бар ине. Аҡтирәк тип йөрөттө халыҡ, ҙур ағас. Башҡа ағастарға ҡуналар, быға юҡ. Бар кеше белеп, күнегеп бөткәйне ошо күренешкә. Ағасҡа Тимербулат (1937 йылғы) исемле мырҙамды эйәртеп барҙы. Теге мәлғүндәр эйәләгән төбөнә, биҙҙерҙем, ҡош ҡундырҙыҡ, тип ҡайттылар. Ауылға килһә, бер ир баланы – Ғайса тигән малайҙы эйәртеп йөрөр ине, яңғыҙ йөрөмәне. Шулай, атайымдың аты юғалған да, атын эҙләп, урыҫтарға юлыҡҡан. «Һин политика менән йөрөйһөңдөр ат эҙләгән булып, ашлыҡ эҙләп», – тип, объездчиктар ҡайыш сыбырт­ҡы менән туҡмаған. Арҡаһы күм-күк сыбырт­ҡы эҙе ине. Ҡайтып инһә, Әхмәтвәли хәҙрәт килгән. Быларҙың фатихаһы төшмәгән, тип юлда уйлап, күңеле рәнйеп ҡайтып килә икән атай. «Балам, һин туҡмалып ҡайтҡаныңды беҙҙән күрмә. Ул мәлғүндәр донъялыҡ өсөн йәшәй. Сабыр ит, балам. Ике донъяның рәхәтен теге донъяла күрерһең. Был ҡара йөрәктәр­ҙең урыны тамуҡта, һинеке – ожмахта. Аш-һыуыңды, ҡәҙер-хөрмәтеңде күп күрҙем», – тигән Әхмәтвәли хәҙрәт. Бына шулай уйҙы белер ине ул».

2009 йыл.
2009 йылдың 5 октябрендә хәҙрәт эҙҙәренән йөрөүебеҙҙе тағы ла дауам иттек. Яманһары ауылында Бағыр Усман әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ.
Яҙлау ауылында ҡунып, 6 октябрҙә тағы юлға сыҡтыҡ. Таймаҫҡамы, Яҡшембәткә барырғамы, әле белмәйбеҙ. Көҙгө ямғыр бер туҡтауһыҙ ҡоя. Иртән күҙ күрһегеҙ томан. Бер аҙ барып, юл сатына еткәс, Яҡшембәткә боролорға тигән уй еңде.
91 йәшлек Гөлтуташ инәй ҡыҙы менән көн итә. Уларға индек. Оло инәйҙән Әхмәтвәли хәҙрәт тураһында бына нимәләр ишеттек: «Урта буйлы, йыуантыҡ ҡына, ҡыҙыл йөҙлө, сәстәре лә ҡыҙыл ине. Күҙе көрәнерәк төҫтә, һаҡал-мыйығы бик аҙ ине. Ул саҡтарҙа 50 – 60 йәштәр араһында. Беҙгә яҡын ғына, тыҡрыҡ эргәһендәрәк йәшәне ул Әхмәтвәли хәҙрәт. Өшкөрөм-төкөрөмгә йөрөнө. Өшкөрөмгә берәү, хәйерен аҙ бирәйемме, күп бирәйемме, тип килһә, алдан белер ине. Минең бер улым, ауырып, шешенеп киткәйне. Шуны килеп өшкөрөп йөрөнө, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса. «Итәғәтле бала була, ете йәштә бер хәтәре бар, шул йәште үтһә, бер иғәнәле бала була», – тине. Ете йәштә был бала үлде.
Әхмәтвәли хәҙрәттең ата-әсәһен бик белмәйем, беҙ ул саҡта йәш инек. Йәмәғәте Фәғилә, ике ҡыҙ, бер ул, береһе – Азияла, улы Күмертауҙа ине. Үлделәр инде. Йәмәғәте дингә бик үк бирелгән түгел ине. Балалары ла дингә бик бирелмәнеләр.
Каширин баҙарында Әхмәтвәли хәҙрәт бер әйберҙе һатып ала ла икән, ат менән ҡайтыу­сыларға әйберен һалып: «Мин әле ҡалам», − тип әйтә икән. Былар ауылға ҡайтһа, үҙе ҡаршы алып тора икән, тип һөйләй торғайнылар».
«Беҙ ҙә ишетә инек. Зыяраттарға төнөн барып, аяттар уҡып, көндөҙ ҙә барып, хәс кешеләр һымаҡ үлеләр менән һөйләшеп йөрөй икән, тип һөйләй торғайнылар», − тип ҡушылды Гөлтуташ апайҙың ҡыҙы Ғәйнихаят апай.
Гөлтуташ инәйҙәрҙән һорашып яҙып алғас, улар түбәнге урамдағы Гөлйыһан апайҙарға барырға ла кәңәш итте. Тышта көҙгө ямғыр һаман ҡоя, томан таралмағайны әле.
Гөлйыһан Әхмәҙи ҡыҙынан (1940 йылғы) ишеткәндәребеҙ: «Әхмәтвәли мулланы бәләкәйҙән белә инем. Сөнки ул ауылға килһә, беҙҙә ҡунып йөрөй ине. Олатайым Мөхәмәҙиә Кәрим улы мулла ине. Ҡарғалыла уҡыған, шунда мәҙрәсәлә уҡытҡан. Халыҡ һорауы буйынса Урта Бабаға ҡайтып, мәзин булып йөрөп, 1953 йылда 73 йәшендә үлде. Әхмәтвәли хәҙрәт аҙна һайын тиерлек килер ине. Бер ваҡыт ишеттем, даңғыр-доңғор итеп тәҙрәне һуҡтылар. Бабай: «Ләғнәттәр!» – тип тышҡа сығып китте. Шунан бер аҙҙан кире инде. Ендәр менән һөйләшә, ти торғайнылар. Килһә, Насир абзыйымды (1932 йылғы) гел етәкләп йөрөтә торғайны. Ул абзыйым бер төрлө динсел ине. Шунан Ғәйнән абзыйҙы йөрөтөр ине. Ул абзыйға Әхмәтвәли хәҙрәт, ете ҡыҙың була, тип әйткән булған. Ысынлап та, гел ҡыҙҙары тыуҙы, бер генә улы булды.
Шулай бер килгәнендә Көйөргәҙе таша, боҙ китә, һыу аша сығырлыҡ түгел икән. Ололар: «Әхмәтвәли хәҙрәт нисек сығыр? Һыуҙың теге яғында тора», − тип барһалар, ул инде был яҡ ярҙа тора, ти. Көйөргәҙе бит был тирәлә киң, йәйелеп таша. Әхмәтвәли бабай бәләкәйерәк кенә, буйға бик оҙон түгел, һаҡаллы ине. Башында таҡыя, аҡ күлдәге тубыҡҡа төшөп торор ине. Шәп йөрөй, тәгәрмәс кеүек тәгәрәп йөрөй торғайны. Гел шишмәләргә барып, тәрбиәләп йөрөп ҡайтыр­ҙар ине.
Әсәйем күршенән май алып ингәс, Әхмәтвәли олатай: «Сәхипъямал, бар кире алып барып бир. Мин май ашамайым, ул «Бисмиллаһ» әйтмәй һауған. Миңә сәй булһа, еткән, кәрәкмәй бер ни ҙә», – тигән.
Әхмәтвәли бабай әсәйемә бүләк итеп таҫтамал ҡалдырған. Әсәйем, берәй ере һыҙлаһа, таҫтамалды тотоп, шунда баҫып ултырыр ине. Был таҫтамалды гел байрамдарҙа ғына элеп ҡуя торғайны. Әле лә балаларымдың бер ере ауыртһа, ошо таҫтамал менән баҫам. Бер ҙур бүләк итеп һаҡлайым», − ти Гөлйыһан апай.

* Кирәмәт менән йөрөү – был осраҡта осоп йөрөү мәғәнәһендә.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ.

(Дауамы. Башы 3-сө һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә