02.11.2010 5500 һумға етәсәк
Башҡортостанда йәшәү минимумын 2011 йылдың ғинуарынан 5,5 мең һумға тиклем күтәреү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта ул дүрт мең һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тәшкил итә. Был турала үткән йомала республика башлығы Стәрлетамаҡта ҡала советы ултырышында белдерҙе.
– Был республикабыҙ халҡының көнкүрешен яҡшыртыу юлында бик мөһим аҙым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йәшәү минимумын арттырыу бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуына килтерәсәк һәм беренсе сиратта халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламының именлегендә ыңғай сағыласаҡ.