12.07.2013 Өфөлә велосипедсыларға һәм йәйәүлеләргә айырым иғтибар
Баш ҡалабыҙҙа юл аша сығыу юлдарын тиҙҙән бейеккә күсерәсәктәр. Бығаса ер аҫты юлдары төҙөү тураһында ҡайғырта инеләр, хәҙер ниәт – юлдарҙы өҫтән һалыу. Өфө мэры Ирек Ялалов шундай фекерен еткергән.
Юлдарҙағы “тығын”дар быйыл көҙгә бер аҙ бөтөр, моғайын, сөнки бына айҙар буйына “Үҫмерҙәр китапханаһы” һәм ”Дан бульвары” туҡталыштарында ер аҫты юлы төҙөлә. Тәүге туҡталыштағыһын 1 сентябргә асырға ниәтләйҙәр, икенсеһен – унан һуң, ай аҙағына.
Юл үткәүелдәрен өҫтән һалыу мәсьәләһенә килгәндә, әле бындай юлдарҙың ҡаланың дөйөм йөҙөн боҙоуы ихтималлығы тураһында бәхәстәр бара. Әммә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләгәндә, юлды матур дизайнлау хаҡында ла уйларға мөмкин. Бөгөнгә Өфө – Аэропорт юлында, ҡаланың Менделеев урамында (Күргәҙмәләр үҙәге тапҡырында) юл аша сығыу өсөн өҫтән конструкциялар ҡороу күҙалланған. Төҙөлөшкә ярты йыллап ваҡыт кәрәгәсәк.
Әйткәндәй, Өфөлә велосипедсылар күбәйеүе уларға парковкалар булдырыу зарурлығын хасил иткән. Айырыуса ҙур сауҙа үҙәктәрендә велосипед ҡуйыу өсөн махсус урындар кәрәк.
Бынан тыш, велосипедсылар берлеге активистары баш ҡала парктарында ла айырым юл һорай. Дөйөм алғанда, “ике тәгәрмәсле дуҫ”тар менән йөрөүгә 150 саҡрым юл булдырыу тәҡдиме яңғыраған. Әле ҡасан ғына бер кем дә автомобилдәрҙең улай күбәйеүен күҙ алдына килтермәгән дә булғандыр. Әлеге хәл-торошто үҙегеҙ күрәһегеҙ. Велосипедтар менән улай уҡ булмаҫ-булыуын, әммә был транспорт сараһын һатып алыусылар һанынан сығып, алдағы хәлде күҙалларға мөмкин.