12.07.2013 Кандидаттар күрһәтелә
Быйыл көҙ, йәғни 8 сентябрҙә үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, муниципаль советтарға депутаттар һайлауҙа ҡатнашырға әле 602 кандидат күрһәтелгән. Уларҙың 179-ы республика парламентына бишенсе саҡырылыш депутаты булырға дәғүә итә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында ҡыҙыу эш мәле. Бында әле “Берҙәм Рәсәй”, ПАРНАС, ”Рәсәй ветерандары партияһы” сәйәси фирҡәләренең төбәк бүлексәләренән күрһәтелгән кандидаттар исемлегенең бер мандатлы округтар буйынса (“Берҙәм Рәсәй” – 55 округ, ПАРНАС – 6, ”Рәсәй ветерандары партияһы” – 21) күсермәләре раҫланды. Партияларҙан кандидаттар тәҡдим итеү буйынса йыйылыштар үтеүе хаҡында мәғлүмәттәр килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 16 партия ҡатнашырға теләк белдергән. Яңы фирҡәләрҙән ”Ирекле граждандар партияһы” (”Партия свободных граждан”), ”Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы (Российская экологическая партия ”Зеленые”), ”Социаль ғәҙеллек партияһы” (”Партия социальной справедливости”) үҙ кандидаттарын күрһәтәсәк.
Кандидаттар исемлеген ҡабул итеү 21 июлдә тамамлана.