RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөрйән ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулай

04.07.2013 Бөрйән ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулай

Бөрйән ҡыҙҙары Мәскәүҙе яулайТөпкөл Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫкән Гөлсиә Ҡаһарманова менән Гөлйыһан Ишмөхәмәтова илебеҙ баш ҡалаһындағы техник вуздарҙа белем ала.
Мәскәү тураһында кем хыялланмай икән? Был ҡала тураһындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ фильм беҙгә шуны һеңдерергә тырыша – әлеге мегаполиста саялар, ярата белгәндәр (йырҙы хәтерләйһегеҙме?) һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ниндәй­ҙер серле юлдар менән аҡса табырға өйрәнгән кешеләр генә йәшәй ала. Әммә һүрәтләмәбеҙ Ҡыҙыл майҙан буйлап аптырашып йөрөгәндәр тураһында түгел, бөгөнгө геройҙар – төпкөл генә тип әйтерлек ауылдан сыҡҡан, тырыш матур һәм иң мөһиме – аҡыллы ҡыҙҙар тураһында. Гөлсиә Ҡаһарманова менән Гөлйыһан Ишмөхәмәтова икеһе лә бер үк ерҙә тыуып үҫкән – улар Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан.

Икеһе лә – биш бала үҫтергән саф башҡорт, матур, уңған һәм шул уҡ ваҡытта ябай ғаиләләрҙә буй еткергән ҡыҙҙар. Әле улар Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөй. Беҙ бәйләнешкә сыҡҡанда сессиялары – тамамланыу өҫтөндә, тыуған яҡҡа ҡайтырға билеттары – кеҫәлә, үҙҙәре сикһеҙ шат ине. Йәшлек дәрте аңҡытып торған ҡыҙҙар шундуҡ күңелде арбап алды.

Һайлаған һөнәрҙәре сая ҡыҙҙарға ғына килешерлек бит әле: Гөлсиә ̶ Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологик разведкалау университетының геофизика факультетында, Гөлйыһан Иван Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында газ, нефть кеүек ер аҫты байлыҡтары серҙәрен өйрәнә.

̶ Уҡыу, ысынлап та, бик ауыр, – ти Гөлйыһан, ̶ ләкин был шулай булырға тейеш тә. Яҡшы белгес булыу өсөн университет йылдарының тырышлыҡ менән үтеүе мөһим. Мин илебеҙҙең баш ҡалаһын шул тиклем яратып өлгөрҙөм, уҡыған университетым, студенттар, башҡа аралаш­ҡан кешеләребеҙ ҡәҙерле һәм яҡын. Тырыштарға бар ҡаялар ҙа буйһона, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған ата-әсәләребеҙ, яҡындарыбыҙ бар. Уларҙың ышанысын аҡлап, шәп белгестәр булырға ине!
̶ Ятаҡта йәшәйбеҙ. Әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыңҡырай инем, ни тиһәң дә, шул тиклем ҙур ҡала, техник вузда уҡытылған фәндәр­ҙе йырып сығып булырмы-юҡмы, тип шөрләнем. Ләкин, күҙ ҡурҡа ̶ ҡул эшләй, тигәндәй, йыл дауамында тупланған белем менән сессияны биреп була икәнлеген аңланым һәм тиҙ арала ысын студентҡа әйләнеп тә киттем, ̶ тип йылмая Гөлсиә.

Мәскәү – ҡиммәтле ҡала. Унда уҡыу өсөн, тәү сиратта, белем һәм тырышлыҡ кәрәк булһа, ата-әсә иңенә аҡса яғын да ҡайғыртыу бурысы төшә. Ябай, бишәр бала тәрбиәләгән ата-әсәгә балаларҙы ситтә уҡытыу еңел түгел. Ләкин бөгөнгө замандың талаптарын аңлаған, балаларының киләсәген ҡайғыртҡандар әмәлен таба һәм беҙ бөгөн Гөлсиә менән Гөлйыһандың ата-әсәһенә, туғандарына “Афарин!” тип кенә әйтә алабыҙ.
̶ Студенттың ҡасан аҡсаһы еткәне бар инде? ̶ тип көлөшә ҡыҙҙар. – Башҡа студенттар кеүек, уны самалап тоторға өйрәндек, бына уҡыуҙы тамамлап алабыҙ ҙа, иң һәйбәт эш хаҡы түләнгән эш урындарын табып, эш башларбыҙ!

Ҡыҙҙар уҡыған университеттарҙың икеһендә лә төрлө илдәрҙән, төбәктәрҙән килгән студенттар бик күп. Африка, Ҡытай, Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа тарафтар­ҙан тупланған егет-ҡыҙҙар бергәләп уҡый, ятаҡтарҙа бергә йәшәй. Дуҫтарса мөнәсәбәт, бер-береңде аңлау, хөрмәт менән һуғарылған мөхиттә уҡый студенттар. Бергәләп ял да итәләр, имтихандарға ла әҙерләнәләр. Сту­денттар араһында сәләмәт дәғүәселек бар, әлбиттә, әммә быныһы ла кәрәк нәмә.
Мәскәүҙә уҡыусы Башҡортостан студенттары татыу ғаилә кеүек. Улар бергәләп Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеге ойошторған сара­лар­ға йыш йөрөй. Был вәкиллекте студенттар үҙ-ара “беҙҙең илселек” тип кенә атап йөрөтә. Улар үҙҙәре лә бик әүҙем, концерттар һәм башҡа күңелле сараларҙы ойоштороп ҡына торалар.

“Һағынаһығыҙмы?” ̶ тип һорамай булдыра алманым ҡыҙҙарҙан. “Әлбиттә!” ̶ булды яуап. Гөлсиә менән Гөлйыһанға юғары уҡыу йортон тамамларға ваҡыт бар әле. Ҡыҙҙар киләсәктә Башҡортостанға ҡайтып эшләргә теләй. Уларға уңыштар теләйек!

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә