04.07.2013 “Урал батыр” милләттең бренды булһын!
Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы мәктәбе директоры билдәле эпосыбыҙҙың утыҙға яҡын картина сюжетын сувенир итеп эшләтә башлаған.
Донъя мәҙәниәтендә үҙ урынын алған «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтарының эпик мираҫының бөйөк ҡомартҡыларынан һанала. Үҙебеҙҙең рухи мираҫыбыҙҙы башҡа халыҡтарға танытыу, пропагандалау маҡсатында нимәләр эшләнә һуң? Эпосты рус, инглиз, төрөк телдәренә тәржемә итеп, бер ни тиклем эш башҡарҙыҡ та кеүек. Әммә республика ҡунаҡтарына тәҡдим ителгән сувенир продукцияларында улар сағылыш тапмаған.
Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы мәктәбе директоры Фәнүр Шаһиев, «Урал батыр» эпосын Башҡортостандың төп бренды тип иҫәпләп, уны танытыу йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә тәүге аҙымдарын яһай.
Күңелендә төрлө идеялар йөрөткән, һәр ваҡыт яңы эҙләнеүҙәргә ынтылған тарихсы «Урал батыр» эпосының 30-ға яҡын картина сюжетын төҙөгән.
– Урал батырҙы һүрәтләгән баннер, картиналар эшләргә, скульптураларҙа һынландырырға ине. Башҡортостанға килгән туристарға ошо эпик әҫәр аша мәҙәниәтебеҙҙе танытыу маҡсатын ҡуям. Миҫал өсөн, Шүлгәнташ мәмерйәһен генә алып ҡарайыҡ. Ундағы сувенир продукцияларҙа мамонттан башҡа бер нәмә юҡ, – ти Фәнүр. – Учалы районының Ирәмәл паркында был эш башланған да инде. Ағиҙел сыҡҡан ерҙә – Иҙел башында (риүәйәт буйынса Иҙел ҡылыс менән сапһа, йылға урғыла) ергә ҡаҙалған ҙур ҡылыс һыны тора. Барыбер был урын кешене ҡыҙыҡһындыра, тарихын һорайҙар.
«Урал батыр» эпосының айырым эпизодтарын тасуирлаған өҙөктәр ҡулланып һындар эшләргә лә була, тигән фекерҙә тарихсы.
– Ул – үҙе менән Тереһыу килтереп, донъялағы барлыҡ халыҡты, ерҙе ҡотҡарыусы, тауға исем биреүсе кеше, кешелек донъяһы өсөн үҙен ҡорбан итеүсе. Башҡорттар – Урал батырҙың вариҫтары. Ситтәргә был эпос аша милләтебеҙҙе лә танытабыҙ. Эпосты өйрәнгән ғалимдарҙы, рәссамдарҙы, яҙыусыларҙы бергә туплап, был теманы өйрәнеүсе совет булдырыу шарт. Улар тематик яҡтан хаталар булмаһын, һәйкәлдәр өсөн урын һайлау буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтергә тейеш.
Әле Фәнүр «Ағиҙел» художество берекмәһе рәссамы Илшат Биктимеров менән был эште башлаған да инде. Ул бер нисә сувенир, батмус-картина эшләткән. Әлбиттә, ситтән килеүселәр беҙҙең Башҡортостандың иҫтәлеге итеп уны алып ҡайтасаҡ. Үҙенең уйлағандарын тормошҡа ашырған энтузиаст «Урал батыр»ҙы башҡа мәҙәни өлкәләрҙә лә күрергә теләй. Ә бит идея шәп?!
Үҙ мәҙәниәтебеҙҙе үҙебеҙ танытмаһаҡ, ситтән килеп, береһе лә был эшкә тотонмаясаҡ. Эшлекле тәҡдимдәр менән янып йөрөгән егеттәр бар икән, уларҙың ниәттәрен хуплап, «Афарин!» тиергә генә ҡала.
З. ХӘСӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.