RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Комсомол беҙҙең бөтә ғүмеребеҙ ине»

02.11.2010 «Комсомол беҙҙең бөтә ғүмеребеҙ ине»

«Комсомол беҙҙең бөтә ғүмеребеҙ ине»Йәштәр ойошмалары барлыҡҡа килеүгә 90 йыл ваҡыт уҙып та киткән. Шул туҡһан йылдың етмеше комсомол исеменә бәйле. Йәш быуынға комсомол һүҙенең мәғәнәһен аңлауы ауыр булһа ла, өлкәндәр өсөн был һүҙ артында тотош ғүмерҙәр, дуҫлыҡ, берҙәмлек, алға ынтылыу идеялары ята. Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында уҙғарылған юбилей тантанаһына йыйылған элекке комсомолдар ҙа, хәҙерге йәштәр ойошмаларының әүҙем ағзалары ла тарих биттәренә тағы бер тапҡыр байҡау яһаны.
Байрам менән тәбрикләргә БР Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәхмәтуллина, БР Прези­дентының дәүләт советнигы С. Лаврентьев менән бер рәттән, 1985 – 1987 йылдар­ҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь булып эшләгән, әлеге мәлдә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең вице-президенты булған Сергей Епифанцев та, төрлө йылдарҙа эшләгән бүтән етәкселәр ҙә килгәйне. Ул, кисәге комсомолдар­ҙы тәбрикләп: «Әле лә сафта булғанығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәм», – тине. Константин Толкачев республика Президентының ҡотлауын еткерҙе.
Залға комсомол байрағын индерҙеләр. Һәр саҡ алға, бөйөк еңеүҙәргә, ҙур асыштарға әйҙәп тороусы ҡыҙыл әләмде аяҡ өҫтө баҫып ҡаршыланылар. Ә алып сығып барғанда, залдан кемдер: «Комсомолға дан!» – тип ҡысҡыра башлағайны, бүтәндәр уны дәррәү күтәреп алды. Комсомол традицияһы буйынса, булған ҡунаҡтарҙы барлап сыҡтылар – 80-се йылдарҙағы комсомол алдынғылары, 90-сы, 2000 йылғы йәштәр ойошмалары лидерҙары, урындарынан күтәрелеп, дуҫтарына, залдағыларға сәләм бирҙе. Туҡһан йыл эсендә әллә нисәмә быуын алмашынған. Әммә улар­ҙы берләштереп тороусы рух, илһөйәрлек, алға ынтылыу тойғоһо һүнмәгән. Сәхнәнән яңғыраған йырҙарға ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә ҡушылып йырлауы йәш быуындың тарихҡа иғтибары тураһында һөйләй.
Байрам тантанаһы бик сағыу, күңелле ойошторол­ғайны. «Грация», «Вираж», «Кружева», «Шатлыҡ» бейеү ансамблдәре, «Ассоль» балалар ансамбле, «Вариация» вокаль ансамбле үҙҙәренең иң матур сығыштарын бүләк итте.
Артабан аралашыу өҫтәл артында дауам итте. Күрешәһе дуҫтар, һөйләшәһе һүҙҙәр, уртаҡлашаһы тәьҫораттар көттө унда ҡунаҡтарҙы.
– Комсомол саҡтар иң матур мәл булып иҫтә ҡалған. Ул беҙҙе бер кешеләй итеп берләштерә ине, бер ҡасан да кемдер үҙе генә алға ынтылып, бүтәндәрҙе ташлап китмәне, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла бергә еңдек. Әле лә дуҫлығыбыҙ, әллә күпме йылдар үтеүенә, арабыҙҙа күп саҡрымдар ятыуына ҡарамаҫтан, һаман да ныҡ, – тип, курсташтары янына ашыҡты кисәге комсомолка Гөлгөнә апай.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә