14.08.2010 Йәштәр субсидияһына өмөт итәбеҙ
«Хөрмәтле «Йәшлек»!
Һеҙгә Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе пенсионер Рәйсә Ишморат ҡыҙы Ураҡова яҙа.
Минең өс улым да әрме сафында үҙ бурыстарын үтәп ҡайтты. Өсөнсө улым хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, 2001 йылдан Сибай эске эштәр бүлегенә эшкә барҙы. Һәм ошо ваҡыт эсендә өсөнсө тапҡыр Чечняға ебәрелде – әле ул унда (был хат май айында килгәйне – ред.). Күп кенә миҙалдарға, рәхмәт хаттарына эйә. Тынғыһыҙ командировкала йөрөһә лә, өс йыл элек өй һала башлағайны, ләкин дәүләт яғынан бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмауы арҡаһында уны һаман төҙөп бөтә алмай. Субсидияға ғариза яҙғайны ла, тик сираты бик алыҫ икән. Бәлки, уға «Йәшлек» гәзите ярҙам итә алыр, тигән өмөт менән һиңә мөрәжәғәт итәбеҙ, яратҡан гәзитебеҙ».
Рәйсә апайҙың хатының күсермәһен Сибай ҡала хакимиәте башлығына ике тапҡыр ебәрергә тура килде, һәм бына, ниһайәт, икенсе хаттан һуң беҙгә яуап килде:
«Эйе, БР Хөкүмәтенең 2003 йылдың 25 мартындағы 80-се «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә 2003 – 2010 йылдарға республика дәүләт ярҙамы программаһы тураһында» ҡарары нигеҙендә билдәләнгән тәртиптә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған һәм билдәле талаптарға тура килгән йәш ғаиләләр был программала ҡатнаша ала. Ураҡов Илдус Ильяс улының ғаризаһы һәм тейешле документтар пакеты 2008 йылдың 8 октябрендә беҙҙә ҡабул ителгән. Уға субсидия бүлеү мәсьәләһе үрҙә әйтеп кителгән республика дәүләт программаһын бойомға ашырыу буйынса ҡала комиссияһы ултырышында ҡараласаҡ.
Ураҡов Илдусҡа 2007 – 2009 йылдарҙа Сибай ҡалаһында шәхси йорт төҙөү өсөн Бөрйән лесничествоһында ағас ҡырҡыу фондынан 50 кубометр күләмендә лимит бирелгән.
Ураҡовтың шәхси йорт төҙөүгә льготалы ссуда бүлеүҙе һорап яҙған ғаризаһы 2009 йылдың 1 июнендә теркәлгән, һәм ул ҡалаға ссуда килгәс ҡараласаҡ.
Сибай ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С. А. Вейденбах».