04.06.2013 Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле
Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтте. Уны асыу тантанаһы Чебоксарҙа, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда уҙғарылды.
– Чебоксар – ғәжәйеп ҡала, – тип тәьҫораттары менән бүлеште БР Президенты Рөстәм Хәмитов. – Тотош республика кеүек үк, ул бик матур, таҙа. Һеҙҙе лә Башҡортостанға саҡырам. Беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙең нығыныуын теләйем.
Байрам ҡунаҡтарын Сыуашстан Республикаһы Президенты Михаил Игнатьев сәләмләне.
Тантаналы саранан һуң төбәк башлыҡтары Сыуашстан дәүләт художество музейына юлланды. Унда Башҡортостандың хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чебоксарҙа «Экра» ғилми-етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Уның продукцияһы Рәсәйҙең бөтә энергия системаһын яҡлауҙы тәьмин итә.
Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, предприятие етәксеһе Алексей Табаков, үҙ-ара сауҙа итеү нигеҙен яғыулыҡ-энергетика һәм химия продукцияһы тәшкил итә, тип билдәләне. Был төркөм Башҡортостандан Сыуашстанға ебәрелгән тауарҙарҙың 86 процентын тәшкил итә. Киләсәктә энергетика өлкәһендә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.
Башҡортостан мәҙәниәте көндәре программаһына ярашлы, Сыуашстан Республикаһының Милли китапханаһында Башҡортостан яҙыусыларының уҡыусылар менән осрашыуы үтте.