04.06.2013 Донъя яңылыҡтары
Биш бала янып үлгән
Смоленск өлкәһендә, ағас йортта янғын сығып, биш бала һәм бер өлкән кешенең ғүмере өҙөлгән.
Урындағы янғын һүндереүселәр хәбәр итеүенсә, фажиғә йортта электр селтәренең төҙөк булмауы арҡаһында килеп сыҡҡан.
Хужабикә − әсә кеше тере ҡалған, әле ул дауаханала. Утта ҡатындың өс, ете, туғыҙ һәм ун йәшлек балалары, 11, 19 йәшлек туғандары янып үлгән. Йортта ут ҡапыл килеп сыҡҡанлыҡтан, балаларҙың береһен дә ҡотҡарып ҡала алмағандар. Өй тулыһынса янып бөткән. Әле был ҡот осҡос хәлде тикшереү бара. Дауаханалағы ҡатындың хәлен табиптар ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләй.
Европа һыу аҫтында
Ҡойоп яуған ямғыр арҡаһында Германияның көньяҡ һәм көнсығыш өлөшө, Польшаның 11 районы, Чехияның 50 ҡалаһы һыу аҫтында ҡалған.
Әлеге ваҡытта урындағы халыҡ йорттарын ҡотҡарып ҡалырға тырыша. Көслө ямғыр арҡаһында ярҙарынан сыҡҡан йылға-күлдәрҙе ауыҙлыҡлау бик ауырға төшә. Етмәһә, Европала ямғырҙар туҡтарға ашыҡмай. Әле ямғырҙан зыян күргән ҡайһы бер урындарҙа мәктәптәр бикле тора.
Имтихан мәсьәләһе
Рәсәйҙең мәғариф өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте («Рособрнадзор») берҙәм дәүләт имтиханын биргән ваҡытта иң күп балл йыйған уҡыусыларҙың эшен ҡайтанан тикшермәксе.
Был юлы Ставрополь крайы уҡыусылары шик аҫтына алынған. Урындағы 100 балл йыйған эштәрҙең һигеҙенең етәүһе имтихандарҙы алдан биргән уҡыусылар иҫәбенә тура килә.
Парадокс: имтихандарҙы алдан бирергә теләүсе уҡыусылар неврологтан баштары ауыртыуы, хәтерҙәре насар булыуы тураһында белешмә ҡағыҙы алып килгән һәм ошо сәбәпле имтиханды алдан бирергә рөхсәт алған. Тап ошо «сирлеләр» имтихандарҙы юғары кимәлдә тапшырған да инде. Уларҙың барыһы ла − урындағы чиновниктар, депутаттар, табиптарҙың балалары.
Ҡаты хөкөм
Ҡаһирәлә «Мосолмандарҙың сафлығы» фильмын төшөрөүсе ете кешене үлем язаһына хөкөм ителгән.
Бөтә енәйәтселәрҙе лә аҫып үлтереү хаҡында ҡарар сығарылған. Суд ҡарары сығарылған ваҡытта бөтә хөкөм ителеүселәр ҙә Америкала булған. Уларҙы ислам динен хөрмәт итмәүҙә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең исемен бысратыуҙа һәм Мысырҙа конфессия-ара низағ сығарыуҙа ғәйепләйҙәр.
Аллаһтың һуңғы илсеһен йәмһеҙ рәүештә һүрәтләгән фильмға ҡаршы Мысырҙа, Йемендә, Суданда, Туниста, Пакстанда, Бангладешта һәм башҡа илдәрҙә ҙур протест саралары үткәйне.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.