RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

28.05.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанға Рәсәй Хөкү­мәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович килеп, «Башнефть-Новойл» предприятиеһында яңы сәнәғәт комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, “Башнефть”, Башҡор­тостан предприятиелары араһында флагман булараҡ, һис шикһеҙ, үҫергә, киңәйергә тейеш, һөҙөм­тәлә республика иҡтисады ла үҫәсәк. Аркадий Дворкович асылған комплексты яҡшы баһаланы һәм уның 4 – 5-се класлы юғары технологиялы бензин алырға мөмкинлек биреүен, республикаға ла килем килтереүен билдәләне.

3 июндә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыу­сыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Бәй­гелә 16 − 35 йәштәге студенттар, аспиранттар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, юридик фәндәр кандидаттары һәм докторҙары, Баш­ҡортостан Рес­публикаһы муниципаль берәмектәренең һайланған органдары ҡарамағындағы йәштәр советтары ағзалары ҡатнаша. Әлеге ваҡытта конкурсҡа тәҡдим ителгән барлыҡ проекттар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының профилле комитеттарында тикшереү үтә.

Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары ситтә гастролдәрен башланы. 26 − 31 майҙа «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле гастролдәр менән Сыуашстан Республика­һында булһа, артабан Бейеү театры коллективы һәм филармония солистары Һарытауға һабантуйға юлланасаҡ. 3 июндә коллектив Краснодар крайында сығыш яһаясаҡ.

Республика табип-физкультура диспансеры, Халыҡ-ара бала­лар­ҙы яҡлау көнөнә арнап, 31 майҙа йәш пациенттар һәм улар­ҙың ата-әсәләре өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғара. Физкуль­тура, спорт менән шөғөлләнгән балалар медицина тикшереүе үтә ала. Ата-әсәләргә лә Һаулыҡ үҙәгендә сәләмәтлеген тикшертеү мөмкинлеге биреләсәк.

14 – 16 июндә Мәскәүҙә дүртенсе тапҡыр үтәсәк Бөтә донъя еңеүселәр уйындарына Баш­ҡортостандан яман шеш сирен еңгән 15 бала бара. Улар спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ, спорт, сәнғәт «йондоҙҙар»ының сығышын ҡарай аласаҡ. Рәсәйҙең «Тормош бүләк ит!» мәрхәмәтлек фонды сараға сит илдәрҙән дә балаларҙы саҡырған.

Республиканың машина-технология станциялары 1 июлдән үлән сабыуға һәм сенаж әҙерләүгә төшөргә әҙер. Быйыл мал аҙығы әҙерләү кампанияһында Башҡор­тостан МТС-тары килешеү ниге­ҙен­дә тәжрибәле механизаторҙар­ҙы ла йәлеп итәсәк. Бөгөн үҙйөрөшлө аҙыҡ йыйыу техникаһының 50 проценты әҙер.

Өфөлә 6750 рәсми эшһеҙгә 26200 вакансия тура килә. Йыл башынан мәшғүллек үҙәгенә 71700 эш урыны тураһында мәғлүмәт килгән. Бөтәһе 5800 кеше эшкә урынлашҡан.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә